Тимер ауылының матур, ишле ғаиләләренең береһе Вәғиз һәм Ләйсән Мырҙағоловтарҙың ғаиләһендә бына шундай аҡыллы, тырыш, илһөйәр 4 бала тәрбиәләнә.
Вәғиз менән Ләйсән икеһе лә Тимер ауылында тыуып үҫкәндәр. Бер мәктәптә уҡыһалар ҙа, ул ваҡытта бер-береһенә артыҡ иғтибар бирмәй улар.
Вәғиз бәләкәй сағынан эштә лә, уҡыуҙа ла һынатмай, сос, етеҙ була. Спортты бик үҙ итә. Мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә алынып һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Чечен һуғышында ҡатнаша. Ҡыйыу йәш һалдат намыҫлы хеҙмәте өсөн "Суворов" миҙалы менән бүләкләнә. Хеҙмәт мөҙҙәте еткәс, контракт төҙөп, тағы ла 5 йыл тыуған ил алдындағы бурысын үтәй.
Бәләкәй сағынан йыр-моңға әүәҫ Ләйсән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, сыңғырлап торған моңло тауышы менән сәхнә биҙәге була. Шул концерттарҙың береһендә дуҫлашып китә лә улар. 2006 йылда, Ләйсән Учалы сәнғәт училищеһын тамамлағас, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Йәш ғаиләне бәхеткә күмеп бер-бер артлы 3 ҡыҙ һәм 1 ул донъяға килә. Ғаиләне яҡшы тәьмин итеү маҡсаты менән атай кеше себер тарафтарына йөрөп эшләй. Донъя көтөүҙең бар мәшәҡәттәрен үҙ иңенә алған Ләйсән Барый ҡыҙы бөтәһенә лә өлгөрә, хатта йыр-моңдо ла ташламай. Әленән әле район, төбәк-ара, республика йыр конкурстарында ҡатнаша. Ҡаҙаныштары ла бихисап - “Гәлсәр һандуғас – 2015” конкурсында “Рәсәй-Башҡортостан радиоһының яратҡан йырсыһы”, “Башҡорт йыры – 2024”-тә “Тамашасы һөйөүе” номинацияларында еңеүсе, “Йәшәй әле башҡорт моңдары” төбәк-ара йыр конкурсында 2 дәрәжә лауреат дипломы һәм башҡа.
Илдә махсус хәрби операция башланыуы тураһында иғлан ителгәс тә ғаилә башлығы хәрби хеҙмәткә юлланыуҙы уйлай башлай. Оҙаҡ та үтмәй, 2022 йылдың октябрь айында, Белорет ҡалаһынан мобилизация буйынса МХО-ға алына. Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәүсе ҡурҡыу белмәҫ яугир генерал Шайморатов миҙалы менән наградланған, яңыраҡ Жуков миҙалына лайыҡ булған.
Тормош иптәше өсөн ут йотһа ла, Ләйсән Барый ҡыҙы донъяһын бынамын итеп көтә. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡураһында 2-шәр баш һыйыр, башмаҡ, йылҡы малы. Уларға бесән әҙерләү ҙә еңелдән түгел.
Ауырлыҡтарға бирешмәҫкә тырышабыҙ. Иң мөһиме илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, яугирҙар имен-аман әйләнеп ҡайтһын , - ти яугир ҡатыны.