Ватан һағында
7 Июль 2025, 09:10

Күпте күргән "Бабай"

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары — Тыуған илен намыҫ һәм батырлыҡ менән яҡлаған кешеләр. Уларҙың тәжрибәһе, рух көсө һәм эшкә тоғролоғо айырым ихтирамға лайыҡ. Сәйәхов Сәйет Мотаһар улы Мәһәҙей ауылында донъяға килгән. Тәүҙә тыуған ауылындағы башланғыс мәктәптә уҡый, 4-се кластан 8-сегә тиклем Байназар урта мәктәбендә белем ала. Артабан ...

Күпте күргән "Бабай"Күпте күргән "Бабай"
Күпте күргән "Бабай"

СПТУ-ның Байназар филиалында тракторист-машинист һөнәрен үҙләштерә. Уңған егет йәй айҙарында “Ағиҙел” колхозында эшләй. Көҙгә хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса Белоретта ДОСААФ-ҡа шоферлыҡҡа уҡырға китә.

Йәш егет 1992 йылда армия сафтарына алына. Райондан бергә киткән 7 егеттең бөтәһе лә бер урынға эләгә, шул иҫәптән Сәйет Сәйәхов та. Ул Мәскәү янындағы Наро-Фоминск ҡалаһындағы Ю. Андропов исемендәге Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ орденлы 4-се гвардия танк Кантемир дивизияһында шофер булып хеҙмәт итә.

-Ротаны материалдар менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылған ине, - ти хәрби бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтҡан һалдат.

Тыуған ауылындағы колхозда тракторист, шофер һәм башҡа төрлө эштәрҙә эшләгәндән һуң Өфөгә юллана һәм шунда төпләнә. Тормош иптәше Айгөл Рәсүл ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Инсаф та, Наҙгөл дә башлы-күҙле булып үҙ аллы тормош ҡорғандар.

2010 йылда Затон биҫтәһендә Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнешле отряд төҙөлә. Сәйет Мотаһар улы контракт төҙөп, ошо отрядҡа ҡушыла. 2017 йылға тиклем хеҙмәт итеү дәүерендә командировка менән ете тапҡыр Чечен республикаһына барып ҡайта. Ханҡала ҡасабаһында һалдаттарҙы йөрөтә, уларҙы хәрби заданиеларға алып сыға.

Хәрби булараҡ, 2019 йылда хаҡлы ялға сыҡһа ла, ул Саров ҡалаһында хеҙмәт юлын дауам итә - хәрби ҡорамалдарҙы һаҡлай. Ауылға, тыныс тормошҡа ҡайтырға ынтылып ҡараһа ла, хәрби тормош үҙен онотторорға бирмәй әле – тиҙҙән ул Тольятти ҡалаһындағы уҡыу базаһында эш башлай. Күп йылдар шофер булып эшләгән уҙаман “В”, “С”, “Д”, “Е” категорияларына эйә булғас, эше табылып тора – 2020 йылда ул Өфөлә махсус тәғәйенләнешле авиация отрядына күсә.

Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, бөтә ерҙә лә дуҫтар таба, улар менән дуҫлығы бөгөн дә һаҡлана. Сәйет Мотаһар улы контракт буйынса хеҙмәт итә башлағанда уҡ “Бабай” исеме тағылып ҡала. Шул позывной менән 2022 йылда Украинала барған махсус хәрби операция зонаһына ла барып ҡайта. Луганск өлкәһендә яугирҙар, боеприпастар, төрлө материалдар һәм яғыулыҡ ташый. Командировка оҙайлығы 3 ай була.

2023 йылда Түбәнге Новгородта яңы бригада төҙөлөп, шунда урынлаша. Был юлы ул Донецкийға юллана һәм разведка ротаһында хеҙмәт итә - бронланған “Урал”да шәхси составты алғы һыҙыҡҡа йөрөтә.

2024 йылда тыуған яғына ҡайтып, бөгөнгө көндә Сәйет Сәйәхов Мәһәҙей ауылында ауыл хужалығы өлкәһендә уңышлы эшләп килгән алдынғы фермер, ағаһы Фәнис Сәйәховтың КФХ-һында тырышып эшләй.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары - батырлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтеп, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, үҙ Ватанын һаҡлаған кешеләр. Уларҙың батырлыҡтары һәм тормош юлы — киләсәк быуындар өсөн өлгө.

Күпте күргән "Бабай"
Күпте күргән "Бабай"
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас