Яуымбай ауылы егете әрме хеҙмәтен 2007 йылда Мәскәү өлкәһендә элемтәсе булып үтә һәм йыл ярымға контракт төҙөй. Унан районға ҡайтып, Мәһәҙей ауылы һылыуы Филиәгә өйләнеп, Өфө ҡалаһына күсеп китәләр. Хәрби тормошҡа өйрәнгән егет, 2015 йылда контракт төҙөп, тағы ла Рәсәй ғәскәрҙәре сафына юллана. МХО башланғас, бүтән ғәскәрҙәр менән бер рәттән улар - элемтәселәр ҙә йәлеп ителә. Әле “Көньяҡ”тың бурысы - өҙлөкһөҙ элемтә булдырыу, рацияларҙың төҙөклөгөн тәьмин итеү.
-Махсус хәрби операция барған зоналарҙа 3-4 ай йәшәйбеҙ. Төрлө шарттарҙа йәшәргә тура килә. Хәрби бурысты үтәргә подразделение менән бергә сығабыҙ. Элемтә - хәрби подразделениелар менән идара итеүҙең мөһим өлөшө. Унан тыш, үҙебеҙҙең хәүефһеҙлекте лә хәстәрләргә кәрәк.
Ғаиләм, яҡындарым менән мөмкинлек табып һөйләшеп, хәлдәремде белдереп торам. Сөнки оҙаҡ элемтәгә сыҡмаһаң, улар ут йота башлай. Отпускыға ҡайтҡан ваҡытта бесән эшләшеп, картуфты алышып китергә өлгөрҙөм, - ти яугир.
Хәрбиҙең ғаиләһе лә ишле – тормош иптәше менән 3 бала үҫтерәләр. Өлкән улдары Нургиз 7-се, Илгиз 5-се класта уҡыйҙар, ә кескәй Эльвинаға әле 3 кенә йәш.
- Аллаға шөкөр, тормош иптәшем ваҡыт һәм мөмкинлек табып, шылтыратып тора. Йылына 2-3 тапҡыр отпускыға ҡайта. Беҙ уны һағынып көтөп алабыҙ. Өлкән улыбыҙ ҙа атаһына оҡшап хәрби булырға хыяллана.
МХО-ла хеҙмәт итеүселәрҙең ғаиләләренә хөкүмәтебеҙ тарафынан төрлө ярҙамдар булдырылды. Беҙ ҙә улар менән ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, балалар йәмәғәт транспорттарында бушлай йөрөй, мәктәптә бушлай туҡланалар. Ҡыҙыбыҙ йөрөгән өсөн балалар баҡсаһына түләмәйбеҙ, бушлай төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Ҡәйнәмә социаль хеҙмәткәр тәғәйенләнде, - ти ҡатыны Филиә Хәбир ҡыҙы.
Райондашыбыҙ, кесе сержант “Көньяҡ” ял осоронда Бөрйәнгә ҡайтып, йәмәғәт тормошонда ҡатнашып та өлгөрә. Райондағы хәрби ойошмаларҙың үҫешенә булышлыҡ итеүе, киләсәк быуынды патриотик рухта тәрбиләүгә индергән өлөшө өсөн район ветерандар советының рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ватан алдындағы намыҫлы хеҙмәте, шәхси ҡаҙаныштары өсөн хәрби частең грамоталары, генерал Шайморатов миҙалы менән наградланған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ! Рәсәй оборона Министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған һәр кем бер тапҡыр бирелә торған 1400 000 һум аҡса аласаҡ. Бынан тыш, республикала хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре өсөн 54-тән ашыу төрлө льгота ғәмәлдә. Улар тормоштоң төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала: мәғариф, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, эшкә урынлашыу, көнкүреш проблемаларын хәл итеү.
Контракт буйынса хеҙмәт тураһында ентекле мәғлүмәт алыу өсөн Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариатына йәки +7917-453-78-03, +7937-306-58-87, +7917-040-90-56, +7937-351-16-73 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.