Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
10 Март , 09:00

Өҫтәмә социаль түләү

Бөрйән районы муниципаль район Советы ҡарарына ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн РФ Ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөүгә кешеләрҙе йәлеп итеүҙә ярҙам иткән граждандарға 460 мең һум күләмендә өҫтәмә социаль түләүҙәр булдырылды һәм түләүҙәр тәртибе раҫланды.

Өҫтәмә социаль түләү
Өҫтәмә социаль түләү

Бер тапҡыр бирелә торған түләүгә Рәсәй Федерацияһы гражданины булған, 18 йәше тулған физик шәхестәр, ирекмәндәр, шул иҫәптән ирекле (ирекмән) ойошмалары, йәмәғәт ойошмалары ағзалары дәғүә итә ала.
Аҡсалата түләүҙе алыр өсөн контракт төҙөгән РФ, сит ил гражданины йәки уның исеменән нотариаль раҫланған ышаныс ҡағыҙы менән эш итеүсе граждан менән бергә Бөрйән районы муниципаль район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә һәм ғариза менән бергә паспорт, ИНН һәм СНИЛС күсермәләре, банк реквизиттары, шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ, контракт төҙөгән граждандың Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәнлеген раҫлаусы белешмә тапшырырға кәрәк.
Түләүҙе дәүләт һәм муниципаль, дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәт вазифаларында эшләүселәр, хәрбиҙәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре ала алмай.
Бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙе биреү, бирмәү тураһында ҡарарҙы комиссия документтар теүәл булғандан һуң 7 көн эсендә сығара һәм киләһе 3 көн дауамында был хаҡта ғариза биреүсегә хәбәр итә.

Автор: Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас