15 февраль - Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө
1983 йылдың көҙөнән 1984 йылдың июленә тиклем Ишембай районының Петровский ауылында СПТУ-ла шофер-тракторист һөнәрен үҙләштерә. 1985 йылдың апрель аҙағында Совет Армияһы сафына саҡырыла. Аҫҡар ауылынан Әмир Ғәлиуллин менән бергә Төркмәнстандың Ашхабад ҡалаһына учебкаға ебәреләләр. Унда улар минометчик һөнәрен үҙләштерәләр. Учебка тамамланыу менән самолет менән Афғанстандың Шиндант ҡалаһына оҙаттылар, ти ул, хәтирәләргә бирелеп. «Самолетта 45 минутта барып етерһегеҙ, тиһәләр ҙә, бер- ике сәғәттәй ваҡыт уҙғандыр, посадка юҡ. Осоп бара торғас, аэродром күренде. Тәҙрәнән ҡарайбыҙ, таныш аэродром һымаҡ. Әллә бөтә аэродромдар бер төрлө була микән, тип уйлайым. Баҡтиһәң, беҙ Шиндантҡа етер саҡта, аэродромға дошмандар яғынан һөжүм булып, уны бомбаға тотҡандар икән. Шунлыҡтан беҙҙе кире бороп ҡайтарғандар булып сыҡты. Ашхабадҡа кире ҡайтып, бер көн торғас, тағы остоҡ», тип хәтерләй яугир. Шиндантта бер төн палаткаларҙа йоҡлағас, улар БТР-ға тейәлеп Герат ҡалаһына барып урынлашалар. Унда 101-се мотоуҡсылар полкының 4-се миномет батареяһына тәғәйенләнеп, хеҙмәтен дауам итә. Ярты йыл тирәһе хеҙмәт иткәндән һуң, уларҙы Шиндант аэродромын һаҡларға ебәрәләр.
«Нөктәлә 6 һалдат бер землянка ҡаҙып, шунда йәшәнек, беҙ миномет («Василек» тип атала ине) расчетынан 4 һалдат һәм 4-се ротанан 2 һалдат булдыҡ. Иҫке Гератта операцияларға йөрөнөк, Кандагарға оҙатыуҙарҙа булдыҡ», тип хәтерләй Вафир Һаҙый улы.
1987 йылдың май айында уларҙың полкынан 6 һалдатты демобилизациялайҙар, улар араһында Вафир Һаҙый улы ла була. Бер землянкала 6 һалдат 15 көн буйы Союзға самолет көтөп яталар. Ниһайәт, 1987 йылдың май айында тыуған еренә аяҡ баҫа яугир.
Ҡайтыу менән тыуған колхозына малсы булып эшкә урынлаша, артабан бригадирға тиклем үрләй. 2002 йылдан 2011 йылға тиклем Бөрйән урман хужалығында урмансы булып эшләй. 2007 йылдан 2020 йылға тиклем крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, үҙ эшен асып эшләй.
1988 йылда Брәтәк ауылы һылыуы Юлдашева Нәзилә Ғәле ҡыҙы менән яҙмыштарын бәйләп, ике ул, бер ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Афған ерендәге хеҙмәте СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан бирелгән грамота, «Яугир-интернационалисҡа рәхмәтле афған халҡынан» миҙалы, “СССР Ҡораллы көстәренә - 70 йыл”, тағы бер нисә юбилей миҙалдары менән баһаланған.
А. Ғарифуллина.