

Ҡотан ауылынан “Бурз” позывнойлы райондашыбыҙҙың Ҡораллы көстәр менән контракт төҙөүенә 2 йыл. Илебеҙ, еребеҙ һәм ғәҙеллек өсөн яу ҡырында йөрөгән “Бурз” махсус хәрби операция башланғас та барырға тигән ҡарарға килә. Күп урындарға мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә Һаулыҡ торошо буйынса әрме хеҙмәтенә бара алмаған егетте МХО-ға ла алмайҙар.
2023 йылдын июнендә Чечен Республикаһының “В. Путин исемендәге Рәсәй спецназ университеты” подразделениеһына урынлашыу мөмкинлеге килеп сыға. Уның менән файҙаланып, шул йылдың июленән ноябргә тиклем Бахмут ҡалаһының һулаҡай фронтында хеҙмәт итә. 4 ай эсендә ике тапҡыр яралана, оҙаҡ ҡына дауалау ала. Яралары шәбәйгәс, кире МХО зонаһына юллана һәм әүҙем оборонаға тора.
-Бәләкәй саҡтан армияға барғым килде. Ағайҙарым - Шамил Ырыҫбаев, Илдус Ғәлин, Фәнүр Хөснөтдиновтар кеүек булырға хыялландым. Улар Сирияла, Украинала ҡыҙыу нөктәләрҙе үткән кешеләр. Махсус хәрби операцияға барғанға тиклем “Гиви”, “Моторола” позывнойлы ағайҙарҙың яҙмаларын ҡарай торғайным. Улар Украина һалдаттарының үҙҙәренең тыныс халҡына нисек һөжүм иткәндәрен күрһәтә, һөйләй инеләр. Ундағы халыҡты яҡлау теләге көсәйгәндән-көсәйҙе. Бында килгәс тә ошо хәлдәрҙең ысынбарлыҡ икәненә инандым һәм дөрөҫ юлдан барабыҙ тип иҫәпләйем. Бындағы халыҡтың аһ-зарын ишетһә, һәр ир-егет ҡулына ҡорал алыр ине, - ти “Бурз”.
Олатайҙары юлын дауам иткәненә лә ҡыуана Бөрйән егете. Уның Динислам олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында икенсе Украина фронты составында алышҡан, япон милитаристарына ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. “Поляр аръяғы оборонаһы өсөн”, “Сталинград оборонаһы өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградланған.
Сержант Шәйхислам олатаһы 1944 йылда һуғышта һәләк була. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Бурз” үҙе лә «Батырлыҡ өсөн» миҙалына, “Әхмәт-спецназ” орденына, «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» орденына лайыҡ булған.
Тыуған ауылына ялға ҡайтҡанында мәктәп уҡыусылары менән осрашып, батырлыҡ дәрестәрендә ҡатнаша яугир. Үҫмерҙәргә мәктәптәге һәр фәндең тормошта кәрәк булыуы, илебеҙҙәге ваҡиғалар уның тормошҡа ҡарашын ҡырҡа үҙгәртеүе тураһында һөйләй, кәңәштәрен еткерә.
Әлеге мәлдә “Бурз” оборонала 13 яугирҙан торған төркөмдө етәкләй. Дошмандарҙың ҡайҙа, нимәләр урынлаштырғандарын табып, күҙәтеп, координаталарын артиллеристарға һәм дрон менән эшләгән егеттәргә ебәрәбеҙ, был йүнәлештә штурмда булғаным юҡ ине, ти райондашыбыҙ.
Юлдарында Хызыр Ильяс юлдаш булып, туғандары янына имен-һау әйләнеп ҡайтып, тыныс тормошта матур йәшәргә яҙһын уларға. Илебеҙгә именлек, тыныслыҡ килһен.