Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
26 Сентябрь 2025, 10:00

Дрондарҙан һаҡлау одеялдары тегәбеҙ

Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең элеккеһе булмай, тиҙәр. Дөрөҫтөр. Улар һәр ваҡыт кемгәлер ярҙам итергә, изгелек ҡылырға күнеккән. Хатта ғәҙәттәренә әйләнеп киткән, тип әйтергә мөмкин. Был ғәҙәт, олоғайып, эштән китһәләр ҙә күңел талабы, йөрәк ҡушыуы булып ҡала килә.

Дрондарҙан һаҡлау одеялдары тегәбеҙ
Дрондарҙан һаҡлау одеялдары тегәбеҙ

Бына әле лә, көҙҙөң бөтмәҫ эштәрен ситкә ҡуйып, “Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан бер төркөм ололар директорыбыҙ Зифа Ибраһимованың инициативаһы менән изге эшкә тотондо.

Маҡсаттары - хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға хәлдәренән килгән тиклем ярҙам итеү. Береһенең ейәне, икенсеһенең туғаны яуҙа һәләк булған. Күптәренең улдары, кейәүҙәре, яҡындары бөгөнгө көндә ут эсендә.  Ошондай шарттарҙа берләшеү, ҡулдан килгәнде эшләмәү ҙур хилафлыҡ булыр ние.

Иң тәүҙә бөгөнгө көндә райондаш яугирҙарға нимәләр кәрәк булыуын өйрәндек. Әлбиттә, оло финанс сығымдар талап ителгән эштәргә дәғүә итә алмайбыҙ.

Уйлаштыҡ, кәңәшләштек, район ветерандар советы етәксеһе Олег Ғәлиев менән һөйләштек. Дөйөм фекергә килеп, дрондарҙан һаҡланыу одеялдары тегергә булдыҡ. Башта интернеттан одеялдарҙы тегеү технологияһын, ниндәй размерҙа, нисә ҡатлы итеп эшләргә, ниндәй материалдар ҡулланырға икәнлеген ентекле өйрәндек. Был өс ҡатлы, 210х160 сантиметр ҙурлығында тегелгән одеялдың үҙенсәлеге шунда: уның бер ҡаты махсус ҡатнашма һиптерелгән фольгалы полиэтилендан (фольгированный вспененный полиэтилен) тегелә. Тап ошо ҡатлам һалдаттың кәүҙәһен дрондарҙан һаҡлай ҙа инде – йәғни йылылыҡ юғалтыуға юл ҡуймай һәм шул уҡ ваҡытта тепловизорҙан да ышаныслы һаҡлай.

Тағы ла уның бер отошло яғы бар, был одеялды ябынып йә түшәп ятырға, носилка итеп ҡулланырға ла мөмкин, кәрәк икән, палатка итеп ҡорорға ла була. Өҫкө ҡаты маскировка материалынан, ямғыр үткәрмәй.

Кәрәкле материалдар йүнләп алыу байтаҡ сығымдар талап итте. Был тәңгәлдә шәхси эшҡыуар Илмир Ибраһимовтың даими финанс ярҙамы ҙур терәк булды. Арабыҙҙа электән тегеү оҫтаһы булып танылған Ҡарағолова Сәрүәр апайҙың булыуы эште күпкә еңеләйтте. Уның етәкселегендә тегеү эшен яҡшы белгән төркөмдәштәребеҙ Фәйләрә Хәйбуллина, Мәүлиҙә Ҡарағолова, Әлфиә Исмаҡовалар эште башлап та ебәрҙеләр. Материалдың ос-мотон да әрәм итмәйбеҙ – ҡалған ҡырҡымдары маскировка селтәре үреүгә китә.

Аҙнаһына, материалдың килеп өлгөрөүенә ҡарап, 1-2 тапҡыр йыйылабыҙ. Эшебеҙҙе яңыраҡ ҡына башлауыбыҙға ҡарамаҫтан, бөгөнгө көндә 15 одеял әҙер, 3 маскировка селтәре үрелгән. Әлегә төркөмдә күп түгелбеҙ – 10-12 кеше. Тегеүселәр өҫтәлә баралар. Йәш килендәр ҙә ихлас ярҙам итеп, бер сетка үрә һалып ҡуйҙылар.

Бөтә был эштәр менән “Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Зифа Рәмил ҡыҙы Ибраһимова етәкселек итә. Үҙенең төп эшенән тыш, бағыусылар таба, материал йүнләй, эшләргә урын һөйләшә, эштәргә йүнәлеш бирә, интернеттан кәрәкле мәғлүмәт эҙләй, өйрәнә, беҙгә өйрәтә.

Киләсәккә пландарыбыҙ ҙур. Артабанғы эштәрҙе тегеү йүнәлешендә үҫтерергә уйлайбыҙ. Үҙебеҙҙең кассирыбыҙ бар. Гел генә ситтән көтөп ултырмай, хәл барынса аҡсаһын да йыябыҙ. Шулай уҡ төркөмдәге кеше һанын арттырыу ҙа күҙ уңында тотола, шуға ла теләүселәр рәхим итһендәр. Әлегә тик Байназар һәм Ҡурғашлы ауылдарында йәшәгән пенсионерҙар йәлеп ителһә, киләсәктә яҡын-тирәләге коллегаларыбыҙҙы ла ҡушып алырға уй бар.

Төркөмдө тик бер генә теләк берләштерә: тиҙерәк һуғыштар туҡтаһын, илебеҙҙә, донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Ут эсендә йөрөгән ир-егеттәребеҙ имен-һау үҙ ғаиләләре, балалары, ата-әсәләре янына әйләнеп ҡайтһындар.

Әгәр беҙ теккән одеялдар, үргән маскировка селтәрҙәре Аллаһү Тәғәләнең ҡушыуы буйынса һис юғы бер генә һалдаттың ғүмерен һаҡлап ҡала икән, беҙ үҙ маҡсатыбыҙға ирештек, бөйөк Раббыбыҙ беҙҙең доғаларҙы ишетте, тип ҡыуаныр инек. Ә бит районда беҙҙең һымаҡ төркөмдәр бихисап. Уларҙы ла ошондай маҡсат берләштереүенә иманым камил. Әйҙәгеҙ, райондаштар, көстән килгәнде эшләйек, күмәкләгән - яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәгән бит халыҡ.

Һәр икебеҙгә уңыштар юлдаш булһын!

Зөһрә

АЙЫТҠОЛОВА.

Дрондарҙан һаҡлау одеялдары тегәбеҙ
Дрондарҙан һаҡлау одеялдары тегәбеҙ
Автор:
Читайте нас