Ватан һағында
12 Май 2025, 12:00

“Бабай” менән осрашыу

Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә МХО яугиры “Бабай” һәм уның тормош иптәше Р. Уразғолова менән осрашыу үтте.

“Бабай” менән осрашыу“Бабай” менән осрашыу
“Бабай” менән осрашыу

Төп маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына һөнәри йүнәлеш биреү, ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәре буйынса консультация ярҙамы күрһәтеү.
Мәшғүллек үҙәге ярҙамы менән яугир ҡатыны Рәмзиә Уразғолова «Бөҙрәхана» йүнәлеше буйынса һөнәри әҙерлек тураһында сертификатҡа эйә булған. Бөгөнгө көндә ул алған һөнәре буйынса эш башлап, үҙ клиенттарын булдырып та өлгөргән.
“Бабай” МХО-ла разведка бүлегендә хеҙмәт итә, әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Ул 2022 йылда өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә алынған. Осрашыу барышында яугир яҡташтарыбыҙҙан йылы һүҙҙәр яҙылған хаттарҙың һәм посылкаларҙың уларға даими барып тороуы өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткереп, был иғтибарҙың һалдаттарҙың күңелен йылытыуын, уларҙың хәрби рухын һаҡлауға булышлыҡ итеүен белдерҙе.
Мәшғүллек үҙәге етәксеһе Нәйлә Ишкилдина сара һуңында яҡташыбыҙға һаулыҡ, имен йөрөүен теләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәр өсөн эшләнгән «Изгелек талисманы» тапшырҙы.

Автор:А. Уразаева
Читайте нас