

Атайым Көнәфин Хәмитйән Ғәбделбасир улы 1911 йылда Бөрйән районының Байғаҙы ауылында тыуған, шунда үҫкән. Атайым – Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Һуғыштың беренсе көнөнән аҙағына тиклем дошмандарҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Атайымдың үҙенән ишеткәндәрҙе бәйән итергә булдым.
Колхозлашыу осоро башланғас, олатайға кулак мөһире баҫалар. Ҡыҙылдар-аҡтар сыуалышы осоронда Темәстән Белорет яғына юл Байғаҙы аша үткән. Бер-бер артлы йә ҡыҙылдар, йә аҡтар ауылда туҡтап киткәндәр. Ауыл халҡы уларҙы, кем булыуына ҡарамаҫтан, ашатып-эсереп оҙатҡан. Олатайҙы үтеп-сүтеп йөрөүселәрҙең кемдәрелер атып үлтерә. Ә атайым кулак балаһы булғанлыҡтан уҡырға алмайҙар. Һуғышта гел алғы һыҙыҡта булдым, ти торғайны ул. Взвод командиры атайымды ҡыйыулығы өсөн командир итергә лә булған, тик, уҡый-яҙа белмәгәс, ҡуя алмаған.
Һуғышта күргән ыҙаларын атай бик һөйләп барманы. Ҡыш көндәре ҡарҙы өңөп инеп ултырабыҙ, туңып үлмәҫ өсөн йоҡламаҫҡа тырышабыҙ, туңып үлеүселәр ҙә булды инде, тип әсенеп һөйләр ине. Тубығындағы снаряд ярсығы ғүмере буйы тынғы бирмәне.
1945 йылда ҡаты яраланып, иҫен юғалта. Уны немец һалдаттары пленға ала. Әсирлектән ике тапҡыр ҡасҡан, икеһендә лә эттәр менән баҫтырып барып тотолар. Эттәренән көлә-көлә ҡарап тороп талаталар. “Үҙҙәре туҡмас таяҡ йыуанлыҡ таяҡ менән туҡмағанда гел башҡа һуҡтылар. Баш самауырҙай булып шешеп китә торғайны”, тип тә һөйләгәне иҫтә. Шуның касафатылыр, 66 йәшендә башынан сыҙай алмай, баҡыйлыҡҡа күсте.
Ҡайһы саҡ ас әсирҙәрҙе алма баҡсаһына ҡыуып индерәләр, алмаға үрелгәндәрҙе аталар икән. Йыш ҡына үҙҙәре өсөн ошондай уйын ойошторалар икән фашист һалдаттары. Ынтылманым, түҙҙем, тигән булыр ине атай.
Өсөнсөгә тағы ла ҡасҡан. Эшкә алып китеп барғанда эргәләренән арбаға егелгән ат менән үтеп барыусы атайымдарға, ҡасырға теләһәгеҙ, арбаға ултырығыҙ, тигән. Атайым, ултырҙым да ҡуйҙым, тип һөйләне. Бүтән берәү ҙә ултырмаған. Был кеше беренсе донъя һуғышынан һуң ошонда тороп ҡалған булған. Подвалда атайымдан башҡа тағы ла ике кешене йәшереп тотҡан. Күп тә үтмәй, ҡаланы совет ғәскәрҙәре азат иткәндәр. Әсирҙә булғас, ҡаты һорау алдылар беҙҙән, тине. Аҙаҡ урман ҡырҡырға ебәрергә тигән ҡарар сығаралар. Атайым 1949 йылда ғына ҡайтып төшә тыуған ауылына.
Ҙур юғалтыуҙар, күп ғазаптар менән еңеү яулаусы яугирҙарыбыҙҙыоноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Зилә Сиражетдинова, Сибай ҡалаһы.