

“Леон” позывнойлы райондашыбыҙ - шуларҙың береһе. Быйыл уның Рәсәй армияһы менән килешеү төҙөүенә 10 йыл.
Мәндәғол ауылы егете “Леон” 2015 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм шунда уҡ ике йылға контракт төҙөй. Әлкә ҡасабаһында зенит-ракета бригадаһында гранатометчик булып хеҙмәт итә. Контракты тамамланғас, тыуған ауылына ҡайтып, һөйгәне менән ғаилә ҡоралар. Хәрби хеҙмәтен дауам итергә ҡарар итеп, яңынан 3 йылға килешеү төҙөй һәм Амур өлкәһенә эләгә. Артиллерист булып хеҙмәт итә, сержант званиеһын ала, орудие командирына тиклем үрләй. Хеҙмәт ваҡыты тамамланғас, Бөрйәнгә ҡайтып, ярты йыл ауылда - яҡындары янында була. Әммә хәрби тормош үҙенә кире тарта – 2022 йылдың ғинуарында контракт төҙөп, Курск өлкәһенә юллана. Бер аҙҙан махсус хәрби операция башлана. Бер йыл тирәһе Луганск, аҙаҡ Донецк өлкәләрендә хеҙмәт итә “Леон”. Әле ул миналар урынлаштырыу техникаһында өлкән механик-водитель булып йөрөй. Был техника донъялағы иң яҡшы техникаларҙан һанала, шуға ла уға йыш һөжүм итәләр, ти яугир.
-Яуҙа эш айырыу тигән нәмә юҡ. Һалдаттарға кәрәк икән, ашнаҡсы ла, төҙөүсе лә, ҡотҡарыусы ла булырға тура килә. Беҙҙе еңеүгә ынтылыш, Тыуған илебеҙгә һөйөү берләштерә. Мин хеҙмәт иткән урында башҡорттар күп кенә. Икенсе батальондарҙа йөрөгән яҡташтарыбыҙ менән күрешһәк, рәхәтләнеп һөйләшеп алабыҙ. Гуманитар ярҙамды алып торабыҙ. Бигерәк тә маскировка селтәрҙәре беҙгә ныҡ ярҙам итә. Һаман алға күсә барғас, төҙөлөш, йылытыу материалдары, электр ҡорамалдары етеңкерәмәй, - тине яҡташыбыҙ.
“Леон” ғаиләләрендә өсөнсө быуын яугир. Олатаһы Йосоп Иманғолов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, аҙағына тиклем йөрөп ҡайтҡан ветеран. Атаһы Зәбир ағай - афғансы. Өлкән ағаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби хеҙмәтен үтәгәндә һәләк булған – Ульяновскиҙа 31-се арсенал складын миналарҙан таҙартҡанда бер төркөм һалдаттар менән шартлауға эләккән.
Бәләкәй сағынан ир туғандарына оҡшарға тырышып, улар кеүек батыр булырға хыяллана “Леон”. Өйҙә илһөйәрлек, хәрби хеҙмәт тураһында һөйләшеүҙәр күп була торғайны, ти ул. Шундай мөхиттә үҫкән егет, Аграр университетты тамамлаһа ла, артабан ниндәй юлды һайларын хәл иткән була.
-Ата-әсәйгә һөйөү булһа, илгә лә һөйөү була ул. Бөтә тәрбиә ғаиләнән килә. Малайҙар спортты яратһындар, тарихты өйрәнһендәр, заманса технологиялар менән ҡыҙыҡһынһындар, робототехника менән шөғөлләнһендәр. Сөнки хәҙер яңы технологиялар заманы. Ул беҙҙән сослоҡ, уяулыҡ, тиҙлек талап итә. Белем биреү учреждениелары ла күберәк патриотик йүнәлештә эшләһә, шул уҡ осоусы аппараттар менән идара итергә өйрәтеү кластары булдырһа, яҡшы булыр ине, - тигән теләктәрен дә еткерҙе райондашыбыҙ.
Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Леон” “Хәрби батырлыҡ өсөн”, генерал Шайморатов, “МХО-ла ҡатнашыусыға”, 2-се дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы уға яуҙаштарын ҡотҡарған өсөн бирелә. Яу яланынан хәүефһеҙ урынға сығып барған үҙ батальонының колоннаһынан тороп ҡалып, һөжүмгә эләккән икенсе батальон колоннаһын ҡотҡарыша.
-Һуғышта закондар ҡаты. Колоннаны ҡалдырырға, командирҙың бойороғо булмайынса, үҙ белдегең менән нимәлер башҡарырға ярамай. Был ҡылығым өсөн миңә бәлки, яза ла ҡаралыр тип уйланым. Әммә егеттәрҙе бәләлә ҡалдырғым килмәне. Өс егет яраланды инде, башҡалары иҫән-һау сыҡты, - ти ул.
“Леон”дың ғаиләһендә яңыраҡ шатлыҡлы ваҡиға булды – улдары Инзилгә иптәш булып ҡыҙҙары тыуҙы. Яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, кәләшен һәм ҡыҙын дауахананан үҙе ҡаршы алды.
Батыр йөрәкле райондашыбыҙға Хызыр Ильяс юлдаш булһын, яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!