Мәшғүллек үҙәгендә “Ир-егеттәр клубы” ултырышы сиктәрендә студенттар “Лесник”, “Каспер” позывнойлы МХО яугирҙары менән осрашты.
Осрашыу – ябай әңгәмә генә түгел, ә ил өсөн мөһим булған ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан йәки ҡатнашыусы кешеләрҙең тарихтарын үҙҙәренән ишетеү кеүек уникаль мөмкинлек тә ул.
Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция зонаһына өлөшләтә мобилизация сиктәрендә эләккән. “Каспер” МХО барышында яра алып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булған. Уға инвалид статусы бирелгән. Ләкин юғалып ҡалмаған, бөгөнгө көндә “Каспер” мәшғүллек үҙәге аша туризм буйынса үҙ эшен асҡан.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар МХО-лағы тәжрибәләре, хәрби операциялар, уларҙағы ауырлыҡтар, хәүефтәр тураһында бәйән итте.
Яугирҙар шулай уҡ студенттарҙың күп һанлы һорауҙарына ла яуап бирҙеләр, Рәсәй хәрбиҙәренең алғы һыҙыҡтағы тормошо һәм ҡыйыулыҡтары тураһында ла телгә алдылар. Тылдан күрһәтелгән ярҙамдың яугирҙар өсөн айырым урын алып тороуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды: маска селтәрҙәре, майшәмдәр, тыуған яҡтан күстәнәстәр һалдаттарҙың рухын күтәрә, яңы батырлыҡтарға ҡанат ҡуя икән.
“Лесник” фронттағы тормош тураһында ентекләп һөйләне. Яугирҙар иптәштәренең сыҙамлығы, ныҡлығы, үҙ-ара ярҙамсыл булыуҙары тураһында ла бәйән итте. Шулай уҡ ҡатмарлы шарттарҙа яралған хәрби дуҫлыҡтың бик мөһим икәнен билдәләнеләр.
Бындай осрашыуҙар йәштәр өсөн бик мөһим. Улар МХО-лағы хәлдәр тураһында шунда булған кешеләрҙән ишетеп, һығымта яһай, тыуған ил именлеген һаҡлауҙың мөһимлеген нығыраҡ аңлай.
МХО яугирҙарының тормошо – Тыуған илгә һөйөү һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө. Йәштәр үҙәренең араһындағы геройҙарҙы белергә һәм беҙҙең ил әлеге ваҡытта үтәгән миссияның әһәмиәтен аңларға тейештәр.
Осрашыу аҙағында мәшғүллек үҙәге етәксеһе Н. Ишкилдина МХО яугирына хәрбиҙәрҙең әсәйҙәре һәм ҡатындары тарафынан әҙерләнгән “Өйҙә көтәбеҙ!” тигән талисман тапшырып, иҫәнлек-һаулыҡ, илебеҙгә еңеү теләне.
Эйе, барыбыҙҙың да теләге бер – иҫән-имен йөрөп, ир-егеттәр тыуған яҡтарына тиҙерәк еңеү менән ҡайтып төшһөн!