Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
20 Ноябрь 2025, 08:40

“Симба” илһөйәрлек тураһында һөйләне

Ҡаһарманлыҡ дәресенә Ватанды һаҡлау нимә икәнлеген ишетеп кенә түгел, үҙ миҫалында белгән кеше – Салауат Юлаев исемендәге батальон командиры урынбаҫары, инструктор-методик бүлексәһе начальнигы, “Симба” позывнойлы майор килде.

“Симба” илһөйәрлек тураһында һөйләне
“Симба” илһөйәрлек тураһында һөйләне

Ватан һаҡсылары йылы һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы сиктәрендә Ҡотан ауыл мәҙәниәт йорто һәм Ырғыҙлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе берлектә “Тыуған илде һаҡлау  тигән һөнәр бар!” тигән ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрҙе. Сараның маҡсаты - уҡыусыларға Ватан һаҡсыларының ҡаһарманлыҡтары хаҡында бәйән итеү һәм Тыуған ил яҙмышы өсөн гражданлыҡ яуаплылығы тойғоһо тәрбиәләү.

Ҡаһарманлыҡ дәресенә Ватанды һаҡлау нимә икәнлеген ишетеп кенә түгел, үҙ миҫалында белгән кеше – Салауат Юлаев исемендәге батальон командиры урынбаҫары, инструктор-методик бүлексәһе начальнигы, “Симба” позывнойлы майор килде.

Ул илһөйәрлек тойғоһоноң мөһимлеге хаҡында һөйләп, уны һәр төрлө тормошҡа ашырыу мөмкин икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды: илде һаҡлауҙа, халыҡ өсөн тырышыуҙа, теге йәки был изге эшкә үҙ өлөшөңдө индереүҙә...

Ҡаһарманлыҡ дәресендә шулай уҡ Рәсәй тарихында һәр заманда ла кешеләрҙең Тыуған илдәрен яҡлау-һаҡлау өсөн тырышҡанлығы хаҡында һүҙ алып барылды.

Ватан һаҡсылары хаҡында хәтер – үҙебеҙҙең илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоларын һәм уның тарихын һаҡларға, ысын кеше һәм илдең лайыҡлы граждандары булырға ярҙам иткән быуындар араһындағы бәйләнеш ул.

Осрашыу аҙағында “Симба” балаларға үҙҙәрен тормошта уңышлы кешеләр итергә тырышырға, яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә һәм үҙеңдә эске тәртип булдырырға кәрәклеген әйтте.

Сарала ҡатнашыусылар яугир ағайҙарына сәләмәтлек, именлек һәм, иң мөһиме, уңыш һәр саҡ янында булыуын теләне.

 

“Симба” илһөйәрлек тураһында һөйләне
“Симба” илһөйәрлек тураһында һөйләне
“Симба” илһөйәрлек тураһында һөйләне
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас