Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
27 Ноябрь 2025, 17:10

МХО ветерандары бизнес-проекттарын яҡлай

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге МХО ветерандарына нисек ярҙам итә? Ағымдағы йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ветерандар Бөрйән районы буйынса мәшғүллек үҙәге ярҙамында туристик агентлыҡ, экскурсия хеҙмәте һәм умартасылыҡ өлкәләрендә үҙҙәренең эштәрен астылар. Туларҡ сайтта.

МХО ветерандары бизнес-проекттарын яҡлай
МХО ветерандары бизнес-проекттарын яҡлай

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге МХО ветерандарына нисек ярҙам итә?

Ағымдағы йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ветерандар Бөрйән районы буйынса мәшғүллек үҙәге ярҙамында туристик агентлыҡ, экскурсия хеҙмәте һәм умартасылыҡ өлкәләрендә үҙҙәренең эштәрен астылар. Туларҡ сайтта.

 

Хәрби хәрәкәттәр ветераны Р. Мөхәмәтғәлин бизнес-планын уңышлы яҡлап, умартасылыҡ буйынса үҙ эшен асып ебәрҙе.  Уның ниәте – бал ҡорттары үрсетеү өсөн уңышлы эшләп торған умартасылыҡ булдырып, сифатлы бал һәм умартасылыҡтың башҡа продукцияларын етештереү.

-Мин умартасылыҡ нигеҙҙәре - мәҫәлән, бал ҡорттарын ҡарау, сирҙәрҙе иҫкәртеү ысулдары һәм бал алыу тураһында яҡшы ғына беләм. Ошо белгәндәрем миңә умартасылыҡ менән эффектлы идара итергә һәм халыҡты сифатлы бал менән тәьмин итергә мөмкинлек бирер тип ышанам, - ти Рифат Рамаҙан улы.

А. Сәғитов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан. Хәрби яраһы уға артабан водитель булып эшләүен дауам итергә мөмкинлек бирмәй. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткәндән һуң ул үҙенә яңы маҡсат ҡуйҙы – МХО ветераны үҙенең хоббиһын уңышлы бизнесҡа әйләндерҙе. Хәҙер ул туристарҙы йылға буйлап кәмәләрҙә ағыҙа, төрлө маршруттар буйынса джип-турҙар ойоштора.

Джип-тур программаһы буйынса юлһыҙ ерҙәрҙән йөрөй алыусы техникала үтеүгә ауыр һәм экстремаль маршруттар буйлап тур ҡаралған. Уның сиктәрендә тәбиғәттең матур урындарында, иҫтәлекле ерҙәрҙә туҡтай-туҡтай, ул урындар, уларҙың тарихы, легендалары хаҡында бәйән итеү, туҡланыуҙы ойоштороу, базала ял һәм йоҡлау менән күңел асыу программалары һәм туристарҙы Ағиҙел буйлап Шүлгән мәмерйәһенә тиклем ағыҙып төшөрөү күҙаллана.

Махсус хәрби операциянан әйләнеп ҡайтҡас, Р. Ҡыуандыҡов экскурсион туристик хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә үҙ эшен асырға ҡарар итә. Ул шулай уҡ “4-се разрядлы һаҡсы” квалификацияһы буйынса ҡайтанан әҙерлек тә үтте.

Ветерандың проектының асылы Бөрйән районы биләмәһендә бер нисә маршрут буйынса йыл әйләнәһенә эшләгән балыҡ тотоу туры ойоштороуҙы күҙаллай. Тур программаһы сиктәрендә бөтә маршрут буйынса яҙғы, йәйге, көҙгө осорҙарҙа  бер нисә туҡталышар, туҡланыуҙы, төнгә туҡтап, йоҡлауҙы, күңел асыуҙы ойоштороу менән бергә туристарҙы катамарандарҙа ағыҙыу, ҡышҡыһын туристарҙы ҡаргиҙәрҙәрҙә сәйәхәт иттереү ҡаралған. Шулай уҡ теләгәндәргә моторлы кәмәләрҙә тур ойоштороу ҙа иҫәпкә алынған.

Әгәр хыялың артынан эйәреп, үҙеңдең күңелеңә ятҡан эш менән булышһаң һәм мәшғүллек үҙәгендә эшләнгән бизнес-план буйынса хәрәкәт итһәң, хатта иң ҡыйыу пландар ҙа тормошҡа аша!

Бөрйән районы мәшғүллек үҙәге партнерҙары менән берлектә ветерандаға һәм уларҙың яҡындарына  ҡәҙимге тормошта яңы мөмкинлектәр табырға ярҙам итә.

Барлыҡ башланғыстарығыҙҙа ла уңыштар теләйбеҙ!

Хеҙмәт урыны табыу мәсьәләләре буйынса беҙгә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Беҙҙең адрес: Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30 (2-се ҡат). Телефон: 8 347 55 3 62 70.

Н. Ишкилдина, мәшғүллек үҙәге етәксеһе.

МХО ветерандары бизнес-проекттарын яҡлай
МХО ветерандары бизнес-проекттарын яҡлай
МХО ветерандары бизнес-проекттарын яҡлай
МХО ветерандары бизнес-проекттарын яҡлай
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас