Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
13 Февраль , 10:55

ДАНЫҢ ҒЫНА ҠАЙТТЫ ӘЙЛӘНЕП... (Бынан 32 йыл элек яҙылған мәҡәлә)

15 февраль – яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө ...Азаматтың дуҫы Илдарҙың афған һуғышы геройы Азамат Йәғәфәров исемен йөрөткән отряд пионерҙарына яҙған хатынан: «Азамат менән 1980 йылдың 23 сентябрендә танышҡан инек һәм шунан алып аҙаҡҡаса бергә булдыҡ. Хәрби операциялар һәм рейдтар ваҡытында ул үҙен ҡурҡыу белмәҫ һәм батыр һуғышсы итеп күрһәтте һәм шуға күрә ул ротаның боевой группаһында ине. Беҙ боевой группа составында бик күп особый боевой заданиеларҙа йөрөнөк. Шуларҙың береһендәге батырлығы өсөн Азаматты “Батырлыҡ өсөн” («За отвагу») миҙалы менән бүләкләнеләр. Командованиенан бик күп благодарностар алды. Үҙенең ғүмеренә үлем ҡурҡынысы янаһа ла, яралы йәки һәләк булған иптәшен ташлап китмәй ине. Ә аҙаҡҡы рейд ваҡытында беҙҙең группа засадаға эләкте. Иң беренсе Азамат яраланды, уның ҡулбашына тейҙе, тағын бик күп иптәштәребеҙ, взвод командиры һәм рота замполитыбыҙ һәләк булдылар. Яралы, күп ҡан юғалтҡан булһа ла Азамат автоматын ҡулынан төшөрмәне, бик күп дошмандарҙы юҡ итте. Дошмандарҙың «бирелегеҙ!» тип ҡысҡырыуына ҡаршы автомат уты һәм гранаталар менән яуап бирҙе. Бер иптәшебеҙҙе һуңғы граналарының береһе менән прикрывать итеп, үлемдән ҡотҡарҙы. Беҙ дошмандарға бик ныҡ ҡаршылыҡ күрһәттек. Ләкин көстәр тигеҙ түгел ине. Азамат иң һуңғы гранатаһын ҡулына ҡыҫып тотҡан көйө һәләк булды. Дошман пуляһы уның күкрәгенә тейҙе һәм үлемесле яраланы. Азамат үҙенең интернациональ бурысын аҙағынаса намыҫ менән үтәне һәм геройҙарса һәләк булды».

ДАНЫҢ ҒЫНА ҠАЙТТЫ ӘЙЛӘНЕП... (Бынан 32 йыл элек яҙылған мәҡәлә)
ДАНЫҢ ҒЫНА ҠАЙТТЫ ӘЙЛӘНЕП... (Бынан 32 йыл элек яҙылған мәҡәлә)

Исемдәре А булыр
Фамилияһы Я булыр...
Ах, был бала саҡтың иҫтәлек дәфтәрҙәре!
«Онотмаҫһың мине лә» тип ҡулдар яҙғанда, күңелдәр яҙмыштың ғүмерлек айырылышыу, бер-береңде юғалтыу фажиғәһен әҙерләүен һиҙемләмәй шул әле. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса ятланған һүҙҙәрҙе теҙә:
Ягафаров Азаматтың
Иҫтәлектәре булыр.
Ә бөгөн, бөгөн иһә һинең исемең менән бәйле бөтә нәмә ҡәҙерле, иҫтәлекле, Азамат...


Яңы Монасипта - тыуған ауылыңда - йәш юлаевсыларҙың бер отряды һинең исемеңде йөрөтәсәк. Йәш быуын һинең өлгөңә эйәреп, вайымһыҙлыҡтан арынасаҡ, йәшәү мәғәнәһен аңлаясаҡ. Мәктәптә «Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй» тигән стенд та бар.
Һин өс мәктәптә уҡығанһың: Яңы Монасипта башланғыс кластарҙа, Нәбиҙә һигеҙенсе класты бөткәнсе, Иҫке Монасип урта мәктәбендә - туғыҙынсы, унынсы кластарҙа.
«Азамат бәләкәйҙән үк тыныс холоҡло, ярҙамсыл, тырыш була. Шуға күрә лә уны ауылдаштары ла, кластары һәм уҡытыусылары ла йөҙөнән йылмайыу китмәгән, ололарға иғтибарлы, кеселәргә кеселекле, киң күңелле кеше итеп хәтерләй». Бына ошондай һүҙҙәр бар Яңы Монасип мәктәбе стендында.
Уҡытыусы Гәүһәр Ямалова иҫтәлектәренән:
«1978 йылда уҡыу йортон тамамлап, Иҫке Монасип мәктәбенә немец телен уҡытырға килдем. Унынсы кластарға класс етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Ун биш уҡыусы һәр береһе бер төрлө... Азамат һәр саҡ баҫалҡы йылмая...Ул художник ине. Кластың күп эштәре уға йөкмәтелер ине. Ә ул уны һәр саҡ үтәп сығыр ине».
Нәбиҙә лә онотмайҙар һине. Юҡ, онотмайҙар һүҙе тура килеп етмәй, һине хөрмәтләйҙәр, һинең кеүек яҡшы уҡырға, тәртипле булырға тырышалар. «Таң» гәзитендәге «Файҙалы семинар» (25 февраль, 1992 йыл) тигән мәҡәләһендә М. Фәтҡуллина уҡытыусы Рәмилә Йәнчуринаның «Батырҙан өлгө ал!» тигән октябрят сборы үткәреүе тураһында яҙа: «Ул яугир - интернационалист Азамат Йәғәфәровтың тормош юлына байҡау яһаны, уҡыусылар, уҡытыусылар Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм Батырлыҡ өсөн миҙалы менән наградланған Азамат ағайҙары тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы». Бында ла һинең исемеңде йөрөткән отряд, тормош юлың, батырлығың тураһында һөйләгән стенд бар. Уҡытыусың Зәки Сөләймәнов һиңә арнап шиғырҙар яҙған. Балалар «Азамат» йырын бигерәк тә яратып, ғорурлыҡ хисе кисереп йырлай.
Иҫке Монасипта һинең исемеңде мәңгеләштереү өсөн мемориаль таҡта асылған: «1978-1980 йылдарҙа ошо мәктәптә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Азамат Йәғәфәров уҡыны һәм эшләне». Бында һин ултырған парта ла ҡиммәтле иҫтәлек итеп һаҡлана.
Ләкин барыбер йөрәк әрнеткес күренештәр юҡ түгел.
1991 йылдың мартында яугир-интернационалистарҙың сираттағы осрашыуы була. Байназарҙан Зәйтүн Әминев интернационалистар йәмғиәте рәйесе итеп һайлана. «Азамат Йәғәфәровҡа районда һаман да бюст ҡуйҙырып булмауы тураһында ул бигерәк тә әсенеп һөйләне. Ошо изге эште аҙағынаса атҡарып ҡуйырға райондың хәленән килмәйме ни?!» («Таң», 5 март, 1991 йыл)
Бюстмы, һәйкәлме, обелискмы - хикмәт хәтерҙе, хөрмәтте нисек итеп кәүҙәләндереүҙә түгел, ә яҡташыбыҙ алдындағы кешелеклелек бурысын үтәүҙә (кемдәрҙеңдер афған һуғышын «сәйәси уйын» тип атауы яугир батырлығының бәҫен төшөрәме ни?)
Хәйер, ВЛКСМ-ДЫҢ район комитетын, унан һуң Демократик Йәштәрҙең район комитетын был тәңгәлдә ғәйепләп булмай. 1986 йылда Азамат Йәғәфәров призына район буйынса биатлон ярыштары үтә (Иҫке Собханғол урта мәктәбендә еңеүсе командаға бирелгән бүләк-сувенир болан һаҡлана). Һәйкәлгә аҡса йыйыу өсөн мәктәптәрҙә йәрминкәләр ойошторола (1989), түләүле концерттар ҡуйыла. Уҡыусыларҙың көсө менән табылған аҡса Агропромбанктағы «Яугир -интернационалист Азамат Йәғәфәров фондына» 0007000910 иҫәбе менән күсерелә. «Айырым кешеләр ҙә аҡса күсерҙе. Төлкөбаев Азат ағай, мәҫәлән, илле һум бирҙе. Башҡа мәктәптәр ҙә аҡса күсерҙе. Ләкин ул аҡса эҙһеҙ юғалды. Һәйкәл асыу тураһында һөйләнеләр ҙә, аҙағына тиклем еткермәнеләр», - ти Яңы Монасип мәктәбе уҡытыусыһы Нәсимә Ғилман ҡыҙы Сәғитова.
Агропромбанктың Иҫке Собханғол филиалы управляющийы Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Халиҡова:
- Әле счетта ике мең илле алты һум (!) аҡса иҫәпләнә. Һалым инспекцияһының счетты ябырға тигән күрһәтмәһе бар.
Ни өсөн ябырға һуң?
Һалым инспекцияһында былай

тип яуап бирҙеләр:
«Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының «Предприятиеларҙың, учреждениеларҙың һәм ойошмаларҙың Дәүләт реестрын булдырыу һәм үткәреү тәртибе тураһында» тигән Указы нигеҙендә, башта Дәүләт реестрын үтергә кәрәк».
***
Азамат ул яҙҙы хеҙмәтен тултырып ҡайтырға тейеш ине. Ҡанлы, саңлы афған иле менән хушлашыр ҙа, Башҡортостанына юл алыр. Бөрйәненең саф һауаһын һулар. Әгәр ҡәһәрле бер көн бөтә хыялдарҙы селпәрәмә килтермәһә... Кандагарҙа 1361 йылдың, Башҡортостанда 1982 йылдың ләғнәтле бер көнө...
«Красная звезда» гәзитенән («Һуңғы граната», майор В. Светиков):
«Был 1982 йылдың 21 апрелендә булды. Был көндө рота командирының замполиты лейтенант А. Демаков етәкселек иткән взводҡа юлдың иң алыҫ участкаларының береһен һаҡларға, кисекмәҫтән юлға сығырға кәрәк ине... Демаков төркөмөндә барыһы ла һыналған, дары еҫен еҫкәгән егеттәр. Уларҙың ҡайһы берҙәренең хәрби наградалары бар.
Сержант Сергей Ниякин, Усман Ғәләүетдинов, рядовой Фердинанд Вәлиев «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән наградланған. Ҡалған һалдаттар ҙа - рядовой Сергей Варнавский, Азамат Йәғәфәров, Сергей Жадан, Илдар Ибраһимов - юғары яуаплылығы, ҡыйыулығы менән айырылып тора. Улар тау ҡаршылыҡтарын тиҙ һәм тауыш -тынһыҙ үтә ала, иң киҫкен мәлдәрҙә лә юғалып ҡалмай.
Төркөм билдәләнгән урынға, дошман объектҡа һөжүм итә ҡалһа, берләшергә тейеш булған башҡа төркөмдәргә ҡарағанда көнбайыштаныраҡ барҙы...Алда - арыҡ. Уның артында дыуалдың тәпәш стенаһы. Ул гранат баҡсаһына барып тоташа. Дыуалдың ошо өлөшө һәм ағастар кәрәк саҡта йәшенеү урыны булып хеҙмәт итә ала.
Йүгерә-атлай дыуалға еттеләр. Артабан да юлды дауам итергә кәрәк ине. Шул сак атыш тауыштары ишетелде.
Пулялар яҡындан ғына выжлап үтеп, гранат ботаҡтарын һындырып төшөрҙө. Бандиттарҙың уты көслө ине. Төркөм ҡыҫҡа очередтар менән яуап бирҙе... Демаков дошмандарҙың берсә йүгергеләп, берсә шыуышып үҙҙәрен ярым түңәрәк эсендә ҡалдырғандарын күрҙе...»
В. Светиков артабан лейтенант А. Демаковтың батырлығын һүрәтләүгә күсә. Әммә был һуғыш Андрей өсөн генә түгел, Азамат өсөн дә һуңғыһы була.
Азаматтың ике туған апаһы Шәмсинур Йәғәфәроваға яҙған хатынан:
«Апай, кеше һүҙенә ышанып, ҡотоғоҙ осоп барырлыҡ бында бер нәмә лә юк ул. Үҙе килеп күрмәгән кеше һөйләй инде ул. Юҡ-бар һүҙгә ышанып бармағыҙ. Заграницала нисек хеҙмәт итәләр, бында ла шулай хеҙмәт итәбеҙ инде... Минән хат булмай торһа, әллә нимәләр уйлап ҡуймағыҙ тағы” (29 декабрь, 1980 йыл).
Азаматтың дуҫы Илдарҙың афған һуғышы геройы Азамат Йәғәфәров исемен йөрөткән отряд пионерҙарына яҙған хатынан:
«Азамат менән 1980 йылдың 23 сентябрендә танышҡан инек һәм шунан алып аҙаҡҡаса бергә булдыҡ. Хәрби операциялар һәм рейдтар ваҡытында ул үҙен ҡурҡыу белмәҫ һәм батыр һуғышсы итеп күрһәтте һәм шуға күрә ул ротаның боевой группаһында ине. Беҙ боевой группа составында бик күп особый боевой заданиеларҙа йөрөнөк. Шуларҙың береһендәге батырлығы өсөн Азаматты “Батырлыҡ өсөн” («За отвагу») миҙалы менән бүләкләнеләр. Командованиенан бик күп благодарностар алды. Үҙенең ғүмеренә үлем ҡурҡынысы янаһа ла, яралы йәки һәләк булған иптәшен ташлап китмәй ине. Ә аҙаҡҡы рейд ваҡытында беҙҙең группа засадаға эләкте. Иң беренсе Азамат яраланды, уның ҡулбашына тейҙе, тағын бик күп иптәштәребеҙ, взвод командиры һәм рота замполитыбыҙ һәләк булдылар. Яралы, күп ҡан юғалтҡан булһа ла Азамат автоматын ҡулынан төшөрмәне, бик күп дошмандарҙы юҡ итте. Дошмандарҙың «бирелегеҙ!» тип ҡысҡырыуына ҡаршы автомат уты һәм гранаталар менән яуап бирҙе. Бер иптәшебеҙҙе һуңғы граналарының береһе менән прикрывать итеп, үлемдән ҡотҡарҙы. Беҙ дошмандарға бик ныҡ ҡаршылыҡ күрһәттек. Ләкин көстәр тигеҙ түгел ине.
Азамат иң һуңғы гранатаһын ҡулына ҡыҫып тотҡан көйө һәләк булды. Дошман пуляһы уның күкрәгенә тейҙе һәм үлемесле яраланы. Азамат үҙенең интернациональ бурысын аҙағынаса намыҫ менән үтәне һәм геройҙарса һәләк булды».
Цинк табут, дуҫтарының хәтирәләре, ҡайғы уртаҡлашыуҙар... Юҡ, ышанмай Фазулла бабай менән Хәйриямал инәй быларҙың береһенә лә, ҡабул итә алмай. «Ошо миҙал килмәйенсә, көтөүҙән туҡтаманым», - ти Хәйриямал инәй, 1988 йылда ебәрелгән «Яугир -интернационалисҡа рәхмәтле афған халҡынан» тигән миҙал танытмаһын ҡулына алып.
Эйе, иң һуңынан өмөт һәләк була...
***
15 февралдә совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 5 йыл тулды. Хәрби комиссариаттан Азамат Ырыҫҡолов, район хакимиәтенән Рәис Кәбиров, яугир-интернационалистар йәмғиәте рәйесе Ильяс Мөхәмәтйәнов һәм башҡа «афғандар» Яңы Монасип ауылына барып, уҡыусылар, Азамат Йәғәфәровтың ата-әсәһе менән осрашты. Азаматтың ҡәберенә сәскәләр һалды.
Рәйлә Күлбаева.
23 февраль, 1994 йыл. «Таң»гәзите.

 

ДАНЫҢ ҒЫНА ҠАЙТТЫ ӘЙЛӘНЕП... (Бынан 32 йыл элек яҙылған мәҡәлә)
ДАНЫҢ ҒЫНА ҠАЙТТЫ ӘЙЛӘНЕП... (Бынан 32 йыл элек яҙылған мәҡәлә)
ДАНЫҢ ҒЫНА ҠАЙТТЫ ӘЙЛӘНЕП... (Бынан 32 йыл элек яҙылған мәҡәлә)
ДАНЫҢ ҒЫНА ҠАЙТТЫ ӘЙЛӘНЕП... (Бынан 32 йыл элек яҙылған мәҡәлә)
ДАНЫҢ ҒЫНА ҠАЙТТЫ ӘЙЛӘНЕП... (Бынан 32 йыл элек яҙылған мәҡәлә)
ДАНЫҢ ҒЫНА ҠАЙТТЫ ӘЙЛӘНЕП... (Бынан 32 йыл элек яҙылған мәҡәлә)
Автор:
Читайте нас