

Сарала мәктәп уҡыусылары, ағинәйҙәр ҡатнашты. Яугир һалдат хеҙмәте, үҙенең хәрби бурыстары тураһында һөйләне. Хәҙерге заман яугирҙары физик яҡтан әҙер булыуҙан тыш, тәрән белемгә эйә булырға, ҡатмарлы хәлдәрҙә тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итә белергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ул шулай уҡ һалдаттар өсөн уның туғандарының һәм бөтә йәмғиәттең иғтибары, ярҙамы бик мөһим, тип билдәләне, балаларға уларға яҙған хаттары һәм открыткалары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уҡыусылар “Каспер”ға хәрбиҙәрҙең көнкүреше, йәшәү шарттары, ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуҙары тураһында һорауҙар бирҙе. Һөйләшеү аҙағында яугирға рәхмәт еткереп, уға һаулыҡ, именлек теләнеләр.