

2022, 2023 йылдарҙа ике тапҡыр барып ғариза яҙып ҡарай, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында алмайҙар. Тик 2025 йылда ғына маҡсатына ирешә - 29 ғинуарҙа ил һаҡларға махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ул бөгөнгө көндә Алексей Сухоруков исемендәге башҡорт артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. Беҙгә яугир менән телефон аша булһа ла аралашырға насип булды.
- Беҙҙең реактив артиллерия һөжүм итеүсе ғәскәрҙәргә ут ярҙамы күрһәтә, алыҫ араларҙа дошмандың нығытмаларын һәм техникаһын утҡа тота, шулай уҡ уның артиллерия позицияларын баҫтыра. Әлбиттә, туғандарым минең ҡарарға ҡаршы булды. Һуңынан кире күндерә алмаясаҡтарын аңлағас, риза булдылар. Илгә хәүеф янаған ваҡытта уны һаҡлау - һәр ир-егеттең бурысы тип уйлайым мин. Хеҙмәт итеүе башта ауыр булды, ваҡыт үтә тора, яйлап өйрәндем. Гуманитар ярҙам да, посылкалар ҙа килеп тора. Хеҙмәттәштәрем менән мөнәсәбәттәр дуҫтарса, яҡшы. Һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙамға килергә әҙербеҙ. Маҡсаттар уртаҡ булғас, бөтәбеҙ ҙә хәрби туғанлыҡ менән берләшкәнбеҙ. Командирға рәхмәтлебеҙ, ул ғәҙел һәм шул уҡ ваҡытта “ҡаты” ла булғас, тәртип бар, - тип һөйләне яугир.
“Бөрйән” Бөйөк Ватан һуғышы геройы, Стәрлетамаҡ районынан легендар яҡташыбыҙ Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия бригадаһында хеҙмәт итеүе менән ғорурлана. Алексей Сухоруков 1958-се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының батарея командиры булған. Өлкән лейтенант Белоруссияның Гомель өлкәһе Речица районы Короватичи ауылы эргәһендәге алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән. 1943 йылдың 18 ноябрендә Сухоруков батареяһы дошман танкы һәм пехотаһының контрһөжүмен кире ҡаҡҡан.
Август айында “Бөрйән” беренсе ялға ҡайтырға йыйына. Тыуған яғынан алыҫта булыуына ҡарамаҫтан, ул “Таң менән изгелек ҡыл” акцияһына ҡушылып Иҫке Собханғолда йәшәүсе ата-әсәһенә 2025 йылдың икенсе яртыһына “Таң” гәзитенә подписка бүләк итте. Райондашыбыҙға хәйерле, имен юлдар теләйбеҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, “Бөрйән”!
Әйткәндәй, контракт хеҙмәтенә ҡабул итеү дауам итә. Рәсәй оборона Министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған һәр кем бер тапҡыр бирелә торған 1 400 000 һум аласаҡ, хеҙмәт итеү йылы өсөн 3 920 000 һум аласаҡ. Бынан тыш, республикала хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре өсөн 42 төрлө льгота ғәмәлдә. Контракт буйынса хеҙмәт тураһында ентекле мәғлүмәт алыу өсөн Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариатына йәки +7917-453-78-03, +7937-306-58-87, +7917-040-90-56, +7960-395-11-53 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.