Мәҙәниәт йортонда, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иттән тушенка эшләгән.
-Ошо ҡатмарлы ваҡытта ир-егеттәр беҙҙең ярҙам мохтаж һәм быҡтырылған ит ҙур ярҙам булыр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Изге эштә ярҙам иткән Гөлфинә һәм Ғәзинур Мырҙағоловтарға һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, һаулыҡ, илебеҙгә тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ, - тип хәбәр итәлә Исламбай ауыл мәҙәниәт йортоноң социаль селтәрҙәге төркөмөндә.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлек кәрәк кенә түгел, ә әүҙемләштерелергә тейеш. Махсус операцияла ҡатнашыусы – ул хәҙер төп кеше һәм беҙ уның өсөн барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ.
Сығанаҡ: Исламбаевский СДК ( Айыҡ ауыл-2022)