Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
22 Октябрь 2025, 11:55

Әлфирә батальон командирының маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған

"Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан райондаштарға ярҙам йөҙөнән яугирҙарға эске кейемдәр тегелде, бейәләй, ойоҡтар бәйләнде, окоп шәмдәре эшләнде, бик күп маскировка селтәрҙәре үрелде. Бөгөнгө көндә лә был йүнәлештә эште дауам итәбеҙ. Донъяға тыныслыҡ килһен, һалдаттарыбыҙ тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, тип теләйем", - ти дүрт йылға яҡын ойошма эшендә ҡайнаған Әлфирә Фәйзулла ҡыҙы.

Бөрйән районының ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ойошмалары район йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып килә. Улар араһында Ҡотан ауылы ҡатын-ҡыҙҙар Советы ла лайыҡлы урын биләй. Ҡотан ауыл ҡатын-ҡыҙҙар Советы мәҙәниәт, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы менән берлектә күп кенә эштәр атҡара. Бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам күрһәтеүҙә ҡотандарҙың өлөшө ҙур. Ауылда ла үткән бар сараларҙа ҡатнашып йөрөгән ойошманы Ғәлина Әлфирә етәкләй.
Ул үҙе Ҡотан ауылында тыуып-үҫкән, бөгөн дә тыуған ауылында йәшәй. Ырғыҙлы мәктәбендә ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләй. Ғаиләһендә өс улды лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергән. Бер улы - хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан.
"Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан райондаштарға ярҙам йөҙөнән яугирҙарға эске кейемдәр тегелде, бейәләй, ойоҡтар бәйләнде, окоп шәмдәре эшләнде, бик күп маскировка селтәрҙәре үрелде. Бөгөнгө көндә лә был йүнәлештә эште дауам итәбеҙ. Донъяға тыныслыҡ килһен, һалдаттарыбыҙ тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, тип теләйем", - ти дүрт йылға яҡын ойошма эшендә ҡайнаған Әлфирә Фәйзулла ҡыҙы.
Әйткәндәй, яңыраҡ Әлфирә Ғәлинаның әүҙем йәмәғәт позицияһында булыуын, волонтерлыҡ эшенә, гуманитар ярҙам йыйыуға индергән тос өлөшөн билдәләп “Салауат Юлаев” исемендәге батальон командиры исеменән маҡтау ҡағыҙы тапшырыла.
Әлфирә Фәйзулла ҡыҙына район мәнфәғәтенә булған тырыш, намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ!

Сығанаҡ: район хакимиәте сайты.

Автор:
Читайте нас