Ғәҙелгәрәйҙән Азат һәм Нурзидә Сәғитовтар - МХО-ға даими ярҙам күрһәтеүсе ғаилә.
Азат Рөстәм улы 2022 йылда өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға алынған. Тәүҙә Луганск, унан Донецк өлкәләрендә 428-се башҡорт полкы составында хеҙмәт итә. Уҙған йылда март айында яраланып, Новосибирскиҙа 6 ай реабилитация курсы үтеп ҡайтҡан. “Батырлыҡ өсөн”, “Донбасты азат иткән өсөн” миҙалдары менән наградланған.
-Иптәшем үлемдән саҡ ҡалды. Ҡолағынан ғына пуля сыйып үткән, йоҡо артерияһын граната ярсығы сыйып, ҡаны зарарланып, шунтирование эшләнеләр. Ҡулбашына ярсыҡ тейеп, нервыһына зыян килгән. Аллаға шөкөр, бөгөн эргәбеҙҙә. МХО-ға Азат шунда булғанда ла ҡәйнәм менән даими ярҙам итә ине, ул ҡайтҡас ярҙамды икеләтә көсәйттек. Сөнки, һалдаттар ысынлап та беҙҙең ярҙамға мохтаж. Бөтә һалдаттарыбыҙҙың да имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, - ти Нурзидә Ишбулды ҡыҙы.
Яугир ҡатыны ҡәйнәһе Таңһылыу Сәғит ҡыҙы менән дрондан һаҡлаусы плащ, ҡоро душ эшләү менән булыша. Үҙе уҡытыусы булараҡ, был эште мәктәптә лә ойоштора. Кисә үткән "Ауылы берҙең - ҡәүеме бер" сараһында ҡоро душ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Сара барышында Таңһылыу Сәғит ҡыҙына Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһаринаның рәхмәт хаты, ҡәйнәле-киленле Сәғитовтарға район ҡатын-ҡыҙҙар советынан гөлләмәләр тапшырылды.