Район советы депутаты Гөлсинә Ҡунафина тормош иптәше Ринат менән февраль айында ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яу ҡырына юлланған яугир аша һалдаттар өсөн иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһен - генератор ебәргәндәр ине. Әлеге гумконвойға 50 берәмек ағас брустар кәрәк, тигәстәр, артыҡ булмаҫ әле, тип 110 берәмек брустар алып барып ҡуйҙылар.
-Мөмкинлегебеҙ бар икән, ауыр шарттарҙа йөрөгән егеттәребеҙгә хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ. Уларҙың хеҙмәтен саҡ ҡына булһа ла еңәләйтә алабыҙ икән, беҙ шат. Алла бирһә, дошмандарҙы еңеп, иҫән-һау ғына ҡайтһындар инде, - ти депутатыбыҙ.
Сығанаҡ: https://vk.com/kipcak.covet