Ватан һағында
16 Май 2025, 10:00

Еңеү байрамына – тыуған яҡҡа

“Санчо” махсус хәрби операция зонаһына 2023 йылда юлланған. Луганск яғында штурмлаусы булып хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта.

Һамар өлкәһенең Рощинск ҡасабаһында 3 ай хәрби әҙерлек үткәндән һуң, Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт итә ул.
-Йәшәйеш өсөн кәрәкле шарттар булдырырға тырышабыҙ. Ашарға һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙың, ҡоралдарҙың барыһы ла етә. Блиндажда 4-5 кеше йәшәйбеҙ, үҙебеҙ бешерәбеҙ. Гуманитар ярҙам Бөрйәндән, Әбйәлилдән, Баймаҡтан, Өфөнән, Шишмәнән килә. Бергә хеҙмәт иткән яҡташтарым күп. Икенсе роталағы райондаштар менән дә һирәкләп осрашып торабыҙ.
Тыуған илде һаҡлау – һәр ир-егеттең бурысы. Был ваҡиғаларҙан ситтә ҡалырға теләмәнем һәм контракт төҙөп, МХО-ға юлландым. Үҙ көсөмдө һынап ҡарарға уйланым. Хеҙмәт итеп була. Беҙ, олораҡтар, йәштәргә белгәндәребеҙҙе өйрәтергә тырышабыҙ. Ил именлеге өсөн башын һалған иптәштәрҙең барыһы ла иҫтә, күҙ алдында, - тип ҡыҫҡаса хәлдәрен бәйән итте яугир.
Яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы өсөн “Батырлыҡ”, “Генерал Шайморатов” миҙалдары менән наградланған.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялында беҙҙең менән аралашыу өсөн ваҡыт тапҡан яугир әле отпускынан һуң кире МХО-ға юлланды.
Уның һәм барлыҡ яугирҙарҙың еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Автор:Ә. Юлсурина
Читайте нас