

Иҫке Собханғол ауылы егете “Бай” хәрби хеҙмәтен Арзамас ЗАТО-һында үтә. Ҡайтҡас, 14 йыл леспромхозда тракторист булып эшләй. Аҙаҡ төрлө эштәрҙә йөрөй, һуңғы 4 йылда шәхси эшҡыуарҙа водитель була. Махсус хәрби операция башланғас, ил һаҡларға барыу теләге уның күңеленә тынғы бирмәй. Ныҡлы ҡарарға килеп, килешеү төҙөп, 2024 йылдың авгусында юлға сыға. Әлеге ваҡытта гвардия мотоуҡсылар полкында стрелок булып алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә.
-Беҙҙең полкта төрлө милләт кешеләре бар – урыҫтар, яҡуттар, башҡорттар, татарҙар һәм башҡалар. Әммә беҙ бөтәбеҙ ҙә рәсәйлеләр һәм маҡсатыбыҙ уртаҡ – Рәсәйҙең именлеген һаҡлау. Бер-беребеҙҙе лә һаҡларға тырышабыҙ. Яуҙа иң ҡыйыны – иптәштәреңде юғалтыу. Яҡын дуҫтарымдың китеүен бик ауыр кисерәм. Шуныһы мөһим, улар үҙ ғүмерҙәрен Тыуған илебеҙ өсөн бирҙе, - ти “Бай”.
Олатайҙарыбыҙҙан ҡалған аманатҡа хыянат итмәй, ирмен тигән ир-егет илде һаҡларға тейеш тигән уй менән Ватан һағына баҫҡан 47 йәшлек райондашыбыҙҙы һәм махсус хәрби операцияла йөрөгән барлыҡ ир-егеттәрҙе Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан ташламаһын!