Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
19 Сентябрь 2025, 17:00

Мобилизация резервы нимә ул?

Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса хәрби комиссариат граждандарҙы, запастағы хәрбиҙәрҙе хәрби йыйындарҙа һәм күнемәләрҙә әҙерлек үтер өсөн мобилизация кеше резервын тулыландырырға саҡыра.

Мобилизация резервы нимә ул?
Мобилизация резервы нимә ул?

Нимә ул резерв һәм уның үҙенсәлектәре тураһында һорауҙарға район хакимиәтенең мобилизация әҙерлеге секторы мөдире Дәүләткилде Акиев яуап бирҙе.

-Дәүләткилде Нургилде улы, мобилизация кеше резервы нимә ул?

-Мобилизация резервы - запаста тороусы граждандарҙың бер өлөшө. Рәсәйҙә ул бер нисә маҡсат менән булдырылған. Беренсенән, өйрәтелгән резервистар әҙерләү. Унда ҡатнашыусылар даими рәүештә хәрби йыйындарҙа ҡатнаша, ҡорал менән идара итеү күнекмәләренә өйрәнә. Икенсенән, ресурстар экономиялана. Эшләп йөрөгән граждандар эштәрен хәрби әҙерлек менән берләштерәләр. Шулай уҡ патриотик тәрбиә һәм социаль гарантиялар ҡаралған.

Резервта булыу тураһында килешеү хеҙмәткә яраҡлылылығы А, Б, В категорияһында булған Рәсәй Федерацияһы гражданы менән төҙөлә. Резервта торған граждан йылына ике тапҡыр хәрби әҙерлек үтә. Йәғни, дөйөм мобилизация булған осраҡта ул хәрби әҙерлектә була. 

Мобилизация кеше резервы махсус хәрби операция менән бәйле түгел. Уны булдырыу тураһында ҡарар Рәсәй Федерацияһы президенты указына ярашлы Рәсәй хөкүмәте тарафынан 2015 йылдың 3 сентябрендә сыҡты. 

-Резервҡа кемдәр саҡырыла?

-52 йәшкә тиклемге прапорщиктар, һалдаттар, сержанттар, 57 йәшкә тиклемге кесе, 62 йәшкә тиклемге өлкән, 67 йәшкә тиклемге юғары офицерҙар саҡырыла. Резервҡа һаулыҡ торошо буйынса: «А» - хәрби хеҙмәткә яраҡлы, «Б» - бер аҙ сикләүҙәр менән яраҡлы, «В» - сикләүҙәр менән яраҡлы категорияларына ҡараған граждандар тора ала.

Иректән мәхрүм ителгән, наркотик йә психотроп матдәләр ҡулланып административ яуаплылыҡҡа тарттырылғандар, ғәйепләнеү ҡарары һәм яза алған, енәйәт эше судҡа ебәрелгән кешеләр резервҡа алынмай.

-Резервистарҙы әҙерләү нисек бара?

-Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндән һуң йылына ике тапҡыр хәрби йыйындарға һәм күнекмәләргә саҡырылалар. Хәрби йыйындарҙың төп бурысы - резервтағы граждандар Ватанды һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булһын өсөн уларҙы яҡшы физик формала тотоу. Йыйындарҙа хәрби әҙерлектең теоретик һәм практик курстарын үтергә, сираттағы хәрби звание һәм дәүләт наградаларын алырға мөмкин.

Мәҫәлән, беҙҙең райондан бер генә резервист иҫәпләнә - Тимер ауылынан Илнур Баймырҙин. Уға яңыраҡ хәрби звание бирелде.

-Эшләп йөрөгән кешеләр был резервҡа тора аламы?

-Әлбиттә, йыйындарға, күнекмәләргә киткән ваҡытта уларҙың эш урыны ла, эш хаҡы ла һаҡлана. Унан тыш, резервистар өсөн өҫтәмә эш хаҡы түләнә. Резервта булған өсөн ай һайын офицерҙарға 4 874 һумдан 6312 һумға тиклем, сержанттарға 3 116 һумдан 3 835 һумға тиклем, һалдаттарға 2 397 һумдан 3 276 һумға тиклем түләү ҡаралған. Ә йыйындар, күнекмәләр осоронда офицерҙар 52 мең һумға тиклем, сержанттар 31 мең һумға тиклем, һалдаттар 27 мең һумға тиклем түләү ала.  Тағы ла контракт төҙөгәндән һуң бер тапҡыр бирелә торған түләү бар.

-Резервҡа тороу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

-Йәшәгән урын буйынса ауыл хакимиәтенең хәрби-иҫәп хеҙмәткәренә йәки хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Белорет ҡалаһындағы хәрби комиссариаттың адресы – Б. Хмельницкий урамы, 3а, 22-се бүлмә. Телефоны: 8(347)92-3-41-02.

Иң тәүҙә хәрби комиссариатҡа ғариза бирелә.

*Документтар йыйыла (ғариза, анкета, паспорт, хәрби билет, СНИЛС, ИНН күсермәләре, банк реквизиттары тураһында белешмә).

*Медицина тикшереүе, һөнәри яраҡлылыҡҡа тест үтеү.

*Хәрби частә  аттестация комиссияһы үтеү.

*Резервта булыу тураһында контракт төҙөү.

Килешеү 3 йәки 5 йылға, йәки резервта булыуҙың сикләнгән йәше еткәнсе төҙөлә.

-Резервта булыусыларға ниндәй социаль гарантиялар ҡаралған?

-Эш урыны һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана (53-сө һанлы федераль законға һәм 704-се Хөкүмәт ҡарарына ярашлы);

-Обмундирование, йыйындар ваҡытында 3 тапҡыр ашатыу, табип ярҙамы, дарыу препараттары менән тәьмин итеү ҡаралған;

-Хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә федераль бюджет иҫәбенә ғүмер һәм һаулыҡ старховкалана;

-Хәрби йыйындар ойошторолған урынға бушлай юл йөрөү ҡаралған.

Һығымта яһап шуны әйтергә кәрәк, дөйөм мобилизация иғлан ителә ҡалһа, хәрби бурыслылар әҙерлекһеҙ, ә резервистар хәрби әҙерлекле барасаҡ.

Тимер ауылында йәшәүсе Илнур Баймырҙин мобилизация кеше резервында 2021 йылдан иҫәпләнә.

2019 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Росгвардияла хәрби хеҙмәтен үткән егет армиянан ҡайтып бер аҙ эшләп алғандан һуң, мобилизация резервына торорға ҡарар итә һәм контракт төҙөй.

–Башта йыйындарға Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡасабаһындағы хәрби часкә йөрөй торғайныҡ. Өлөшләтә мобилизация башланғас, Әлкә ҡасабаһы янына күсерҙеләр. Мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәт итәм. Күнекмәләргә йылына ике тапҡыр саҡыралар. Быйыл йыйындар апрель аҙағы-май баштарында һәм август айында 2-шәр аҙналап үтте. Башлыса инженер, медицина буйынса әҙерлек үтәбеҙ. Ҡоралдарҙан атабыҙ, окоп ҡаҙабыҙ.

Килешеү төҙөгәс тә бронь бирелде, йәғни махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәйәсәкбеҙ тинеләр. Башта контрактты 3 йылға төҙөгәйнем, ул тамамланғас, уҙған йылда тағы бер йылға оҙайттым.

Әлеге ваҡытта отделение командиры булып йөрөйөм. Килгәндә рядовой инем, хәҙер кесе сержант званиеһын бирҙеләр. Батальонда йәштәр һирәк. Иң йәше мин. Йыйындарға ла элек 800-ләп ир-егет бара торғайныҡ, хәҙер кәменек. Кемдер килешеүҙе тарҡатып резервтан төштө, кемдәрҙер үҙ теләге менән МХО-ға юлланды.

Бөрйәндән резервта мин генә тора инем, яңыраҡ беҙҙең ауылдан Илдус Әхмәтшин да ҡушылды.

Резервта тороу эшемә ҡамасауламай. Вахта менән башта Татарстанда эшләнем, әле Себергә күсеп йөрөйөм,  - тине райондашыбыҙ.

Автор: Г. Хафизова
Читайте нас