Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Декабрь 2025, 10:15

“Башҡорт” позывнойлы яугир

Әбделмәмбәт егете Айгизәр Әнүәр улы Боҫҡонов махсус хәрби операцияла ике йыл инде. 18 көнгә ялға ҡайтҡан “Башҡорт” позывнойлы яугир Кременной ҡалаһы йүнәлешендә разведкала хеҙмәт итә. Ул БПЛА операторы, йәғни разведка, маҡсатлы күрһәтмәләр биреү, (дошмандың техникаһын юҡ итеү өсөн) төҙәтмәләр индереү өсөн дрондар менән идара итеүсе.

“Башҡорт” позывнойлы яугир
“Башҡорт” позывнойлы яугир

БПЛА операторҙары хәҙерге заман хәрби бәрелештәрендә, шул иҫәптән махсус хәрби операцияларҙа мөһим роль уйнай. Дрондар ҡулланыу хәрби хәрәкәттәрҙең һөҙөмтәлелеген арттыра, командование өсөн ҡиммәтле мәғлүмәт алырға, армияға тиҙерәк эш итергә мөмкинлек бирә. Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙарының бурыстары байтаҡ. Улар араһында дрон менән идара итеү генә түгел, операцияларҙы әҙерләү, үтәү һәм анализлау ҙа бар.

Айгизәр Сибайҙа төҙөлөш колледжын тамамлағандан һуң, себер тарафтарында эшләй. Йәш егет 2023 йылдың ноябрендә МХО-ға барырға ныҡлы ҡарар ҡабул итә.

-Луганск өлкәһенең Ровеньки ҡалаһында 21 көн (10 көн компьютер артында, 10 көн практика) уҡыныҡ. Үҙебеҙҙең тырышлыҡ менән ныҡлап өйрәндек.

Янымда әлеге ваҡытта Башҡортостан егеттәре юҡ. Кейемдәр бирелә. Нигеҙҙә, тушенкалар менән туҡланабыҙ. Эсәр һыуға һәр ваҡыт мохтажбыҙ. Урындағы һыу ятҡылыҡтарынан алынған һыуҙы марля аша үткәреп,  таҙартып эсәбеҙ. Ҡалаға сығып килеү мөмкинлеге килеп тыуһа, аҙыҡ-түлек алып ҡайтабыҙ, мунсаны ла шунда ғына инәбеҙ. Блиндаждарҙа йәшәйбеҙ. Тышҡа сығып дрондарҙы ултыртыу ғына ла беҙгә хәүеф менән янай, сөнки беҙ штурмдың артында ғына.

Бер урындан икенсеһенә урынлашҡанда (блиндаждарҙы алдан төҙөп әҙерләп ҡуялар) бөтә ҡоролмалар менән күсеп барабыҙ һәм шунда уҡ дрондарҙы осора башлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта тура трансляция бара - армия беҙҙең осоштарҙы ҡарап ултыра, команда бирә, - ти хәрби белгес.

БПЛА менән идара итеү еңел эш түгел. Операторға компьютерҙы яҡшы белеү талап ителә. Осоу бейеклеген, тыйылған зоналарҙы һәм ваҡыт буйынса сикләүҙе үтәргә, стресс хәлдәренә әҙер булырға, бик һаҡ эшләргә һәм тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белергә тейеш.

-Дрондарҙы көнөнә 2-3 тапҡыр осорабыҙ. Ул 7-8 саҡрымға тиклем осоп, разведка яһап килә ала. Аппарат 40-ҡа яҡын шартлатҡыс һыйҙырышлы була. Станция аккумуляторҙары генератор ярҙамында көс йыя - киске сәғәт 6-ларға тиклем зарядка йыйҙырабыҙ, кискә, төнгөлөккә ҡуймайбыҙ, сөнки дошман тепловизорҙары беҙҙе һиҙеп ҡалыуы бар. Пилотһыҙ осоу аппараты ҡыйралһа, техниктарыбыҙ йүнәтеп бирә. Көнө-төнө, тигәндәй, ҡайһы саҡ тәүлек әйләнәһенә эшләйбеҙ. Хәҙер өйрәнелде. Ундағы егеттәр менән дә туғанлашып тигәндәй бөттөк. Тормош ҡиммәттәре лә үҙгәрҙе,  - ти заманса, әммә хәүефле, бик яуаплы һөнәргә эйә Айгизәр.

Уның әйтеүенсә, дрон белгесе булып тик түҙемле, сыҙамлы, иғтибарлы булғандар ғына эшләй ала. Командование ҡоролмалар менән тәьмин итә, әммә шулай ҙа уларға дрондар, генераторҙар, бензобысҡылар, шуруповерт кеүек әйберҙәр һәр саҡ кәрәк.

МХО зонаһында хеҙмәт итергә әҙер квалификациялы белгес, “Башҡорт” позывнойын ғорур йөрөткән Бөрйән егетенә еңеү менән имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Автор: Альфина Юлчурина
Читайте нас