80 мең һум күләмендә юбилей түләүҙәре, Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм шул һуғыш инвалидтарына, уларҙың тол ҡатындарына, шулай уҡ “Блокадала ҡалған Ленинградта йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Севастополдә йәшәүсе”, “Ҡамауҙа ҡалған Сталинградта йәшәүсе” билдәләре менән наградланғандарға һәм концлагерҙарҙың элекке бәлиғ булмаған әсирҙәренә йүнәлтелә.
55 мең һум күләмендәге түләүҙәр Бөйөк Ватан һуғышы осоронда алты айҙан да кәм булмаған ваҡыт тылда хеҙмәт иткәндәргә (бында СССР-ҙың ваҡытлыса баҫып алынған биләмәләрендәге эш ваҡыты инмәй), шулай уҡ һуғыш йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн СССР-ҙың ордендары йәки миҙалдары менән наградланғандарға һәм нацистарҙың концлагерҙарының, төрмәләренең һәм геттоның элекке бәлиғ булған әсирҙәренә бирелә.
-Бөгөнгө көнгә республикала Указға ярашлы түләүҙәр тейеш булған 7,5 меңдән артығыраҡ граждан йәшәй. Шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм шул һуғыш инвалидтары – 116.
Юбилей түләүҙәре Еңеү Көнөн байрам иткәнгә ҡәҙәр - апрель айының пенсияһы менән бергә эйәләренә барып етәсәк, - тип аңлатма бирә Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов.
Бындай түләүҙәр Бөйөк Еңеүҙең 65, 67, 70 һәм 75 йыллыҡ байрамдарына билдәләнгәйне. Бынан тыш, Фонд бүлексәһе йыл һайын Еңеү Көнө уңайынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм шул һуғыш инвалидтарына 10 мең һум күләмендә түләүҙәр күсереп килде. Быйылғы юбилей түләүҙәре шул суммаға өҫтәмә рәүешендә биреләсәк.
Был средствоны алыу өсөн фонд Бүлексәһенә ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй. Барыһы ла фондта булған мәғлүмәттәр нигеҙендә автоматик рәүештә тәғәйенләнәсәк.
Өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһе белгестәренән түбәндәге берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны аша алырға мөмкин: 8-800-100-00-01 (шылтыратыу бушлай. Эш графигы: дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем 09.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, йома көнө 09.00 сәғәттән 16.45 сәғәткә тиклем).
Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.