В. Путин 68 көн буйы яңғыҙы позиция тотҡан 21 йәшлек яугирға Рәсәй Геройы исемен бирҙе.
Красноармейск йүнәлешендәге Гришино районындағы операция барышында штурм төркөмө позиция биләй. Алышта Ярашев яңғыҙы ҡала һәм дошмандың даими һөжүме аҫтында рубежды тотоуын дауам итә.
Беҙҙең яҡтыҡыларға яугир янына барыу мөмкинлеге булмай. Сөнки дошман ул тирәне туҡтауһыҙ ут аҫтында тота. Шуға Сергейға ризыҡты дрондар ярҙамында ебәреп торалар. Аҙаҡ хәрбиҙе эвакуацияларға мөмкинлек тыуа.
Аяҡтары ныҡ туңыу арҡаһында табиптарға уның ике аяғының да табандарын ампутацияларға тура килә. Әлеге ваҡытта егет дауа ала.
Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, был Сергейҙың беренсе хәрби заданиеһы була. Яугирҙың әсәһе улының һаулығы яҡшырғас сафҡа кире ҡайтырға теләүен белдергән.
Батыр егеткә тиҙерәк һауығып китеүен теләйек. Батыр егет – ил терәге!