Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Октябрь 2025, 09:50

Армияға китә егеттәр

16 октябрҙә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева рәйеслегендә армияға саҡырыу буйынса комиссияның ултырышы үтте. Комиссия ағзалары әрмегә саҡырылыусы егеттәрҙең шәхси эштәрен (личные дела) ҡараны һәм уларҙың һәр береһе менән әңгәмә үткәрҙе.

Армияға китә егеттәр
Армияға китә егеттәр

16 октябрҙә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева рәйеслегендә армияға саҡырыу буйынса комиссияның ултырышы үтте.

Комиссия ағзалары әрмегә саҡырылыусы егеттәрҙең шәхси эштәрен (личные дела) ҡараны һәм уларҙың һәр береһе менән әңгәмә үткәрҙе.

Көҙгө саҡырылышта республиканан 3,5 мең призывник хеҙмәт итеү урындарына юлланасаҡ. Яңы армияға барғандар менән Ҡоралла көстәр ғәскәрҙәренең барлыҡ төрҙәрен, шулай уҡ башҡарма  властың башҡа федераль органдарының хәрби частәрен  комплектлаясаҡтар.

Шул уҡ ваҡытта армияға саҡырылыусылар махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итмәйәсәк, тип билдәләнде ведомствола.

Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттең мөҙҙәте әүәлгесә 12 ай тәшки итә.

Призывниктарҙы йыйылыу пункттарынан оҙатыу ағымдағы йылдың 15 октябренән башланды. Көҙгө саҡырылыш 31 декабергә тиклем дауам итәсәк.

Сығанаҡ: Бөрйән район хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмө.

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас