

-Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ҡулдан килгән тиклем ярҙам итеүҙе дауам итәбеҙ. Ошо көндәрҙә “Буран” позывнойлы райондашыбыҙ менән осраштым. Ул Белгород өлкәһендә мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Әлеге мәлдә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.
Осрашыу барышында хеҙмәт, ярҙам саралары, гуманитар ярҙам буйынса һөйләштек. Яугирға район халҡы исеменән махсус хәрби операция барышында бик кәрәкле әйбер - тепловизор тапшырҙым. Ватанға лайыҡлы хеҙмәте өсөн «Буран»ға оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйем! - ти район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин.