Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
4 Февраль , 12:15

Иршатҡа РФ Оборона министрлығының миҙалы тапшырылды

Район Ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев редакцияға килеп, тантаналы шарттарҙа миҙалды эйәһенең күкрәгенә таҡты. -Тәьминәт яҡшы ғына булһа ла, МХО-лағы ир-егеттәребеҙгә беҙҙең күңел йылыбыҙ ҡушылған ярҙам да кәрәк булып тора. Һеҙҙең арала эшләүсе егет Иршат Сәитбаталов ялға ҡайтыусы-китеүсе егеттәрҙе алып барып, алып ҡайтып ҡына ҡалмай, ул һәр сәфәрендә машинаһын тултырып бушлай гуманитар йөк тә тейәп алып барып, эйәләренә тапшырып тора. Бының өсөн ул бер ниндәй ҙә аҡса алмай. Шуны билдәләргә кәрәк, МХО зонаһына һәр кем үтә алмай. Бының өсөн ҙур йөрәк тә талап ителә. Ә Иршат эскә үтеп, гуманитар йөктө тейешле урындарына, кешеләренә таратып сыға, - тине Олег Марс улы.

Иршатҡа РФ Оборона министрлығының миҙалы тапшырылды
Иршатҡа РФ Оборона министрлығының миҙалы тапшырылды

“Таң” гәзите редакцияһының алыштырғыһыҙ водителе Сәитбаталов Иршат Шәфҡәт улы махсус хәрби операцияға күрһәткән ярҙамы өсөн РФ Оборона министрлығының “Махсус хәрби операцияға ярҙам иткәне өсөн” тигән миҙал менән наградланды.

Миҙал Рәсәйҙә иғлан ителгән – Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың  ғаиләләренә ярҙам йылдарын рәсми рәүештә асыуға арналған тантаналы сарала тапшырылырға тейеш ине. Ләкин Иршат ул ваҡытта МХО-ға сираттағы командировкаһында булыу сәбәпле, миҙалын ҡулына ала алмағайны.

Район Ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев редакцияға килеп, тантаналы шарттарҙа миҙалды эйәһенең күкрәгенә таҡты.

-Тәьминәт яҡшы ғына булһа ла, МХО-лағы ир-егеттәребеҙгә беҙҙең күңел йылыбыҙ ҡушылған ярҙам да кәрәк булып тора. Һеҙҙең арала эшләүсе егет Иршат Сәитбаталов ялға ҡайтыусы-китеүсе егеттәрҙе алып барып, алып ҡайтып ҡына ҡалмай, ул һәр сәфәрендә машинаһын тултырып бушлай гуманитар йөк тә тейәп алып барып, эйәләренә тапшырып тора. Бының өсөн ул бер ниндәй ҙә аҡса алмай. Шуны билдәләргә кәрәк, МХО зонаһына һәр кем үтә алмай. Бының өсөн ҙур йөрәк тә талап ителә. Ә Иршат эскә үтеп, гуманитар йөктө тейешле урындарына, кешеләренә таратып сыға, - тине Олег Марс улы.

Ил именлеге һағындағы ир-егеттәрҙе ярҙамдан өҙмәгән хеҙмәттәшебеҙ менән ғорурланабыҙ һәм уны лайыҡлы наградаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Иң мөһиме, ныҡлы һаулыҡ, имен сәфәрҙәр насип булһын! Ватан һағында беҙ бергә!

Иршатҡа РФ Оборона министрлығының миҙалы тапшырылды
Иршатҡа РФ Оборона министрлығының миҙалы тапшырылды
Иршатҡа РФ Оборона министрлығының миҙалы тапшырылды
Иршатҡа РФ Оборона министрлығының миҙалы тапшырылды
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: