Ватан һағында
1 Июль 2025, 04:00

Хәрби ветерандар балаларға Ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрҙе

Ысын геройҙар Ватанды һаҡлап ҡына ҡалмай, үҫеп килеүсе быуынды ла тәрбиәләй. Улар күңеленә илһөйәрлек һәм хәрби фиҙакәрлек орлоҡтары сәсә. “Йәш спецназсы” лагерына килгән Ҡолдәүләтов Ирек Фауарис улы, Ишбаев Рөстәс Рәис улы, Әлибаков Йәлил Хәйҙәр улы (“крап” берет эйәһе) Бөрйән районы муниципаль районы ветерандар советы рәйесе Ғәлиев Олег Марс улы етәкселегендә лагерҙа сынығыу үтеүсе балаларға Ҡаһарманлыҡ Дәресе үткәрҙе.

Хәрби ветерандар балаларға Ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрҙеХәрби ветерандар балаларға Ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрҙе
Хәрби ветерандар балаларға Ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрҙе

Ысын геройҙар Ватанды һаҡлап ҡына ҡалмай, үҫеп килеүсе быуынды ла тәрбиәләй. Улар күңеленә илһөйәрлек һәм хәрби фиҙакәрлек орлоҡтары сәсә.

“Йәш спецназсы” лагерына килгән Ҡолдәүләтов Ирек Фауарис улы, Ишбаев Рөстәс Рәис улы, Әлибаков Йәлил Хәйҙәр улы (“крап” берет эйәһе) Бөрйән районы муниципаль районы ветерандар советы рәйесе Ғәлиев Олег Марс улы етәкселегендә лагерҙа сынығыу үтеүсе балаларға Ҡаһарманлыҡ Дәресе үткәрҙе.
Ҡаһарманлыҡ дәресендә ветерандар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты, хеҙмәттәре һәм Ватанды һаҡлауҙың ни тиклем мөһим булыуы хаҡында һөйләне. Балалар ветерандарҙың һөйләгәндәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, хәрби хеҙмәт тураһында һорауҙар бирҙе һәм ысын ил һаҡсылары менән аралашыу бәхетенә эйә булдылар.

Олег Марс улы дөйөм ғәскәр һаҡланыу комплекты - ОЗК (Общевойсковой защитный комплект) костюмы ла алып килгән ине. Уны лагерға ветеран Яхин Рөстәм Зәки улы бүләк иткән. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән был костюмды кейеп-сисеп ҡарап, мәж килде.
Был дәрес йәш быуын күңеленә илһөйәрлек орлоҡтарын сәсеү йәһәтенән бик ҙур сара булды.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас