Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
2 Декабрь 2025, 14:31

МХО-ға мунса эшләү буйынса Бөрйән тәүге урында

Һәр кем үҙенең көндәлек тормош мәшәҡәте менән йәшәһә лә, шул арала махсус хәрби опреацияла йөрөүсе егеттәргә бар хәлдәренән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышыусы райондаштарыбыҙ бихисап. Яңыраҡ ҡына ҡоролмалар, блиндаждар төҙөү өсөн 25 кубометр таҡта оҙатылһа, һәр ауылда маскировка селтәре үреү, блиндаж шәме эшләү буйынса эштәр әүҙем бара. Ә МХО-ға мунса эшләп оҙатыу буйынса район республикала тәүге урынды биләй.

МХО-ға мунса эшләү буйынса Бөрйән тәүге урында
МХО-ға мунса эшләү буйынса Бөрйән тәүге урында

Бына бөгөн дә район үҙәгенә Иҫке Мөсәт һәм Ғәләкбәрҙән мунсалар килеп етте.

Иҫке Мөсәт ауылының егеттәре - шәхси эшҡыуар Данир Муллағәлиев, Динар Муллағәлиев һәм Илназ Бикмөхәмәтов ағымдағы йылда икенсе мунсаны эшләп тапшырырға алып килгәндәр.

Район ветерандар советы рәйесе Олег Ғәлиев:

-Иҫке Мөсәт еггетәре эшләгән мунсаны үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Бик ыҡсым, ҡулайлы итеп эшләнгән. Уның размерҙарын алып, башҡаларға ебәрергә иҫәп тотам. Был өс егеткә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, шәп кешеләр.

Әле тағы ла Иҫке Собханғолда һәм Ҡыпсаҡта мунсалар төҙөлөү өҫтөндә. Йәмғеһе 32 мунса әҙерләгәнбеҙ, - ти.

Ғәлиәкбәр ауылының ир-егеттәре лә икенсе мунсаны тамамлап ҡуйғандар. Бағыусылыҡ ярҙамын Михаил Косарев күрһәтһә, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре - Рамаҙан Аҫылғужин, Илшат Әминев, Илһам Байғазин, Илфаҡ Байғазин, Хәйҙәр Бикбаев, Илфат Ҡаһарманов, Таһир Сөләймәнов, Руслан Исламбаев, Ғәзим Ишбаев, Әнис Дилмөхәмәтов , Руслан Әхтәмов мунсаны төҙөү эштәрен башҡарған. Руслан Әхтәмов шулай уҡ профилдәр алып килһә, Артур Халиҡов ташлама менән тимер, профилдәр алып ҡайтып биргән. Ауылдың ағинәйҙәре һәр ваҡыттағыса изге эштән ситтә ҡалмаған – мунса эсенә кәрәк-яраҡтар әҙерләгән. МХО яугирының атаһы Ҡорбанғәле Ҡаһарманов һәм Марат Йәнғәлин газ баллондары, мунса өсөн һауыт-һабалар тапшырған.

 

МХО-ға мунса эшләү буйынса Бөрйән тәүге урында
МХО-ға мунса эшләү буйынса Бөрйән тәүге урында
МХО-ға мунса эшләү буйынса Бөрйән тәүге урында
МХО-ға мунса эшләү буйынса Бөрйән тәүге урында
Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас