

Илдар Атауллин - Бөрйән егете. Байтаҡ йылдар Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында йәшәй. Унан Бөрйәнгә ҡайтып, туризм – Ағиҙел йылғаһы буйлап туристарҙы катамарандарҙа ағыҙыу менән шөғөлләнә башлай. Силәбе өлкәһендә йәшәгәнендә Ҡыҙыл районының “Кизильский вестник” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе була.
Контракт төҙөп, Илдар 2022 йылда махсус хәрби операцияға юллана. Был төптән уйлап эшләнгән аҙым булғандыр, сөнки Илдар 2014 йылдан 2015 йылға тиклем үҙ теләге менән барып, Донбасты һаҡлап йөрөгән. Уның иңендә инде – 5 командировка.
Бик һирәк эләккән тыныс минуттарҙа “Бөрйән” позывнойлы минометсы үҙенең телефонында яҙмалар эшләгән – фронт тәьҫораттарын, ваҡиғаларҙы теркәп барған.
Шулар араһынан “Минометсы яҙмалары”ның берәүһен – “Төнгө “ҡунаҡтар” тигәнен “Таң” гәзитен уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
*
Төнгө ҡунаҡтар
-“Меридиан”, “Меридиан”! “Мошка” нөктәһе йүнәлешендә “Костлявая” һәм “Крылатый пастух” хәрәкәт итә.
-Мин “Мошка”, винттарҙың сағыу тауышын асыҡ ишетәм, әҙерлектәмен!
Төн уртаһында шул тиклем көтмәгәндә, ләкин һәр ваҡыт йәшерен генә көтөлгән команда - рацияның хәүефле сигналдары уята. Ашығып ҡына “палитра” менән программаларҙы (карта менән телефон йәки планшет) ҡабыҙам һәм өҫтәрендә үлемесле “күстәнәстәр” менән “Старуха” әйләнгән нөктәләргә иғтибар менән текәләм.
Элемтәселәр “глазок” – күҙәтеү постарын барлауҙы (перекличкаһын) башлай – нөктәләрҙә “һауа торошон” (хәл-торошто) һорашалар. Постар бер-бер артлы кодланған командалар менән әлегә хәлдең эҙемтәләрһеҙ булыуын, ләкин “һауа торошоноң болотло, күктең бысраҡ” булыуын хәбәр итә. Был “төнгө ҡунаҡ” менән уның “кавалерының” ҡайҙалыр беҙҙең район өҫтөндә булыуын аңлата.
“Костлявая” – иң башта баҫыуҙарҙы эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы агрегаты булараҡ уйлап табылған пилотһыҙ ауыр осоу аппараты. Ләкин һуғыш үҙ коррективаларын индергән. Хәҙер ул дөйөм ауырлыҡтары 60 килограмм тәшкил иткән дүрт 120 миллиметрлы мина йәки ТМ маркалы танкыларға ҡаршы ҡулланыла торған бер нисә мина алып йөрөтә алырлыҡ көскә эйә “кесе һауаның” төнгө бомбардировщигы. Тәүлектең ҡараңғы мәлендә ҡулланыу үҙенсәлегенә ҡарап (тиҙлеге түбән), фронтта уны “Старуха”, “Баба Яга”, “Костлявая” тип атағандар. Ә мин уны башҡортсаға яҡынлаштырып, “Кошмар-апай” тип атай башланым.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә беҙ үҙебеҙ ҙә БПЛА (беспилотнй летательный аппарат) двигателенең эшләгән тауышын ап-асыҡ ишетә инек инде – “Костлявая” ҡайҙалыр эргәлә генә аҫтан ғына осоп үткәндәй тойолдо. Әгәр унда 120 миллиметрлы миналар йәки ТМ булмаһа, ул, теоретик алғанда, беҙгә килеп етә алмай. Ләкин шулай ҙа ҡыуаныр нәмә әҙ...
Блиндажда барлыҡ тауыштар, һөйләшеүҙәр тынып ҡалды. Блиндаждың ҡалын ғына япмаһы аша күкте тыңлайбыҙ – БПЛА-ның ҡайһы нөктә йүнәлешендә осҡанын аңларға теләйбеҙ.
Рация аша уның беҙҙән төньяҡҡараҡ юлланыуын ишетәбеҙ. Сөнки уның “кавалеры” “Крылатый пастух” (ул самолет тибындағы разведка БПЛА-һы), күрәһең, бер кемде лә таба алмаған. Беҙ, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, иркенерәк тын алып ҡуябыҙ. Был “ҡунаҡ” осоп килгән һайын, артыҡ йомшаҡлыҡ күрһәтеп, үҙемдең миномет расчетын блиндаждың өҫтөн ҡом тултырылған тоҡтар менән өҫтәмә рәүештә тағы бер ҡат нығытырға мәжбүр итмәгән өсөн, уның ҡалынлығы үҙебеҙҙе ышаныслыраҡ тойорға мөмкинлек бирер ине, тип үҙемде әрләй башлайым.
Блиндаждың япмаһының ҡалынлығын арттырыуҙан тыш, максималь рәүештә тәбиғи күренһен өсөн, блиндажға инеү урынын да маскировкаларға кәрәк. Яҡшырағы - маскировка селтәрҙәрен ҡулланмай эшләү. Сөнки улар ҡайһы саҡ, киреһенсә, дошман БПЛА-һы өсөн һинең булған урыныңды күрһәтеп бирә. Өҫтәүенә, ҡулдан эшләнгән зажигалкалар ташланғандан һуң улар өҫтөндәге урман яланғас тиерлек, үтә күренеп тора. Был һиңә Бөрйәнеңдең ҡуйы шырлығы түгел инде.
Уйлана торғас, шундай ҡарарға килдем – ағасты бик теүәл генә итеп, зыян килтермәй генә, туп-тура блиндажға ингән генә ергә ауҙарырға кәрәк. Унан һуң ағастың аҫҡы ботаҡтарын ипле генә итеп ҡырҡып алырға йәки ботаҡтарҙы ситкә ҡайырып, туҡыма һәм бау менән бәйләргә. Шул уҡ ваҡытта өҫтән ҡарағанда ағас үҙе ҡолаған һымаҡ күренергә тейеш.
Ләкин автоматтарҙың ҡабалан шытырҙауы һәм пулеметтарҙың тыҡылдауы аҫтында был төнгө хәшәрәттең беҙҙе ташлап китеүе лә булды, блиндажды нығытыу һәм өҫтәмә маскировкалау буйынса үҙтәнҡиткә ҡоролған уйҙарым баштан еңел генә осоп сығып, улар артынан юҡ та булды.
Рация буйынса “Крылатый пастух” менән “Костлявая”ның беҙҙең районды ташлап китеүе хаҡында хәбәр итәләр. Ләкин хәрби әҙерлек буйынса команда иртәнсәккә тиклем ғәмәлдә ҡала. Беренсе һыҙғырыу ишетелеү менән ут позицияһына күсеү йәки “Крылатый пастух” күрһәтмәләре арҡаһында ебәрелгән башҡа “ҡунаҡтар” табып алған һәм бомбаға тотҡан осраҡта блиндажды ташлап китеү ихтималлығы өсөн “брониктарҙа” (бронежилеттарҙа) ултырыуҙы дауам итәбеҙ.
Беҙгә, минометсыларға, шул уҡ пехотанан айырмалы рәүештә, һауа һөжүменә ҡаршы ут ебәреп үҙебеҙҙең ултырған урынды белдерергә ярамай. Әлбиттә, шундай мәлдәр була - йүгереп сығып, уға, был “ҡунаҡҡа”, үҙеңдең файҙаланылмаған бөтә асыуыңды сығарып, төнгө ҡурҡыуҙарың өсөн үс алыу теләген тыйырға көс саҡ-саҡ етеп ҡуя ҡайһы саҡ.
Әлбиттә, ҡайһы саҡ бындай хәүеф тулы төндәрҙә лә яҡтыраҡ мәлдәр булғылай. Бындай мәлдәр беҙҙең штурм (пехота) “костлявыйҙарҙы” ергә төшөргәндә була. Уларҙың һәр береһенең хаҡы, белеүселәр әйтеүенсә, миллион ярым һумдан башлап, тағы ла юғарыраҡ. Пилотһыҙ осоу аппаратын ҡолатып төшөрөүҙә үҙебеҙ ҡатнашмаһаҡ та, быға балалар һымаҡ шатланабыҙ. Яуап итеп, “ҡунаҡҡа” төбәп зенит уты алып барылған квадраттарҙы дошман көслө артиллерия утына тота башлай. Йәки БПЛА барып етә алмаған нөктәләр буйынса көслө ут аса.
Бының һөҙөмтәлелеге дошманға көнбайыш “дуҫтары” күпме һәм ниндәй сифаттағы снарядтар ебәреүе менән туранан-тура бәйле. Әгәр снарядтары һәм миналары етерлек икән, улар бер сәпкә егермегә тиклем снаряд ҡулланалар. Былар үҙебеҙҙең участкалағы күҙәтеүҙәрҙән сығып билдәләнде. Әгәр ҙә снаряд-миналары иҫәпле генә булһа, бер нөктәгә өс, биштән арттырмайҙар. Арифметика, кем әйтмешләй, бында ябай һәм аңлайышлы.
Снарядтарҙың сифаты тураһында ла иҫкә алып китергә кәрәк: шундай осраҡтар ҙа булды – мәҫәлән, дошмандар сәпте юҡ итеүгә сарыф иткән 20 снарядтың бишәүһе йәки унан да артығы шартламай. Ни өсөн һәм нисек – быныһы икенсе эш. Ундай “добро” тупраҡта бик күп. Тик бөтә был уйҙарҙы баштан ҡыуғы килә! Таңға тиклем йоҡоно туйҙырыр өсөн рациялағы дежур “фишкар”ҙан (күҙәтеүсенән) башҡаларыбыҙ барыбыҙ ҙа бронижилетта һәм автоматтарҙы эргәгә һалып берҙәм генә урындарыбыҙға ятабыҙ.
Иртәнсәк, офоҡто ҡояш яҡтырта башлау менән һәм әлегә иртәнге томан таралып бөтмәҫ борон, юл ыңғайы блиндаждың тышҡы маскировкаһына һәм эргәһенә күмеп ҡуйылған “шмурдяк”ка (әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек) күҙ һала-һала,“нужда” буйынса блиндаждан тиҙ генә йүгереп сығам. Бында шундай хәлдәр ҙә була – төндә расчеттың бөтә ҡолаҡтары иғтибар менән күкте тыңлаған мәлдә һинең “шмурдягыңда” күңелле генә итеп сысҡандар, төлкөләр, берәҙәк бесәйҙәр, эттәр һәм хатта шакалдар хужалыҡ итеүе бар.
Ә иртәнсәккә блиндаж тирәләй маскировканы боҙоусы сүп-сар һәм тәләфләнгән ризыҡтар туҙып ятасаҡ. Улар буйынса БПЛА ярҙамында дошман һинең урынлашҡан урыныңды бик тиҙ табып аласаҡ. Шуға күрә беҙ ризыҡтарҙы “йөҙ егермелек” миналарҙан ҡалған ағас йәшниктәрҙә һаҡларға тырышабыҙ. Шул уҡ йәшниктәрҙән позиция эшләргә, урындыҡтар һалырға һәм башҡа нәмәләр эшләргә тура килә. Шуға улар һәр ваҡыт тиерлек ихтыяж менән файҙаланыла һәм етмәй китәләр.
Блиндаж эргәһендә тартылып, өҫтөнә янған ылыҫ һибелгән маскировка япмаһы аҫтына инеүем дә булды, ҡолаҡҡа таныш тауыш салынды – бик түбәндә генә, ағастарға тейеп тигәндәй, “Малый пастух” (ул шулай уҡ “Маврик” - FPV-дрондарҙың һәм шул уҡ артиллерияның көндөҙгө эшен корректировкалаусы) осоп килә. Күршеләргә инде тәүге дрондар осҡанын ишетә-ишетә, кире блиндажға йүгерәбеҙ. Был дрондарҙы характерлы тауыштары өсөн “истеричкалар” тип атайҙар. Ләкин был бөтөнләй башҡа тарих һәм әкиәт персонаждары ла унда башҡалар, инде – көндөҙгөләр...
Илдар Атауллин.