+1 °С
Болотло
Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин “Бай” позывнойлы яугир менән осрашты.
-Осрашыу барышында күп темалар - хеҙмәт итеү шарттары, ярҙам төрҙәре, түләүҙәр, һалдаттарҙың еңеүгә ынтылышы, ышанысы тураһында һөйләштек. Яҡташыбыҙ Донецк йүнәлешендә хеҙмәт итә, әлеге мәлдә яраланыу сәбәпле ялда. Шуға иң беренсе сиратта уға ныҡлап шәбәйеүен һәм сәләмәтлек теләйем.
“Бай”ға һәм МХО-ла ҡатнашып йөрөгән барлыҡ яҡташтарыбыҙға ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдерәм, имен-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалам – тигән изге теләктәрен еткерә Рәмил Миңлеәхмәт улы.