Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
26 Сентябрь 2025, 08:44

Хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан

“Физрук” позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация сиктәрендә 2022 йылда алынған.

Хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан
Хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан

Әбделмәмбәт ауылы егете Рифат Мөхәмәтғәлин МХО-ға тиклем тиҫтә йылға яҡын мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Хәрби хеҙмәткә алынғас, 90-сы танк полкына эләгеп, разведчик булып хеҙмәт итә.

-Хәрби заданиеларға отделение менән, ғәҙәттә 6 кеше йөрөй инек. Заданиены үтәгәнсе ҡайһы берҙә ярты, бер ай ваҡыт үтеп китә. Бурыс үтәлмәйенсә ҡайтыу юҡ.

Гуманитар ылауҙар килеп торҙо, исемләп һалғандарын алыуы икеләтә күңелле була торғайны, - ти яугир.

Хеҙмәт итеүенә ике йыл тигәндә хәрби задание ваҡытында “Физрук”тың уң күҙе яралана. Санкт-Петербургтағы Киров исемендәге академияла бер нисә ҡатмарлы операция үткәрә, табиптар күп ярсыҡтарҙы алып ташлай. Әммә яугирҙың уң күҙе бөтөнләй күреү һәләтен юғалтҡан.

Демобилизацияланғандан һуң райондашыбыҙ өйләнгән, әлеге ваҡытта матур итеп донъя көтәләр. 3-сө төркөм инвалидлыҡ юллап алған.

Батырҙың Жуков, хәрби хәрәкәттәр ҡатнашыусыһы миҙалдары, ведомство наградалары бар. 

-Райондаштарыбыҙҙың гуманитар ылау йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра. Бында кәрәкмәгән булып күренгән әйберҙәр ҙә унда ярап ҡалырға мөмкин. Бигерәк тә маскировка селтәрҙәренә ихтыяж ҙур. Артабан да ошо әүҙемлек юғалмаһын ине, - ти Рифат Рамазан улы.

Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас