Ватан һағында
10 Апрель 2025, 11:42

“Раф” ялға ҡайтты

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Иҫке Собханғол ауылынан “Раф” позывнойлы яугир ошо көндәрҙә туғандары һәм яҡындары янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты.

“Раф” ялға ҡайтты“Раф” ялға ҡайтты
“Раф” ялға ҡайтты

Ул махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән контракт төҙөп, 2024 йылдың ғинуар айында юллана. Әлбиттә, уның был ҡарарына ата-әсәһе, яҡындары ҡаршы була, тик “Раф” үҙ һүҙендә ныҡлы тора. Әле ул Запорожье өлкәһендә десант-штурм ротаһында өлкән сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Ялға тәүгә ҡайтыуы.

Хәрби операцияла әрме хеҙмәтен үтәгәндәр генә ҡатнашырға тейеш, сөнки әрме тәрбиәһе сыныҡтыра, әҙме-күпме әҙерлек бирә, тип һанай яугир. Үҙе ваҡытында Севастополдә матрос булып хеҙмәт иткән. Тыуған ил һағында күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлыҡтары өсөн миҙалдар һәм “Хәрби хәрәкәттәр ҡатнашыусыһы” билдәләре менән наградланған.

-Ротала башҡорттарҙан бер үҙем. Ҡалған егеттәр Калининград, Мәскәү өлкәләренән, Орел ҡалаһынан. Төрлөбөҙ төрлө тарафтан булһаҡ та бик берҙәм, дуҫ, татыубыҙ.

Гуманитар ярҙамды алып торабыҙ. Ошо изге эштә ҡатнашҡан барыһына ла ҙур рәхмәт. Бигерәк тә маскировка селтәрҙәре кәрәк, күпме булһа ла етмәй. Был миҙгелдә ағастарҙа япраҡ юҡ, бөтә ер яланғас, тигәндәй. Бер урынға ғына селтәрҙе һуҙып ҡуйһаң, дошман аңлай бит инде, шуға күп ҡулланырға тура килә.

Гуманитар ылау менән бергә балаларҙан хаттар килә. Уларҙы уҡып, күңелдәрҙе күтәреп алабыҙ. Күберәк райондағы хәл-ваҡиғалар тураһында яҙһалар ине. Былай һалдаттарҙың күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырғаны юҡ, “боевой дух” бар. Ваҡыт та самалы инде – хәрби заданиеға барып ҡайтабыҙ ҙа, яралыларҙы ҡалдырып, боеприпастарҙы тулыландырып, кире сығып китәбеҙ.

МХО яугиры булараҡ, хөкүмәт булдырған барлыҡ ярҙам саралары менән дә ҡулланам. Әле ата-әсәйемде шифаханаға ебәреүҙе хәстәрләргә уйлайым, - ти һалдат.

“Раф”ҡа һәм барлыҡ яугирҙарыбыҙға ла тыуған яҡтарына иҫән-имен һәм еңеү менән ҡайтырға насип булһын!

Контракт буйынса хеҙмәт тураһында ентекле мәғлүмәт алыу өсөн Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариатына йәки +7917-453-78-03, +7937-306-58-87, +7917-040-90-56, +7960-395-11-53 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған һәр кем бер тапҡыр бирелә торған 2 100 000 һум аҡса аласаҡ. Бынан тыш, республикала хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре өсөн 42-нән ашыу төрлө льгота ғәмәлдә.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас