«Башҡортостандың медиатармағы – профессионалдарҙың ҙур, көслө командаһы. Дәүләт киң мәғлүмәт сараларында ғына 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй. Республика үҙенең теле-һәм радиоканалдары, үҫешкән муниципаль телестудиялар селтәре, Башҡортостан халыҡтарының 6 телендә нәшер ителгән 146 баҫма матбуғаты менән билдәле. Электрон киң мәғлүмәт саралары әүҙем үҫешә. Улар барыһы ла мөһим социаль миссия үтәй — дәүләт менән йәмғиәт араһында коммуникацияларҙы көйләй, ышаныс мөхитен тыуҙыра, кешеләрҙе ялғандан һәм алданыуҙан һаҡлай», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы бөгөн республикала хәрби хәбәрселәр пулы булдырылыуы хаҡында һөйләне. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда хәрби хәбәрселәрҙең статусын нығытҡан закон ҡабул ителде.
«Бөгөн ошо залда Азат Саҙрыев, Эдуард Ҡусҡарбәков, Айнур Кәбиров, Рәмил Мансуров, Мөнир Ҡунафин, Артур Дәүләтбәков, Гүзәл Хәмитова, Ильяс Батыргәрәев, Илдар Байбулатов һәм башҡалар ултыра. Бөрйән районының «Таң» гәзите редакцияһы водителе Иршат Сәйетбатталов 70-тән ашыу тапҡыр МХО биләмәһенә гуманитар йөк алып барған. БСТ телеканалы водителе Иван Шабрин дөйөм алғанда бөтәһе 367 көн МХО биләмәһендә булған. Бындай миҫалдар бик күп. Яугир яҡташтарыбыҙға ярҙам өсөн барыһына ла рәхмәт белдерәм», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы республикала журналистар өсөн «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһы булдырылыуы хаҡында ла иҫкә төшөрҙө. Быйыл ул икенсе тапҡыр тапшырыла.
"Башинформ"дан.