Тыуған илгә хеҙмәт – изге бурыс тип һанаған егет, сәләмәтлегенә бәйле армия сафына алынмай ҡалғас бик бошона. Шуға ла махсус хәрби операция башланғас, ныҡлы ҡарар ҡабул итеп, үҙ теләге менән ил алдындағы бурысын үтәргә барырға була. Ата-әсәһенең, ғаиләһенең ҡаршы булырын һиҙеп, был мөһим ҡарары тураһында уларға контракт төҙөгәс кенә хәбәр итә. Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, 2024 йылдың башында хәрби хеҙмәткә юллана. Башта Екатеринбургтағы 228-се мотоуҡсылар полкында гранатометчик ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Май айында хәрби заданиеға барғанда дрон һөжүменән ҡулы яралана. Луганск өлкәһенең Новопсков ҡалаһындағы госпиталдә ике аҙна дауаланыу курсы үтә. Тик яуҙаштары өсөн борсолған һалдат госпиталдә ятып түҙмәй, дауаланыуҙан баш тартып, кире алғы һыҙыҡҡа китә.
Көҙгә ҡарай “Башка” штурм төркөмө етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Һуңғы заданиеға барыуы әлегеләй күҙ алдында уның – Донецк өлкәһенең Петровка ауылы янында ҡаты бәрелеш ваҡытында дошман минометтан ут аса. Аяғына көслө яра алған егет ут аҫтында бер кемдән дә ярҙам булмаҫын яҡшы аңлай, шуға бар көсөнә үҙебеҙҙекеләр яғына шыуыша. Тик алыҫ китеп өлгөрмәй - тағы бер дрон килеп, өҫтәп яралап китә. Аяғынан тыш ҡабырғаһы һынған, бөйөр-бауырына ярсыҡтар ҡаҙалған ҡаты яралы килеш хәл ала-ала тағы 3 көн шыуыша. “Ул ваҡытта бер сәғәт бер тәүлектәй тойолдо. Ғаиләмде, ата-әсәйемде уйлау ғына миңә йәшәргә көс бирҙе”, - ти ул.
Үҙебеҙҙекеләргә яҡынайғас, Владикты эвакуациялау төркөмө килеп ала. Хәл өҫтөндә булған яугирҙы Макеевка ҡалаһындағы госпиталгә, унан Рәсәйгә эвакуациялап, Екатеринбург ҡалаһындағы госпиталгә ебәрәләр. Дүрт ай дауамында дауаланыу курсы үтеп, ҡатмарлы операциялар үткәрә. Реабилитация үткәндән һуң, хәрби табиптар комиссияһы аяғы шәбәймәгән егетте хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таба. 2025 йылдың 8 декабрендә рәсми рәүештә әрме сафынан төшөрөлә.
Һуңғы сиккә еткәндә лә өмөтөн өҙмәй, бар көсө менән йәшәүгә ынтылған “Башка” бөгөнгөһө менән бәхетле. Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән ветеран яугир “Батырлыҡ өсөн”, “Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған.