Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
3 Октябрь 2025, 10:55

Яңғыҙ ҡайын (Хикәйә). Фәриҙә СИТДИҠОВА

Бирешмәне Мәүзифа, бер үҙе донъя көттө. Иренә лә тоғролоҡ һаҡланы. Ятһа ла, торһа ла Кинйәбайын иҫенән сығарманы. Татлы хыялдарға сумып йәшәүен белде. Тик һөйөклөһө генә, өс йыл хеҙмәтен тултырып, холҡо үҙгәреп ҡайтып төштө. Әллә Мәүзифаның ҡәйнәһе менән йәшәмәгәненә, әллә ире талап итһә ла, эшенән сыҡмағанға, Кинйәбай уға ышанманы. Юҡ-барға көнләшеп ғазапланы. Кеше һүҙенә ҡарап, кәләшен ҡыйырһытты. Ҡайһы бер көндәре өйгә лә ҡайтмай, ситтә ҡунып ҡала ине. Әсе теллеләрҙән Мәүзифа иренең ҡарт ҡыҙға эйәләшеүен белеп ҡалды.

Яңғыҙ ҡайын (Хикәйә). Фәриҙә СИТДИҠОВА
Яңғыҙ ҡайын (Хикәйә). Фәриҙә СИТДИҠОВА

Яңғыҙ ҡайын – һағыш билдәһе, тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр ул. Мәүзифаның тормошонда ла был ағас бер ҙә бәхет килтермәне. Яҙмышының ҡайһы яғын ғына алып ҡараһаң да, шул хәсрәтле ҡайынға бәйле булып сыҡты…

Буласаҡ ире Кинйәбай менән тап яңғыҙ ҡайын янында танышты. “Маяҡ” колхозына ҡуна ятып бесән әҙерләйҙәр ине. Баҫҡан еренда ут сығарып торған ҡыҙ кәбән артын тырмалағанда яңылыштан  барып төртөлдө уға. Ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе лә үҙен өтөп алып барған ҡараштарҙы күреп өнһөҙ ҡалды. Уның алдында яҫы ҡара ҡашлы, үткер күҙле, урта буйлы, киң яурынлы, ихлас йылмайған егет баҫып тора ине. Эҫелектән тирләгән маңлайына ҡара бөҙрә сәс шәлкеме төшкән, беләк иттәре тулышҡан, бөтә булмышынан көс һәм дәрт бөркөлгән Кинйәбайға ҡарап тик торҙо әсирләнгән ҡыҙ. Уға һүҙ ҡушырға ла, урынынан ҡуҙғалырға ла үҙен мәжбур итә алмай ине. Егет кешенең генә иҫе китмәне кеүек, юғарыға бесән ырғытыуын белде. Бындай битарафлыҡҡа Мәүзифаның ныҡ асыуы килде, егет яғына башҡаса әйләнеп тә ҡараманы, эшен дауам итте. Ләкин күпме генә тырышһа ла, Кинйәбайҙың һыны күҙ алдынан китмәне. Башы уйға сумды, төрлө һорауҙар тынғы бирмәне. «Кем ул, ҡайһы ауылдан, элек нисек осрамаған?». Шулай көн үтте. Өмә ҡояш байып барғанда ғына туҡтаны. Киске аш алдынан йәштәр йылғаға һыү инергә йүгерҙе. Ғәҙәттәгесә, егеттәр айырым, ҡыҙҙар икенсе яҡта сыр-сыу килде. Һыу инергә бәләкәйҙән яратты Мәүзифа. Бына әле лә, иптәш ҡыҙҙар китеп бөтһә лә, бер үҙе кинәнеп йөҙҙө лә йөҙҙө. Саҡырып килмәһәләр, сығырға уйламай ҙа ине. Ҡабаланмай ғына кейенде ул. Тәне еңеләйеп, арыуҙары бөтөп ҡалғандай булды. Аяғына кейергә эйелгәне, ҡыуаҡ артында ниҙер ҡыштырлаған кеүек тойолдо. Мәүзифа, шомланып, был урындан тиҙерәк китергә ашыҡты. Ләкин бер-ике аҙым да атларға өлгөрмәне, Кинйәбайҙың көслө ҡулдары уны эләктереп та алды.


Ҡыҙҙың ата-әсәһе ризалыҡ бирмәһә лә, өйләнеште йәштәр. Мәүзифаны исенсе егеткә йәрәшкән атаһы пыр туҙҙы. Әсәһе тыштан һөйөнһә лә, эстән көйҙө. «Байға барманы, бөтә ғумере мохтажлыҡта үтер инде», - тип әсенде. Ябай ғына итеп йәшәп киттеләр. Кинйәбайҙарҙың тормошо ауыр ине. Ашарҙарына наҡыҫ, өҫтәрендә алам-һалам. Кеше араһына сығырлыҡ бер нәмәләре лә юк. Ҡәйнәһе менән ҡәйенбикәһе Мәүзифаның кейемдәрен кейәләр. Аслы-туҡлы йөрөй торғас, йәш ҡатын ныҡ ябыҡты, кейемдәре лә туҙа башланы. Бер көн өйҙә аулаҡ ҡалғанда, башҡа сығайыҡ, тип иренә кәңәш итте. Оҙаҡ икеләнде Кинйәбай. Әсәһе менән апаһын кемгә ҡалдырыр? Улар нисек йәшәр? Шул уҡ ваҡытта кәләшенән дә ҡалаһы килмәне. Мәүзифаны атаһы йортона ҡайтыр ҙа китер, тип ҡурҡты. Бәләкәй генә өйгә айырым йәшәргә сыҡтылар. Ҡәйнәһе йыуаш булғанға бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ә бына ҡәйенбикәһе ысын мәғәнәһендә ғауға ҡуптарҙы. Мәүзифа уға артыҡ иғтибар итеп торманы. Иң мөһиме – Кинйәбайы уны тыңлай ине. Артабан донъя көтөүҙәре еңеләйҙе. Тапҡаны үҙҙәренә генә. Ата-әсәһе ла ҡыуанып бөтә алманы. Хәлдәренән килгәнсе ярҙам итеп торҙолар. Бәхеттең етенсе ҡатында йөрөнө ул. Һәр саҡ шулай булыр һымаҡ тойолдо үҙенә, ләкин яҙмыш уға яңы һынау ҡуйҙы.
Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тигәндәй, йәштәрҙең мөхәббәте иртә һүрелде. Бер-береһенең холҡона төшөнөргә лә өлгөрмәнеләр, Кинйәбайы әрме хеҙмәтенә алынды. Яңғыҙ ҡайын янына тиклем оҙата килде ул ирен. Күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды Мәүзифа. Шунан һуң ҡайынды ҡосаҡлап үкһеп иларға кереште. Ҡола ялан уртаһында япа-яңғыҙы тороп ҡалды. Бигерәк бер үҙе шул. Ҡайғы хәсрәтен һөйләр кешеһе лә юҡ бит, исмаһам. “Яңғыҙһың, балам, бәхетле булһаң ярар ине ”, - ти торғайны әсәһе. Эйе, Мәүзифа Талиба апай менән Тимерйән ағайҙың бер генә бөртөк ҡыҙы. Башҡа балалары гел үлеп торҙо. Атаһының һөйләүенсә, әсәһе уны ураҡ өҫтөндә тыуҙырған. Шул вағытта һыуыҡ тейҙереп, үпкә сиренә тарыған. Әле өйҙән да сыға алмай, бахырың.


Һуғыш аҙағы булғанғамы, әллә бәхетенәме, Кинйәбайы Курил утрауына эләкте. Хаты айҙар буйы килә. Бирешмәне Мәүзифа, бер үҙе донъя көттө. Иренә лә тоғролоҡ һаҡланы. Ятһа ла, торһа ла Кинйәбайын иҫенән сығарманы. Татлы хыялдарға сумып йәшәүен белде. Тик һөйөклөһө генә, өс йыл хеҙмәтен тултырып, холҡо үҙгәреп ҡайтып төштө. Әллә Мәүзифаның ҡәйнәһе менән йәшәмәгәненә, әллә ире талап итһә ла, эшенән сыҡмағанға, Кинйәбай уға ышанманы. Юҡ-барға көнләшеп ғазапланы. Кеше һүҙенә ҡарап, кәләшен ҡыйырһытты. Ҡайһы бер көндәре өйгә лә ҡайтмай, ситтә ҡунып ҡала ине. Әсе теллеләрҙән Мәүзифа иренең ҡарт ҡыҙға эйәләшеүен белеп ҡалды. “Һин мине инде яратмайһың, Кинйәбай?” – тип уртаға һалды ул. “Яратам, Мәүзифа, тик ике яҡҡа ла йөрөйәсәкмен, берегеҙҙе лә ташламайым”, - тип ғәжәпкә ҡалдырҙы. Өйҙә көндә ғауға ҡупты. Тормоштарының рәте-сирәте ҡалманы. Был ваҡиғанан һүң ире аҙна буйы юғалып торҙо. Һуңынан килеп әйберҙәрен алды ла бөтөнләйгә сығып китте. Атаһы Тимерйән ағай был ваҡытта һуғышта йөрөй ине. Тылда ла еңелдән түгел. Аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Булған ғына игенде ҡырып-һепереп фронтҡа оҙатып торҙолар. Шундағы асығыуҙары Мәүзифаның хәтеренә ныҡ уйылып ҡалған… Үҙе баҫыүҙа ат менән ер тырмата. Иртә таңдан төнгәсә баҫыүҙа, хәлһеҙ булып ҡайтып йығыла. Ярҙамсыһы хәлһеҙ генә ун йәшлек Ғайса саҡ-саҡ атты туғарып-егеп бирә. Был сабыйҙың да өйөндә ашарҙарына юҡ. Әсәһе бер бешмәгән ҡатын булып сыҡты. Ире һуғышҡа китеү менән бөтә донъяһын туҙҙырып бөттө. Һыйырын йылға аръяғында бүре ашап китте. Бәләкәй ҡыҙын алыҫтағы апаһына аҫрауға биреп ебәрҙе. Үҙе улы менән аслы-туҡлы көн итте. Ишектәре күберәк бикле тора. Шуғалыр ҙа Ғайса Мәүзифаларҙа йөрөй. Ҡайһы ваҡыт йоҡларға ла ҡала ине. Тимер мейес өҫтөндә генә бешерелгән өшәне өс кешегә бүлергә тура килә ул саҡта. Мәүзифа үҙе лә йәш, түҙемһеҙ. Көн дә киске аш алдынан бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай: “Әсәй, әйҙә, хәҙер туйғансы ашайыҡ та, иртәнсәк сәй эсеп кенә китермен”. “Ҡуй, балам, - ти Талиба апай, - икмәкһеҙ ер тырматып булмай ул. Иртәнсәккегә лә өлөш ҡалдырайыҡ”. Ә иртән иртүк Мәүзифа уға рәхмәт уҡый-уҡый, ат дубырына атлай.
Асығыуҙың юғары нөктәһенә етә ине ҡайһы берәүҙәр. Ауылда уғрылыҡ башланды. Ҡара төндә йөрөүселәр күбәйҙе. Бер саҡ Мәүзифаларға ла бур төштө: соланға эленгән һарыҡ түшкәһен белеп ҡалған. Мәүзифа ҡурҡып торманы, этен сиптән ысҡындырҙы. Ялбыр һә тигәнсе ҡараҡты барып тотто. Эт менән әүмәкләшкән күрше бабайҙы күреп, иҫ-аҡылы китте Мәүзифаның. Сәғитйән ҡарттың ошо көнгә төшөүенә әсәһе генә аптыраманы: “Һуңғы малын һалымға алдылар, әбейе үлеп ҡалды, балалары булманы, бахыр”,- тип, киреһенсә, ныҡ йәлләне. Оялыуынанмы, был ҡәһәрле тормошҡа рәнйеүҙәнме, бабайҙың күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Ахыры, өйгә индереп ашатып сығарҙылар бабайҙы.
Ҡарт-ҡоро, бала-саға күҙенә ҡарап ҡалған мал-тыуарға бигерәк ҡыйынға төштө. Ҡышты таҡы-тоҡо бесән, һалам менән сыҡҡан аттар яҙға табан ныҡ арыҡланды… Арыуҙарын һуғышҡа алып китеп бөттөләр. Һунарсылар булмағас, йыртҡыс хайуандар ҙа күбәйҙе. Ауылға яҡын уҡ киләләр ине. Үтә ҡоторҙолар, мәлғүндәр. Февраль айының иртә бер таңында үҙенә һөжүм иткән бүренең уттай күҙҙәрен мәңге оноторлоҡ түгел…
Бригадир Ҡәйеп бабай әлеге Яңғыҙ ҡайын гранынан һалам килтерергә ҡушты ул көндө. Ғайсаға атты егеп бирҙе лә ҡайтып китте. Мәүзифа бер үҙе юлланды. Тәүге көнө ике юл ғына ала алды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың көсөнән килерлек эш түгел ине шул. Эҫкерттең тирә-яғын ҡар баҫҡан, көрәк менән таҙартып алғансы төш етә яҙҙы. Һалам тейәргә беләктең хәле лә ҡалманы, йөк бәләкәй генә булды. Ә түрә асыуланды, икенсе көнгә өс тапҡыр юлланырға бойорҙо. Мәүзифа яҡтырыр-яҡтырмаҫтан юлға сыҡты. Таныш юлдан ат та тиҙ үк барып етте. Төнө буйы яуған ҡар кисәге асылған урынды тағы ҡаплағайны, яңынан әрсергә тура килде. Бер аҙ һаламды тейәне лә, ял итергә ултырҙы ҡатын. Шул саҡ аты тынғыһыҙланып, күҙҙәрен алартып, үрәпсергә тотондо. Мәүзифа аптырап яҡ-яғына ҡаранды һәм үҙенә табан етеп килгән ике утты күреп ҡалды. “Бүре!” тигән уй мейеһен ярып үтте. Күҙ алдары ҡараңғыланды, күңелен ҡурҡыу ҡапланы. “Бөлдөм! Ашар инде мине! Әсәй, әсәкәйем! Уй аллам!” Ҡысҡырам тиһә – тауышы сыҡманы. Үҙе лә һиҙмәҫтән санаға барып менде. Бүре бөтөнләй яҡынайҙы. Ни ҡылырға белмәй, ҡулын кеҫәһенә тыҡты һәм шырпы килтереп сығарҙы. Яланда шырпы нимәгә тиһә лә, әсәһе көсләп биргәйне, әллә күңеле һиҙгән. Мәүзифа санан кире ырғып төштө. Яндырырға! Һаламды яндырырға! Йыртҡыс уттан ҡурҡа! Ләкин ҡулдар тыңламаны, ут төртә алмай аҙапланды, бөтә тәне биҙгәк тотҡандай ҡалтыранды. Нисек етте шулай ут төртөп ебәрҙе. Бүре юлға арҡыры ултырғайны инде. Көслө ялҡын бөркөлөүҙән ситкәрәк шыуырға мәжбүр булды. Шуны ғына көткән кеүек, аты яман кешнәп, үргә ырғылды. Мәүзифа санаға саҡ менеп өлгөрҙө, ат бар көсөнә алға сапты. Ауылға нисек килеп ингәндәрен хәтерләмәй ул, ҡурҡыуынан аңын юйғайны. Шул ятыуҙан бер аҙна ауырыны йәш ҡатын. Көнө-төнө һаташты, бүре менән алышты, атын алға ҡыуҙы. Талиба апай имсе ҡарсыҡты ла саҡыртып ҡараны. Йылы мунсала йөрәген да һыланылар. Ҡот ҡойҙолар. Мәүзифа тиҙ генә йүнәлеп китә алманы. Ҡурҡыуға төшкән бригадир эшкә саҡырырға оҙаҡ ҡына килмәй йөрөнө. Белә ине ул: фронтовик балаһына бер-бер хәл булһа, баштан һыйпамаҫтар. Зәғифлегенә лә ҡарамай, һуғышҡа оҙатырҙар. Ҡара эштәрен соҡоп сығарырҙар, шаһиттар ҙа табылыр. Үҙ ҡулын үҙе йәрәхәтләгәйне ул. Һуғышҡа яраҡһыҙ тип таптылар. Хәҙер ауылда әллә кем булып йөрөй. Ҡаршы һүҙ әйтеүсе юҡ. Ҡатыны бар көйөнә ун биш йәшлек Йәүҙәгә йөрөй. Йәш ҡыҙҙың әсәһе ауырыу, атаһынан “ҡара ҡағыҙ” килде, туғандары астан интегә. Шуларҙы ашатам тип, келәттән ашлыҡ алып тотолдо. Хужа төрмә менән янаны.


Мәүзифа яйлап һауыҡты, күңеле тышҡа тартылды. Эшһеҙ ятыуы бигерәк тә уңайһыҙ ине һәм ул бригадирҙы үҙе эҙләп китте. Маслопромда һөт ташырға ҡуштылар уға. “Бик иртә йөрөргә тура килер. Һөттө ваҡытында килтереп еткерергә кәрәк буласаҡ. Иҫәп тә дөрөҫ барырға тейеш. Булдыра алаһыңмы?” – тип һораны маслпром хужаһы ҡәтғи итеп. “Эшләп ҡарайым, унан күҙ күрер”, - тигән яуап менән сикләнде Мәүзифа.
Ваҡыт үтә торҙо, йәш ҡатын яйлап был эшкә лә күнекте. Бидон күтәреүе ауыр булһа ла, ул ҡәнәғәт ине. Сөнки бында тамағы туҡ. Асыҡҡан һайын һөт эсеп, ҡаймаҡ ашайһың, хатта кәүҙәгә йоморайып китте. Артабан тормошо көйләнгән һымаҡ ине лә, тормош яңы һынауҙар килтереп ҡуймаһа. Бригадир уны урман ҡырҡыусылар исемлегенә яҙғайны. “Мәүзифа, Уралға бараһың инде, - тине ул, – башҡа ебәрер кеше ҡалманы”. “Һуң минең әсәйем кеше көнлө бит. Уны кемгә ҡалдырайым”, - тип иламһыраны йәш ҡатын. “Әсәйеңә бер ни ҙә булмаҫ, үҙебеҙ ярҙам итеп торорбоҙ”, - тип түрә һүҙендә ныҡ торҙо. Бына шулай Урал урмандарына килеп эләкте ул. Ә унда йәш ҡатындың кәрәге лә булмай сыҡты. “Мин һине эшкә ҡуша алмайым, - тине уға урман ҡырҡыусылар хужаһы, - ағас баҫып, йә ботаҡ һуғып үлтерһә, нимә тип яуап бирермен. Буйың бәләкәй бит. Кире ҡайт, бәлә булып йөрөмә бында”.
Нисек кире боролһон инде Мәүзифа бер килгәс. Әллә ҡайҙарға, йәһәннәм төбәгенә, ҡара урман эсенә килтереп ташланылар ҙа. Етмәһә, ҡайтыр юлды ла белмәй. Мәүзифаның ауылдаштары бында ла етерлек ине, араларында олораҡ апайҙар ҙа бар. Йәшәүе ауыр: ашарға наҡыҫ, барактар һыуыҡ, кешеләр ас, оҙаҡ йыуышмағанлыҡтан бетләп бөткәндәр, ауырыуҙар ҙа байтаҡ. Нормаңды тултырмаһаң, эшеңде ҡабул итмәйҙәр, тимәк, ашарға ла бирелмәй. Ҡасып ҡайтыусылар ҙа бар. Уларҙы эттәр менән кире тотоп килтерәләр, яза бирәләр ҙа кире эшкә ҡушалар. Ары һуғылып, бире һуғылып бер ай йәшәне бында Мәүзифа. Ләкин ауылдаштары елкәһендә күпме тамаҡ аҫрарға була. Инәлә торғас, эшләп ҡарарға бригадирҙан рөхсәт алды, уға сыбыҡ-сабыҡ ташырға ҡуштылар. Ҡыуанысынан башта йүгереп йөрөнө ул, әммә көн аҙағына аяҡ быуындары ҡалтырай башланы, күҙ алдары ҡараңғыланды, хәле бөттө. Ауыр ботаҡтарҙы һөйрәп китеп барғанда, әсәһен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе. Шул арала яҡында ғына йыуан олонло ҡырҡылған ағастың үҙенә табан ауып барғанын да күрмәне, кешеләрҙең уға нимәлер һөрәнләп ҡысҡырғанын да ишетмәне. “Маяҡтың бәләкәсен ағас баҫты! ” – тип күршеләр килеп етте. Ниндәйҙер мөғжизә менән Мәүзифа иҫән ҡалды. Ҡарҙың күп булыуы ҡотҡарҙы уны. Аҡ ҡағыҙ кеүек ағарынған бригадир ҡатынды башҡаса эшкә сығарманы. Ауылына ҡайтарып ебәреү әмәлен күрә башланы. Әммә уның хәстәрләүҙәре бушҡа ине. Ауылдаштары бынан тиҙ арала тайырға һүҙ беркеткәйне инде. Йәмғеһе унға яҡын кеше йыйылды. Мәүзифаға юлдың юлдың ауыр буласағы хаҡында төшөндөрҙөләр. Көндәр йылыныу менән юлға сыҡтылар. Араларында оло ғына Маһитап исемле апайҙың ҡулында имсәк бала. Сабыйҙы сиратлап алып баралар. Яйлап барыһы ла арыны, ялҡты. Бер йылға ярына еткәс түҙемлеткәре ҡалманы. “Маһитап апай, йә улың менән кире китәһең, йә яр башында…” – тип ҡатындар мәсьәләне уртаға һалды. Әсә кешенең йөрәге ярылырҙай булды, балаһын күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. Бөтәһе лә тынып ҡалды. Мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк ине. Кире боролоп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Тимәк, баланы яр башында ҡалдырырға. Маһитап апай бәпесенең башынан һыйпаны, битенән үпте. Кейемен рәтләгән булды һәм баланы йомшаҡ үләнгә ултыртты. Малай ҡапыл ынтылып ҡатындың итәгенә йәбеште. Әсә кеше ипләп кенә күлдәген тартып алды, ҡулына уйынсығын тотторҙо. Йәшле күҙҙәре менән тағы бер тапҡыр мөлдөрәп сабыйына ҡараны ла, юлға табан атланы. Маһитап алыҫлаша башлау менән, сабый, бәләкәс ҡулдарын һоноп, үҙәк өҙгөс итеп илап ебәрҙе. Әсә артына боролоп ҡарамаҫҡа тырышты. Бына йылғаны ла аша сыҡтылар, ярға атланылар. Шул саҡ ҡатын түҙмәне, кире йүгерҙе. “Балаҡайым!”- тип, йөрәк өҙгөс итеп ҡысҡырҙы ла, ҡулдарын һоноп, һыуға барып төштө. Аяғына баҫҡас, икеләнеп тағы туҡтап ҡалды, ялбарыулы ҡараштары менән юлдаштарына ҡараны. Уларҙың: “Ярай инде, ҡалдырма”, - тип әйтеүҙренә өмөт итте. Ләкин яуап биреүсе булманы. Ҡатындар ҡуҙғалғас, Маһитап та арттарынан эйәрҙе. Бит-ҡулдары батҡаҡҡа буялды, куҙҙәрен ҡан баҫты, аңы томаланды. Инде уның үҙен етәкләп алып киттеләр. Маһитап артына боролоп сабыйынан күҙен ала алманы. Бер туҡтауһыҙ: “Балам, балаҡайым минең!” - тип һөйләнде, Алланан ғәфү үтенде. Ниһайәт, көс-хәл менән поезға эләктеләр. Таң атыуға Тирлән ҡасабаһына килеп төштөләр. Ҡатындар ҡыуаныстарынан бер аҙ арынғас. Маһитапҡа ҡарап шаҡ ҡаттылар: уның сәстәре ап-аҡ булып, йөҙө ҡара янған ине. Һүҙ ҡушып ҡараһалар ҙа, Маһитап ауыҙ асып бер нимә лә өндәшмәне. Бөтәһен дә ҡурҡыу алды. Ҡатынды төрлөсә һөйләндереп ҡарарға тырышһалар ҙа, бушҡа ине. Ауылға ҡайтып еткәнсе ул бер һүҙ өндәшмәне, ҡараштары мәғәнәһеҙ төпһөҙ бушлыҡҡа төбәлгәйне. Әсә кешегә балаһының ни тиклем ҡәҙерле булғанын ошо саҡта төшөндө Мәүзифа. “Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән”, - тигән һүҙҙәрҙең асылына шул саҡ төшөндө ул. Ҡыҙының иҫән-һау ҡайтыуына Талиба апай ныҡ һөйөндө. Хужаларға рәхмәт уҡыуҙан туҡтаманы. Икәүһе һөйләшеп туя алманылар, һағыныуҙары баштан ашҡан ине. Урмандан ҡасыусыларҙы арттарынан эҙләп килделәр, ҡайһыларын кире алып киттеләр. Тик Маһитап апай ғына сабыйын башҡаса күрә алманы. Ул хыялыйға әйләнгәйне. Ҡулдарын алға һуҙған килеш өй беренсә йөрөп, сабыйын эҙләне. Һуңынан үлеп ҡуйҙы. Ҡалдырып киткән сабыйы тере тигән хәбәр килтерҙеләр, бригадир табып алған уны...


Ауыр михнәттәрҙе иңдәрҙә күтәрә торғас, Еңеү таңын да ҡаршыларға сират етте. Совет иле, ер шарында немец милләте генә ҡаласаҡ, тип шапырынған Гитлерҙың хыялдарына нөктә ҡуйҙы. Был көндө бер кем дә өйөндә тик кенә ултырып сыҙаманы. Бөтәһе ҡыуанысы менән бүлешергә урамға ашыҡты. Мәүзифа ла ауылдаштары араһында буталды. Оҙаҡламай һуғыштың ауыр йөгөн һөйрәткән ҡатындарҙы һөйөндөрөп ир-ат ҡайта башланы. Мәүзифаның атаһынан ғына ни эшләптер хәбәр юҡ ине.

Ул кисте лә ҡатын керпек ҡаҡманы. Ишек алдына сығып, ел ҡапҡаға һөйәлде. Уйҙарға бирелеп, бригадирҙың ҡайһы яҡтан килеп сыҡҡанын да һиҙмәгән икән. “Мәүзифа, атайың ҡайтып килә, иртәгә төшкә табан Яңғыҙ ҡайын гранына ат егеп бар!”- тине лә ары сапты. Ҡапыл әйтелгән был һүҙҙәрҙән шаңҡыған Мәүзифа ауыҙ асырға ла өлгөрмәне. Шунда ғына ул иҫенә килде. “Ни өсөн бригадир ат егеп барырға ҡушты икән, әллә атаһы зәғифләнгәнме?” – тигән һорауҙар тынғы бирмәне. Атаһы ҡайтыу ҡыуанысынан башы әйләнгән Мәүзифа тиҙ арала Ғайсаға йүгерҙе. Уны ат тотоп барырға күндерҙе. Үҙенең быуындары тотмаҫ кеүек тойолдо. Төнө буйы керпек та ҡаҡмаған ҡатын тәҙрә төбөнә ултырып таң аттырҙы. Бына улар юлда. Яңғыҙ ҡайын гранына яҡынлаштылар. Мәүзифа йыраҡта шинель кейгән һалдатты шәйләне. Түҙмәйенсә, арбанан һикереп төштө лә ҡаршы йүгерҙе. Һалдат яуырынындағы моҡсайын ергә ҡуйҙы. Атай менән ҡыҙ бер-береһенә ҡарашып тынып ҡалдылар. “Атай, атаҡайым! Һин иҫән!” – Мәүзифа атаһына барып аҫылынды. Үҙе илай, үҙе көлә. Атаһының иҫәнлегенә һаман да ышанып бөтә алмай ине ул. “Ҡулдары урынында, аяғы ла ҡырҡылмаған, тимәк, зәғиф түгел”,-тип үҙ алдына һөйләнде. Ныҡ тулҡынланған Тимербай ағай шинель төймәләрен ысҡындырып ебәрҙе. “Иҫән, иҫән, балам, һинең бәхетеңә һап-һау ҡайтып киләм бына!”, - тип күҙҙәренә йәш алды. Күкрәгендәге орден-миҙалдары ҡояшҡа сағылып китте. Мәүзифа шатлығынан атаһын өйөрөлтөргә кереште. Уның атаһы – герой! Барыһын да шым ғына күҙәтеп торған Ғайса ла тик тороп сыҙаманы. Тимербай ағайҙы ҡосаҡлап, һыҡтап илап ебәрҙе. Был ҡыуаныслы көндө Мәүзифаның әсәһе генә күрә алманы...


Күңелдәрен бер аҙ бушатҡас, ҡайтыр яҡҡа йүнәлделәр. Шул саҡты ғына Мәүзифа Яңғыҙ ҡайындың юҡлығын шәйләп алды, атаһын күреү ҡыуанысынан иғтибар бирмәгән икән. Ағасты йәшен атҡайны. Ҡатынға үҫенте йәл булып китте. Ни тиһәң дә, ике хужалыҡтың сиген күрһәтеп тора торғайны. Оло донъяға сығыу өсөн дә юл уның аша үтә ине. Күпме һалдатты оҙатты ул һуғышҡа, күпмеһен генә ҡаршы алды…
Был хәлде яҡшыға юрарға тырышты Мәүзифа: хәсрәттәре ошонда бөтөп, киләсәге тик бәхеттән генә торор кеүек тойолдо уға.

Фәриҙә СИТДИҠОВА.

(Интернет селтәренән алынды).

 

 

Автор:
Читайте нас