

“Салауатым изгелекле бала булды. Кешегә ярҙам итергә тырышып тора торғайны. Беҙгә ҡарата ныҡ иғтибарлы ине балаҡайым. Хатта тегенән дә (махсус хәрби операция барған ерҙәрҙән) туҡтауһыҙ хәлебеҙҙе белешеп, проблемаларыбыҙҙы хәл итешеп торҙо. Үҙенең шулай иғтибарлылығы, сослоғо менән беҙгә лә йәшәргә өйрәтте, тиһәк тә була.
Бала сағындағы бер ваҡиға иҫтә.
Беҙ электән һыйыр тоттоҡ. Йәйҙәрен иртәнсәк һыйыр ҡыуырға торорға ла йыбанманы улым. Бер шулай һыйыр ҡыуырға китте лә юҡ та юҡ был. Ҡурҡа башланыҡ. Сәғәт ун берҙәргә генә ҡайтып инде.
-Ҡайҙа йөрөнөң улай оҙаҡ? – тип һорайым.
-Әсәй, урманға кемдәрҙер КамАЗ менән барып, шешә, банкалар түгеп киткәндәр. Түккәндә улары ярылып бөткән. Шул шешә-банкаларҙың ярылмай ҡалған төптәре малдарҙың тояғына кейелеп, аяҡтарын яраламаһын, тип шул шешәләрҙе ярыҡ яҡтары менән ағас төптәренә ҡаҙап йөрөнөм, - тигән була балаҡайым.
Ул шундай бала булды. Урманға сыҡһаҡ та сүп-сарҙы пакетҡа йыйып алыр ине”.
Иҫке Собханғол ауылында тыуып-үҫеп, махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Мөхәмәтдинов Салауат Флүр улы хаҡында әсәһе Фәйрүзә апай һөйләй быларҙы.
-Бер мәл Салауат атаһы малдарға бесән һалып йөрөгәндә шылтыратҡан. Атаһы нимә эшләп йөрөгәнен әйткәндер инде. “Атай, малдарға бесән етәме?” тип һораған. “Етеңкерәмәгән һымаҡ әле. Ярай, бер йүнен күрербеҙ”, тигән атаһы.
Бер нисә минут үтеүгә улыбыҙ: “Исламбайҙан КамАЗ менән бесән сыҡты, ҡаршы алығыҙ. Әле фәлән ерҙә килә ята”, тип шылтырата. Аптырабыраҡ ҡалдыҡ. Атаһы, ауырыҡһынып торғас, ҡалайтып бушатып алырға инде, тип борсола башланы.
Ул арала теге машина ла күренде. Ә уның артында – 6-7 такси машинаһы... Улыбыҙ дуҫ егеттәре менән бесәнде бушатыу тураһында ла һөйләшеп-килешеп ҡуйған булған. Ир-егеттәр ней шул арала теге бесәнде кәрәкле ергә деү килтереп бушатып та ҡуйҙы.
Бер көндө таңғы 6-ла телефон шылтыраны. Йөрәк жыу итеп ҡалды. Телефондағы яҙыуҙы күргәс, яуға инәлер инде балаҡайыбыҙ, тип уйланыҡ. Ә уның әлеге лә баяғы дуҫтарын хәстәрләүе икән.
-Атай, ҡыйын булһа ла бер үтенесем бар – фәлән ерҙә бер дуҫым машинаһы менән бәләгә осраған. Шуны барып ҡына һөйрәтеп алып ҡайт әле, - тей.
Ул шулай беҙҙең тормошто ғына түгел, дуҫтарының тормошон да контролдә тотоп, теге йәки был хәлде көйләшеп, хәл итешеп йәшәне.
Бәләкәй генә сағынан, әсәйемә эйәреп, доғалар ятлап ултырҙы. Диндар әсәйем ейәненә теге йәки был доғаны ятлау буйынса заданиелар бирә, артабан контролдә тота, хатта зачет ала торғайны. Зачет бирә алһа, аҡсалата дәртләндереү көтә.
Бер мәл бесән эшләп йөрөһәк, дауыл сығып китте. Ҡурҡыныс инде. Улым ауыҙ ҡыбырлатып нимәлер һөйләй.
“Әсәй, дауылға ҡаршы доғаны уҡыным. Һин беләңме ул доғаны?” ти.
Йылҡылары булды улымдың.
“Әсәй, атай, быйылғы ҡолондо Нурсолтаған инселәрһегеҙ. Былтырғыһы Нурисламдыҡы булды бит инде. Икеһенә лә берәр баш ҡорт ултыртығыҙ”, тине бер шылтыратҡанында. Бер аҙналай үткәс, беҙҙең был эштәрҙе атҡарғанды белгәс: “Улдарымды ысын башҡорт итеп ҡалдырам, ивет”, тине...
Әйткәндәй, мобилизация буйынса МХО-ға киткәнендә өлкән улы, Нурисламы, 23 көнлөк кенә булып ҡалды. Икенсе улын, Нурсолтанын, бала тыуҙырыу йортонан үҙе ҡаршы алыр өсөн йән атып ҡайтты балаҡайым. Командиры ла һәйбәт булған. Улы тыуыуы тураһында әйтеү менән, бар, ҡайтып кил, тип ҡайтарып ебәргән. Салауатыбыҙ сабыйы менән шулай 14 көнөнә тиклем бергә булды ла башҡа күрә алманы улғынаһын...
Улыбыҙҙың именлеге өсөн ҡорбандар ҙа бағышлап торғайныҡ та бит. Раббыбыҙ беҙгә бала биргән өсөн салдыҡ тәүге ҡорбанды. Армияға киткәнендә лә шешә менән түгел, туған-тыумаса менән бергә ҡорбан ашы менән оҙатҡайныҡ. Армиянан ҡайтыуын да ҡорбан салдырып ҡаршы алдыҡ.
Бер мәл Мәскәүҙә эшләп, байтаҡ аҡса алып ҡайтты. “Улым, аҡсаңды туҙҙырмағанһың, юлда юғалтмағанһың, урлатмағанһың. Хәләл тирең менән тапҡан аҡсаң өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтеп, ҡорбан салдыр”, тинем. Шулай эшләне лә. Матур бүләктәр таратты.
МХО-нан отпускыға ҡайтҡанында ла ҡорбан салдырҙыҡ. Алтынсы ҡорбанды Ғафуриҙағы Шәфҡәт ағайы (атаһының бер туған ҡустыһы) салдырған ҡустыһы өсөн.
Беҙ үҙебеҙ, улыбыҙ имен ҡайтһа, һыйырҙы ҡорбан итеп салырбыҙ, тип нәҙер әйткәйнек тә...
Ҡылғандары изгелек булды инде улыбыҙҙың. Махсус хәрби операция барышында ла шул ҡылығын ташламай.
-Ротаға оло ғына ике ағай килде. Беҙҙең ыңғайға йүгертәләр, һикертәләр уларҙы ла. Беҙ ваҡыты менән курьерҙар аша үҙебеҙгә оҡшаған ризыҡтарға заказ бирәбеҙ. Шуларҙы ашап ултырһаҡ, теге ике ағайҙың ашамай ултырғандарын аңғарып ҡалдым. Баҡтиһәң, уларҙың телефоны ла, эргәләрендә аҡсалары ла юҡ, курьер аша нисек алдырырға ла белмәйҙәр икән. Шунан һуң мин үҙҙәренә әйтмәй генә өс кешегә заказ бирә башланым, - тип һөйләгәйне улым.
Салауат МХО-ға киткәс, осраған бер кеше тиерлек: “Салауатҡа сәләм әйтегеҙ”, ти торғайны. Улыма шылтыратҡанда, һиңә фәлән-фәләндәр сәләм әйтте, тиһәм: “Әсәй, шул ыңғайы минән дә сәләм еткереп йөрө, йәме. Мин бында һәр көн уянғас та күңелемдә генә машинама ултырып, район үҙәгенең осонан башлап, урамдар буйлап йөрөп сығам. Бөрйәнемде лә, райондаштарымды ла ныҡ яратам һәм һағынам”, тиер инә.
Сәскә бүләк итергә яратты ул. МХО-ға киткәс тә килен менән икебеҙҙе лә сәскәнән өҙмәне тиерлек – байрамдарға, тыуған көндәргә сәскә ебәртеп торҙо.
Киленем менән туйҙан һуң 87 көн генә бергә йәшәп ҡалдылар.
Ҡайтырға булһа, ике туғандарына, уларҙың балаларына ҡутара бүләктәр тейәп ҡайтыр ине”. – Әсә күҙ йәштәренә быуыла-быуыла өҙгөләнеп һөйләй балаһы хаҡында. Йән әрнеүенә дауа юҡ шул.
Иҫке Монасиптан Ләйсән Муллағолованың социаль селтәрҙә Салауаттың мәңгелек донъяға күсеүе тураһында ишеткәс яҙған яҙмаһы ла Әсә һөйөүе хаҡында һөйләй:
“Был ғаиләне мин күптән беләм. Туған йәки яҡын дуҫ та булманыҡ беҙ. Әммә тәүге осрашыуҙан күңелемдә уларға бәйләгән өҙөлмәҫ еп хасил булды.
Район үҙәгендә эшләгән сағым, йәшәргә урын юҡ, кеше фатирында торам. Яйлап күршеләрем менән танышып алдым. Бергә һыу буйына прогулкаға төшәбеҙ, урамда йөрөйбөҙ. Фәйрүзә апай тәмле-татлыһын бешереп, сәйгә лә саҡырып ала.
-Өйҙә ирҙәр эшләй торған эшең булһа, Флүр еҙнәңә әйт, инеп ярҙам итеп сығыр. Беҙ һинең менән был райондыҡылар, ул ҡырҙыҡы булғас, еҙнәң, тием инде, - тип ихлас көлә үҙе.
- Салауат, апайҙарыңды ҡарап йөрө. Һеҙ ҙә ҡустығыҙҙы ҡарап ҡына йөрөгөҙ. Берәй ваҡыт үҙегеҙгә кейәү булып ҡуйыр, бәлки, - тип тә ҡуйҙы бер мәл.
Шулай итеп, Салауатты ҡустымдай күреп алып киттем.
Әсәнең баланы нисек ныҡ яратҡанын мин, моғайын да, шул мәлдә Фәйрүзә апайға ҡарап аңлағанмындыр ул. Тел менән аңлата алмаҫлыҡ һөйөү ине ул. “Салауааат, балаҡайыыым, улыҡайыыым”, тип күңеле тулы илаһи һөйөү менән өндәшер ине.
Мин район үҙәгенән китеп, арыу уҡ йылдар үткәс, беҙ йәнә осраштыҡ. Ҡустымдың туйына Фәйрүзә ҡоҙасам, Флүр ҡоҙам һәм инде егет булған Салауат ҡоҙам килде. Шул тиклем ихлас, күңелсәк ҡоҙа-ҡоҙасаларым менән гөрләтеп үткәрҙек беҙ ул туйҙы.
Был туйҙан 10 йылға яҡын ваҡыт үткәс, Себер яҡтарында йәшәгәндә, хәбәр килде - Көнһылыу һеңлем кейәүгә сыҡҡан. Кемгәме? Салауатҡа!
Үәт, исмаһам, яңылыҡ был. Инде хәҙер ҡоҙағыйым булған Фәйрүзә апайҙың әйткәне фәрештәләрҙең “Амин” тигән сағына тура килгәндер инде. Хәҙер тағы ла нығыраҡ туғанлаштыҡ. Ҡусты ла булды Салауат миңә, ҡоҙа ла, кейәү ҙә.
- Инде хәҙер бергәләп ултырып ҡоҙа менән танышып алаһы ҡалды. Салауат та ҡайтһын да, гөрләшеп йыйылып алырбыҙ, - тип ҡосаҡлап яратып алыр ине күрешкәндә.
Ҡайтты Салауат... Ер-һыу илатып, цинк табутта ҡайтты. Беҙ ысынлап та йыйылдыҡ. Тик шатлыҡта түгел, иңдәребеҙҙе ҡайғы баҫҡанда.
Был хәбәрҙә ишеткәс тә башымдан бер генә уй үтте - Фәйрүзә апай күтәрә алмаҫ был ҡайғыны...
Табут янына теҙелгән ҡанаттары ҡайырылған туғандар, бәпестәрен ҡосоп ҡатҡан Көнһылыу, йәшкә мансылған район халҡы...
Салауатты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Яҡты донъяларға ауаз һалған көнө 31 йылдан һуң ҡара ер ҡуйынына ингән көнө булды.
Үҙәктәрҙе өҙөп, йөрәктәрҙе һыҙып, күңелдәрҙе әрнетте был юғалтыу.
Фәйрүзә апайҙы ҡоҙаса, ҡоҙағый тип әйтә алманым мин. Апай булып ҡалды ул миңә...”
“Беҙгә үтә ныҡ ауыр көндәрҙә тотош район халҡының беҙҙең менән бергә булыуы көс биргәндер, тием хәҙер. Ваҡытында рәхмәт тә әйтә алмағанмындыр инде.
Ошо көндәрҙә беҙҙең ҡәҙерле улыбыҙ, Көнһылыу киленебеҙҙең тормош иптәше, ейәндәребеҙ Нурислам менән Нурсолтандың һөйөклө атайҙары Мөхәмәтдинов Салауат Флүр улының беҙҙе һары һағыштарға һалып, йөрәктәребеҙҙе телгеләп, Украинала барған махсус хәрби операцияла ил именлеге өсөн батырҙарса һәләк булыуына - беҙҙе ташлап китеүенә бер йыл да булып китте. Хәйер, юҡ, ташлап китмәне ҡәҙерлебеҙ, ул һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, күңелдәрҙә. Был хәбәргә һаман ышанмайбыҙ. Киң йылмайып ҡайтып инер һымаҡ әле... Күңел ышанһа ла, йөрәк, аҡыл ҡабул итә алмай.
Район халҡына, беҙҙең ҡайғыбыҙҙы үҙҙәренекендәй күргән изге күңелле кешеләргә ныҡ рәхмәтлебеҙ. Ҡайғылы ҡара көндәребеҙҙә был хәбәрҙе ишетеү менән ярҙамға килеп еткән туғандарға, улымдың тоғро дуҫтарына айырым рәхмәтемде еткерәм.
Ҡәҙерле райондаштарым, сит райондарҙан килгән туғандарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ, улымдың йән дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре, көн-төн доғала булған диндарҙар, ағинәйҙәр, мөслимәләр, район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ғөмүмән, барлыҡ район халҡы, һеҙгә йөрәгебеҙ түренән сыҡҡан рәхмәтебеҙҙе еткерәм.
Иҫән сағында улыбыҙ үҙе нисек ихтирамлы, ярҙамсыл, ихлас булған, халыҡ та шулай булды – Салауатыбыҙҙы оҙатырға, бәхилләшергә, уның яҡындарына ярҙам итергә халыҡ ағылды ла ағылды.
Рәхмәт, халҡым! Улымдың һеҙҙе ихлас, эскерһеҙ яратыуын аңлай белгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Киләсәктә ил-көндәр тынысланып, татыулыҡта, именлектә йәшәргә яҙһын инде.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн бирелгән “Ҡаһарманлыҡ” ордены улдарына лайыҡлы йәшәү үрнәге булып өй түрендә һаҡланыр”, тине Фәйрүзә апай.
Тыуған иленең именлеге өсөн башын һалған Мөхәмәтдинов Салауат Флүр улының исеме онотолмаҫ. Сөнки иле өсөн ҡорбан булған батырҙар мәңге тере.
Т. Баһауетдинова.