Ватан һағында
1 Август 2025, 06:47

Десантсы тигән даны бар

Быйыл Һауа-десант ғәскәрҙәренең барлыҡҡа килеүенә – 95 йыл. Районда был элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт юлы үтеүсе ир-егеттәр бихисап. Шуларҙың береһе – Ватан һаҡсыһы, республикабыҙҙың ғорурлығы, тормошон хәрби хеҙмәткә бәйләүсе Әбделмәмбәт егете Сыңғыҙ Яхин. 

Десантсы тигән даны барДесантсы тигән даны бар
Десантсы тигән даны бар

Хәрби кеше булыу теләге уҡыусы сағында уҡ барлыҡҡа килә, шуға ла Сыңғыҙ Рөстәм улы мәктәпте тамамлау менан хәрби училищеға уҡырға инә. Яратҡан һөнәренә эйә булыр өсөн үҙен физик яҡтан ғына түгел, мораль  яҡтан да етди әҙерләй. Әрме хеҙмәтен Рязань ҡалаһында Һауа-десант ғәскәрҙәрендә үтә.

-Ысын десантсы булыу өсөн автоматты биш бармағың кеүек белергә, ҡорал менән яҡшы эш итергә, ҡул һуғышына өйрәнергә, парашют менән һикерергә, медицина ярҙамы күрһәтергә, хәрби төркөмдә эшләй белергә һәм башҡа бик күп оҫталыҡтарға эйә булырға кәрәк. Теүәл экипировка менән марш-бросок үтеү, парашюттан һикереү өсөн айырыуса ҙур ҡыйыулыҡ, түҙемлек талап ителә.

Миңә тәүгеһендә МИ-8 вертолетынан,  аҙаҡ АН-2 һәм, тәжрибә йыйғандан һуң, ИЛ-76 самолетынан парашют менән һикерергә тура килде, - ти ул.

Сыңғыҙ Рөстәм улы 2017 йылда Рязань ҡалаһындағы һауа-десант хәрби училищеһын тамамлай. Махсус хәрби операция башланған ваҡытта Хакасия республикаһының баш ҡалаһы Абаканда взвод командиры булып хеҙмәт итеп йөрөгән сағы була. Хәрби кеше булараҡ, МХО-ға тәүгеләрҙән булып алына. Әле ул «Башҡортостан» полкының рота командиры урынбаҫары, Ғәзи Заһитов исемендәге штурм отрядында хәрби төркөмдө етәкләй.

Ағымдағы йылдың февраль айында яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндәге батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

-Әле мин хеҙмәт иткән урында “Батыр” позывнойлы ауылдашым да бар. Егеттәр менән татыу, берҙәмбеҙ. Беҙҙе рух ныҡлығы, тыуған илгә һөйөү берләштерә.

Райондан гуманитар ылау йыш килеп тора, бының өсөн район халҡына ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ярҙам беҙҙең өсөн бик мөһим. Бер уңайҙан барлыҡ десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәренә 95 йыл тулыу айҡанлы ҡотлайым һәм һаулыҡ, именлек теләйем, - тип матур теләктәрен еткерҙе хәрби.

Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, тыуған ил алдындағы бурысын тиҫтә йылдар буйына намыҫ менән үтәүсе Сыңғыҙ Рөстәм улының имен-аман йөрөп, яратҡан тормош иптәше, туғандары, яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйек.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас