Ватан һағында
17 Июль 2025, 10:00

Бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ

“Ворон” позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла артиллерияла водитель булып хеҙмәт итә. Уның үҙ теләге менән Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүенә октябрҙә бер йыл була.

Бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫБер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ
Бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ

Ил өҫтөнә бәлә килгәндә йөрәгендә Ватан тойғоһо йөрөткән ир-егет ситтән генә күҙәтеп ята алмай, ил һағына баҫырға ҡарар итә. Был ҡарарына һис үкенмәй. Яуҙа йөрөү ябай эш, уйын түгел. Күп тапҡыр үлемдән тороп ҡалған райондашыбыҙ ғүмерҙең, туғандарының, яҡындарының ҡәҙерен хәҙер тағы ла нығыраҡ аңлай.

“Ворон” “Урал”, “Нива” автомашиналарында хәрбиҙәрҙе алғы һыҙыҡҡа алып бара, алып ҡайта, уларға боеприпастар, аҙыҡ-түлек ташый, яраланған, вафат булған яуҙаштарын яу яланынан сығарыша.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан райондашыбыҙҙың хәлдәрен белештек.

-Яуҙа хәлдәр яуҙағыса инде. Минең эш - яугирҙарҙы, боеприпастарҙы имен-аман урын-еренә теүәл генә алып барып еткереү. Егеттәр ҙә, беҙ – водителдәр ҙә алғы һыҙыҡҡа икешәр аҙналап алмашлап йөрөйбөҙ. Машинала водитель менән бергә һәр саҡ ике стрелок бара. 500 метр һайын рация аша ҡайҙа йөрөгәнебеҙҙе хәбәр итеп торабыҙ.

Ашау, кейем, ҡорал яғынан зарланырлыҡ түгел. Ҡайһы бер хәрби кейемдәрҙе, техникаға запас частәрҙе үҙебеҙ һатып алабыҙ.

Көндөҙ ябай дрондар һөжүм итһә, төндә “Баба яга” тип аталған көслөрәк, ҙурыраҡ БПЛА оса. Төндә уларҙы күреүе ҡыйын. Элек юлға төндә сыға инек, хәҙер таңға ҡарай сығабыҙ. Район халҡы ярҙамы менән дронға ҡаршы “Булат” тигән аппарат алдыҡ. Ул беҙгә бик ныҡ ярҙам итә. Дронды 1,5 саҡрым алыҫлыҡта билдәләп, тауыш бирә башлай. Райондаштарыбыҙға ошо һәм башҡа гуманитар ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Мотоцикл, машиналар ҙа егеттәргә ҙур ярҙам. Башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа килеп етеп тора. Тағы ла маскировка селтәрҙәре беҙҙе ҡотҡара. Улар иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе.

Дрондарҙың тәү маҡсаты, төп сәбе - алғы һыҙыҡҡа йөк ташыған машиналар. Уларҙың һөжүменә күп тапҡыр эләгергә тура килде. Тәүҙә “Урал”, икенсеһендә “Нива” машинаһы шартлауға эләкте. Үҙебеҙ һикереп төшөп ҡалып ҡотолдоҡ.

Шулай яйлап алға китеп барабыҙ. Алғы һыҙыҡта Бөрйән егеттәре күп. Уйламағанда класташ егетте осраттым. Бөрйәндән биш егет бер урындабыҙ. Байғаҙынан отделение командиры “Моряк” менән бер блиндажда йәшәйбеҙ, - тип һөйләне “Ворон”.

“Ворон” ҡоҙғондар затынан булғанға позывнойын шулай һайлай. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул 2-се дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған. Шулай уҡ “15-се бригадаға 25 йыл тулыу айҡанлы”, “Артиллериялағы хеҙмәт өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Яҡташыбыҙ бик шәп ҡурайсы ла. МХО-ға тиклем “Мәсем” ҡурайсылар ансамбле солисы була, республикала уҙғарылған төрлө конкурстарҙа призлы урындар алған. Яуҙа йөрөгәндә лә, Тыуған яҡтарын һағынып киткәндә, кистәрен ҡурайын ала.

Яҡташыбыҙҙың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Балта оҫтаһы, һунарсы, техника һөйгән, тарихты яҡшы белгән “Ворон”дың яуҙа ла юғалып ҡалмаҫына шик юҡ. Имен хеҙмәт, хәйерле юлдар насип булһын уға.

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас