

26 апрель - Радиация авариялары һәм һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар көнө
2012 йылдан алып илебеҙҙә радиация авариялары һәм һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар көнө билдәләнә. Миллиондарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн тырышҡан ябай хеҙмәт кешеләре, белгестәр ниндәй батырлыҡ өлгөһө күрһәтеүҙәрен аңламағандыр ҙа, был хаҡта уйламағандыр ҙа.
Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Ғәле Әхмәтов та ошо һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. 1987 йылдың ноябрендә Бөрйәндән 6 ир-егет хәрби комиссариатҡа саҡырылып, Чернобыль зонаһына ебәрелә.
-Хәләф Хафизов, Рәмил Сураҡов, мин һәм Мөнир Сәитбаталов, Салауат Дәүләтшин, Ғәле Тулыбаев мәрхүмдәр бергә юлға сыҡтыҡ. Өфөлә медкомиссия үткәндән һуң Тоцкиҙағы хәрби часкә учебкаға ебәрҙеләр. Унда 20 көн булдыҡ, радиация зонаһында эшләргә өйрәттеләр. Декабрь баштарында Чернобылгә юл тоттоҡ.
Киев хәрби округының 25-се бригадаһы составындағы икенсе махсус эшкәртеү батальонына эләктек. Мин, Хәләф, Ғәле мәрхүм бер урындараҡ булдыҡ, Рәмил тракторға ултырҙы. Чернобылдән 60 саҡрым алыҫлыҡта Ораное тигән ауыл эргәһендә палаткаларҙа йәшәнек.
Эш ике сменала ойошторолдо. Радиация нурҙары менән зарарланмаҫ өсөн махсус эш кейемдәре, радиацияны үлсәү приборҙары бирелде. Түшкә күпме дозала зарарланғанды белер өсөн дозиметр тигән прибор тағып йөрөнөк. Уны көн дә тикшереп, яҙып баралар. Тәртип бик ҡаты булды. Зонаға ингәндә лә, сыҡҡанда ла кейемдәрҙе мотлаҡ алмаштырырға кәрәк.
Сыҡҡан саҡта йыуынырға, дозиметрҙы һәр ваҡыт үҙең менән алып йөрөтөргә кәрәк ине. Көндәлек эшебеҙ радиация менән зарарланған станция биналарын химикаттар менән йыуыу, таҙалау булды. Башҡа егеттәр шәхси йорттарҙы ла таҙарттылар.
Йәшәгән урындан беҙҙе «Урал» машинаһында ташынылар. Улар 40-ҡа яҡын булды. 30 километр үткәс, икенсе машиналарға күсеп ултырабыҙ. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә асыҡ машинала йөрөп, етмәһә, эштән һуң йыуынып сыҡҡас, ауырып та китә торғайныҡ. Мин әллә ней бирешмәнем. Ашханала өҫтәлгә һарымһаҡ, һуғанды мул итеп ҡуялар ине. Уларҙы яратҡас, рәхәтләнеп ашаным, шуға сирләмәгәнмендер тип уйлайым. Ашау яғы бик һәйбәт булды. Көнөнә 3 һум 50 тин эш хаҡы түләнде. Атом электр станцияһына бөтәһе 71 мәртәбә ингәнмен. Март аҙағында ҡайтарҙылар, - тип һөйләне Ғәле ағай.
Радиация менән көрәшергә юлланғанда Ғәле ағай ғаиләле, ике ул атаһы була. Ҡайтҡас тағы ла бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлкән улдары ун йыл элек вафат булған. Ғәле ағай ҡатыны Айһылыу Кәбир ҡыҙы менән 50 йыл бергә татыу ғүмер итәләр, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешәләр. Иң оло ейәндәре әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә.
Ғәле Хәсән улы Чернобылгә барғанға тиклем ремонт-төҙөлөш участогында эшләй, ҡайтҡас та эшен шунда дауам итә. Бер йылдан янғын һағы бүлегенә күсә һәм унда 25 йыл хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Ғүмере буйы күпләп мал тотҡан, тәбиғәтте яратҡан Ғәле ағай льгота буйынса бушлай ҡаралған шифаханаларға барыуҙан баш тарта, бесәнгә йөрөү шифа миңә, ти ул.
Чернобыль АЭС-ындағы фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡаны өсөн 25, 30, 35 йыллыҡ юбилей миҙалдарына, «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденына, эшендә намыҫлы хеҙмәт иткәне өсөн бихисап миҙалдарға, рәхмәт хаттарына лайыҡ булған Ғәле ағай.
Илебеҙ тыныс булһын, тормошобоҙҙо бәлә-ҡазалар урап үтһен, тип теләй ул.