Ватан һағында
21 Апрель 2025, 06:00

Йәшәргә ярҙам иткән ижад

Ырғыҙлы ауылынан пенсионерка хоббиһын яратҡан эшенә әйләндергән. Мәшғүллек үҙәгендә 15 апрелдә “Үҙемде үҙем булдырам” тигән темаға ҡатын-ҡыҙҙар клубының сираттағы осрашыуы үтте. Сараның ҡунағы – Ырғыҙлы ауылында йәшәүсе Лилиә Ғәлина. Пенсионерка. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ҡатыны һәм әсәһе - уның ире лә, улы ла ил именлеге һағында. Ул күңелен ижад менән баҫа. Туризм менән шөғөлләнә.

Йәшәргә ярҙам иткән ижадЙәшәргә ярҙам иткән ижад
Йәшәргә ярҙам иткән ижад

Мәшғүллек үҙәгендә 15 апрелдә “Үҙемде үҙем булдырам” тигән темаға ҡатын-ҡыҙҙар клубының сираттағы осрашыуы үтте.

Унда мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған ҡатын-ҡыҙҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәре ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар клубы эшенә “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкиле Азалия Юлмөхәмәтова ла ҡушылды.

Сараны мәшғүллек үҙәге етәксеһе Наилә Ишкилдина асып, быға тиклем үткән мөһим саралар хаҡында бәйән итте, ҡатын-ҡыҙҙар клубында ҡатнашыусыларҙың уңышлы тарихтары тураһында телгә алды.

-Ҡатын-ҡыҙҙар клубының миссияһы ҡатын-ҡыҙҙарҙың эш һәм тормош әүҙемлегенә булышлыҡ итеү, уларға үҙҙәренең карьераһын дауам итеү йәки яңы һөнәр үҙләштереү юлында импульс һәм илһам биреү. Ҡыҫҡаһы, ҡатын-ҡыҙҙар, үҙҙәренең эске потенциалын тормошҡа ашырып, үҙҙәре менән гармонияла йәшәп, хеҙмәт баҙарында оҙағыраҡ әүҙем булып ҡалһындар тигән теләктәбеҙ.

Әүҙем хеҙмәт эшмәкәрлектәре тамамланғас, кешеләрҙең күпселеге нимә менән шөғөлләнергә белмәй аптырап ҡала. Хаҡлы ялға сыҡҡан кешеләрҙең тормошон мәғәнәле һәм шатлыҡлы итерлек ҡыҙыҡлы эштәр һәм хоббиҙар бихисап, -  тине Наилә Тимерйән ҡыҙы.

Сараның ҡунағы – Ырғыҙлы ауылында йәшәүсе Лилиә Ғәлина. Пенсионерка. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ҡатыны һәм әсәһе - уның ире лә, улы ла ил именлеге һағында. Ул күңелен ижад менән баҫа. Туризм менән шөғөлләнә. Лилиә сарала ҡатнашыусылар өсөн үҙенең эштәренән күргәҙмә әҙерләгән һәм георгий таҫмаһы бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте.

Был әүҙем һәм ижади күңелле ҡатын ҙур һәм матур ғаиләнең усағын һаҡлаусы. Уның йортонда ҡайҙа ҡараһаң да – ҡул эштәре: стеналарҙа ла, карауатта ла, иҙәндә лә Лилиәнең күңел матурлығы, бар ерҙә лә хужабикәнең оҫта ҡулдары тыуҙырған иҫ китмәле әйберҙәр.

Оҫта ханым сарала сигеү һәм бәйләүҙең төрлө техникаларын күрһәтте, ҡул эштәрен эшләүҙең үҙе генә белгән серҙәрен асты, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

-Минең өсөн бәйләү – буш ваҡытты файҙа менән үткәреү өсөн бик яҡшы сара ғына түгел, сәләмәтлек өсөн дә бик тә файҙалы шөғөл. Ҡул эштәре борсолоуҙарҙан һәм күңелгә насар уйҙар килеүҙән һаҡлай. Ҡул эштәре ярҙамында тынысланырға, үҙ уйҙарың менән генә аулаҡта ҡалырға, ҡурҡыу һәм борсолоу хистәренән арынырға мөмкин, - ти уңған һәм оҫта ханым.

-Сарала ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара ихлас аралашып, күңелдәрен бушатты, бер-береһенә һорауҙар бирҙе, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.   Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ һәм яҡындарының тиҙерәк еңеү менән өйҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙар клубтары бик мөһим эш башҡара. Теләгәндәр унда ҡатнаша ала. Һеҙгә лә унда оҡшаясағына ышанабыҙ, - ти мәшғүллек үҙәге етәксеһе Наилә Тимерйән ҡыҙы Ишкилдина.

 

Мәшғүллек үҙәге мәғлүмәттәрен файҙаланып, Т. Сәйфетдинова әҙерләне.

Йәшәргә ярҙам иткән ижад
Йәшәргә ярҙам иткән ижад
Йәшәргә ярҙам иткән ижад
Йәшәргә ярҙам иткән ижад
Йәшәргә ярҙам иткән ижад
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас