Ватан һағында
9 Апрель 2025, 03:30

“Илгиз ағай военкоматтың бер өлөшө кеүек ине...”

(Военкомат хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата). Беҙҙең өсөн военкоматта иң "главныйы" прапорщик Мәрәсов Илгиз ағай булғандыр. Сөнки военком да, башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә алмашынып торҙо, ә Илгиз ағай ғына вонкоматтың бер өлөшө кеүек ине. Военкомат икән, тимәк, ул Мәрәсов, Илгиз ағай икән – значит, военкомат, тип аңлай инек. Военкомат тупһаһын атлап инеү менән иң тәүҙә Илгиз ағайҙың ҡалын, генералдарҙыҡына хас командаһын ишетәһең.

“Илгиз ағай военкоматтың бер өлөшө кеүек ине...”“Илгиз ағай военкоматтың бер өлөшө кеүек ине...”
“Илгиз ағай военкоматтың бер өлөшө кеүек ине...”

(Военкомат хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата).

Беҙҙең өсөн военкоматта иң "главныйы" прапорщик Мәрәсов Илгиз ағай булғандыр. Сөнки военком да, башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә алмашынып торҙо, ә Илгиз ағай ғына вонкоматтың бер өлөшө кеүек ине. Военкомат икән, тимәк, ул Мәрәсов, Илгиз ағай икән – значит, военкомат, тип аңлай инек. Военкомат тупһаһын атлап инеү менән иң тәүҙә Илгиз ағайҙың ҡалын, генералдарҙыҡына хас командаһын ишетәһең.

Армияға киткәнгә тиклем йыш военкомат ишеген тапарға тура килде. Сентябрь аҙаҡтарында медкомиссия үтергә вонкоматҡа саҡырталар. Беҙ уҡыған осорҙа балаларҙың иң күп сағы, комиссия үтеүгә тығын булмаһын өсөн һәр сельсовет призывниктарын айырым көндә саҡыралар. Врачтарҙы саҡыртып, медкомиссияны военкомат бинаһында үткәрәләр.
Иң бәләһе Бөрйәнгә (райүҙәккә) барып етеү. Етмәһә, ул мәлдәрҙә көн һыуытып, сентябрҙә ҡар яуып ҡуя торғайны. Беҙ, егеттәр, саҡыртылған ваҡыттан бер көн алдан юлға сығабыҙ. Ул заманда еңел машиналар юҡ. Биләриттән Бөрйәнгә көнөнә бер генә автобус килә. Бар өмөтөбеҙ йөк машинаның кузовындағы урын.

Ҡыпсаҡтан Яуымбаға 9 саҡрым йәйәү сығабыҙ. Район үҙәгенә тиклем үткенсе машина ҡарауыллап, төнгә хәтлем торған саҡтар булды. Оҙаҡ тороп, өшөттөрә башлаһа, сатыр йыйып, остановка янына усаҡ яғып ебәрәбеҙ. Күмәк булғасыбыҙ машиналар һирәк туҡтай, шуға юлға ике малай ғына сыға, ҡалғандар ҡырҙа тора. Бер ваҡыт РТС-та (Ҡурғашлы ауылы тигәнде белмәй ҙә инек) көтөп тороп, ҡараңғы төшөп китте, етмәһә, ҡар яуа. Автобус күренгәйне, 20-ләгән малай юлға арҡыры теҙелдек, урап үтерлек юл ҡалдырманыҡ. Шофер шөрләңкерәгәндер инде, туҡтаны. Саҡ-саҡ инеп тығылдыҡ, аяҡ баҫырлыҡ та урын ҡалманы. Ә берҙе комиссия үткәндән һуң кисләтеп булһа ла йәйәү ҡайтырға сыҡтыҡ. Аралбай ауылына килеп еткәндә арыған инек, етмәһә, төшкөлөктән алып ашамағанбыҙ. Аралбайҙа 3 өйҙә йәшәйҙәр ине, башҡалары индермәнеме икән, иҫләмәйем, 30 егет бер өйҙөң иҙәнендә теҙелешеп ятып йоҡланыҡ.
Военкоматта көнө буйы медкомиссия үтәбеҙ. Беҙҙең өсөн военкоматта иң "главныйы" прапорщик Мәрәсов Илгиз ағай булғандыр. Сөнки военком да, башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә алмашынып торҙо, ә Илгиз ағай ғына вонкоматтың бер өлөшө кеүек ине. Военкомат икән, тимәк, ул Мәрәсов, Илгиз ағай икән - значит военкомат, тип аңлай инек. Военкомат тупһаһын атлап инеү менән иң тәүҙә Илгиз ағайҙың ҡалын, генералдарҙыҡына хас командаһын ишетәһең. Барлыҡ призывниктар иң тәүҙә уны хәтерендә ҡалдыра. Илгиз ағайҙың да хәтере шәп булған икән, икенсе килгәнеңдә үк һәр береһен тигәндәй таный. Унан шөрләй ҙә, шул уҡ мәлдә ихтирам да иттек. "Тә-әк һине армияға ебәрмәйем" тип әйтһә, ҡурҡыштан, военкоматтың утынын да яраһың, уколһыҙ-ниһеҙ тешеңде лә һурҙыртаһың. Тештәрҙе дауалау бик һирәк булғандыр, күберәге һура торғайнылар. 50-ләп егеттәрҙең яртыһына ғына укол етә, ҡалғандарыныҡын уколһыҙ ғына һуралар. Буласаҡ һалдат ауырлыҡтарға түҙергә тейеш. Алғы һынған теште һурҙырып, тимер теш ҡуйҙырырға ҡуштылар. Алғы теште һурғанда ныҡ ауырта, тигәстәр, ҡурҡам. Илгиз ағай: "Кискә тиклем тешеңде һурҙырып, слепок эшләтмәһәң, армияға барам тип хыялланмаһаң да була" тип ҡурҡытҡас, кире йүгерҙем. Әллә уколдың тәьҫире булманы, ысынлап та, ныҡ ауыртты, ике егет башты тотоп торҙолар.
Ул ваҡыттарҙа бер саҡырылышта хәҙерге кеүек райондан 50 егет кенә армияға китмәне, теүәл белмәһәм дә, кәмендә 200 егетте оҙатҡандарҙыр. Мин белгәндән генә 1982 йылдың 7 ноябрендә 10 егетте оҙатһалар, 8 ноябрь беҙ 30 егет армияға киттек.

Эйе, заманалар ҡалай ғына үҙгәрһә лә, бер нәмә шул килеш ҡала – ир-егет иңенә һалынған ил һаҡлау бурысы ул... Имен йөрөп ҡайтһын егеттәребеҙ.

Фәрзәт Ҡаһарманов, Әбделмәмбәт ауылы.

“Илгиз ағай военкоматтың бер өлөшө кеүек ине...”
“Илгиз ағай военкоматтың бер өлөшө кеүек ине...”
“Илгиз ағай военкоматтың бер өлөшө кеүек ине...”
Автор:
Читайте нас