Дилмөхәмәтов Әнүәр Ильяс улы Ғәлиәкбәр ауылының иң оло аҡһаҡалдарының береһе. Ул данлыҡлы солоҡсо.
Режиссер Айнур Асҡаров 2012 йылда уның тураһында кино төшөрөп, ағайҙы бар Башҡортостанға, бар Рәсәйгә танытты.
Ағайҙы мин беҙҙеңсә «избунка» тип аталған бәләкәй өйөндә тап иттем. Гәзит-журналдарға күмелгән өҫтәлендә нимәлер эҙләп маташа ине.
– Матур яҙалар, ҡәһәрең, кисә уҡыған бер мәҡәләне таба алмай ултырам, — тине мине ағай шат йөҙ менән ҡаршылап, кеткелдәп көлөп алды.
Аслыҡ аҡтыҡ һыйырҙан да яҙҙырҙы...
Йомошомдо әйткәс, тағы көлөмһөрәне.
– Нимәһен һөйләйһең инде. Бар кешеләрсә йәшәнем, эшләнем, ғаилә ҡорҙом, балалар үҫтерҙем, — тип ҡыҫҡаса яуапланы ла, улайһа тыңла, инәлтмәйем, тип оҙон һүҙгә күсте.
— Беҙҙең бала саҡ ауыр заманға тура килде. Аслыҡ, етешһеҙлек — барыһы ла баштан үтте. 1941 йылдың 26 авгусында атайымды һуғышҡа алып китәләр. Мин тыуғанға 13 көн генә үткән булған ул мәлдә. Ғаиләбеҙҙә тағы Йәмилә һәм Әминә исемле ике апайым бар ине. Беҙ тәүҙә Маҡар (хәҙерге Ишембай) районында Ҡоҙаш тигән ауылда йәшәнек. Ауылда алты ғына өй ине. Сәйфитдин бабайҙың өйө, уның ҡустыһы Ғилмитдин. Нәфисә, Гөлмәхәзинә, Зәйнәп инәйҙәр йорто. Зәйнәп инәй тигәне Ноғман Мусиндың «Һайлап алған яҙмыш» әҫәрендәге Зильданың прототибы инде.
Нисәнсе йылда булғандыр, һуғыштан яраланып ҡайтҡан атайымдың ағаһы хәленән килгәнсе ярҙам итеү ниәте менән беҙҙе Ҡолғона ауылына күсереп алып ҡайтты.
Был мәлдә, ауыл ҙурмы-бәләкәйме, ҡайҙа ла аслыҡ хөкөм һөрә ине. Аслыҡтан үлеүселәр күп булды. Хатта тотош ғаиләләрҙе ҡара ергә һалдылар. Атайымдың атаһы - олатайым беҙҙә йәшәне. Ул «заядлый охотник» ине. Беҙҙе шул ҡотҡарҙы ла инде. Үҙе атҡан йәнлек тиреләрен, иттәрен, батман-батман балды Әүжән урыҫтарына алып барып, алмашҡа иген, ярма алып ҡайта торғайны. Ләкин бындай ярайһы уҡ етеш тормош әллә ни оҙаҡҡа барманы. Олатай ауырып китеп, түшәккә ятты.
Аш-һыуға ҡытлыҡ башланды. Әсәйем беҙҙе астан үлтермәҫ өсөн барыһын да эшләне. Бер мәл хәлебеҙ бик ныҡ мөшкөлләнгәс, быҙауларға торған аҡтыҡ һыйырыбыҙҙы һуйырға Ғилмитдин бабайҙы саҡырҙы.
— Нисек йәшәйбеҙ инде ары, — тип әсәйемдең һыҡтап-һыҡтап илағаны ныҡ хәтеремдә.
Һуғыштан алда бында леспромхоз булды. Һуғыш башланып, ир-аттарҙы һуғышҡа ала башлағастар, ул ябылды. Халыҡ үҙ ауылдарына таралып бөттө. Шул ауылына ҡайтыр саҡта әсәйемдең бер таныштары көҙгөһөн картуф ҡаҙышырға ҡоҙалап ҡайталар. Ул мәлдә үҙебеҙ әллә картуф сәскәнбеҙ, әллә… Нисек булһа ла беҙҙе ас итмәйем тип тырышҡан әсәйем ҡуш ҡуллап риза була.
Беҙҙең ауылдан илле саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Алмалы тигән ауылда (Петровск тирәһе) көҙөн картуф ҡаҙыша ла, шуны ҡышын ҡул санаһында ташый ине. Көн матур булһа, әсәйем Алмалы ауылына бер көн барып, иртәгәһенә әйләнеп ҡайта торғайны. Буран булһа, юлы өс көнгә һуҙыла. Уйлап ҡара, илле саҡрым бар ҙа, ҡайтҡанда йөк менән шул уҡ юлды кире ҡайтсы әле. Беҙ хәҙер 50 метр атларға йыбанабыҙ. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тигәндәй. Ул мәлдә ҡош-ҡорт мыжғып торҙо. Һуғыштан ҡасып, был яҡҡа килгән бүреләр ҙә етерлек ине. Аң ингәс, егет ҡорона еткәс кенә әсәйемдең беҙҙең өсөн йәнен фиҙа ҡылырға риза икәнен аңланым. Бер мәл әсәйем Алмалы ауылына китеп, буран сығып, ете көн ҡайта алмай ятты. Уны көтөп, ете көн аслыҡтан тилмереп ултырҙыҡ. Етенсе көн тигәндә әсәйем кискеһен ишек шаҡыны. Аслыҡтан хәлһеҙләнһәк тә, апайым стенаға тотона-тотона саҡ барып, ишектең келәһен асты.
— Эй, балаларым, һеҙҙе саҡ аслыҡтан үлтермәнем. Оҙаҡлап киттем шул. Бер үк ғәфү итегеҙ инде, — тип әсәй беҙҙе берәм-берәм ҡосаҡлай, үҙе үкһеп илай. Үҙе алып ҡайтҡан аҙыҡтарын өҫтәлгә теҙә.
— Хәҙер-хәҙер, аҙ ғына сабыр итегеҙ, — тип әсәйем беҙгә тәүҙә әҙләп кенә ярманан өйрә эсерҙе. Ут яғып ебәрҙе. Бер аҙ торғас, тағы ашауҙы яңыртты. Сөнки уға ас кешегә ҡапыл күп ашатып үлтереү ихтималлығы мәғлүм ине.
Эйе, аслыҡ ул мәл күп кешенең ғүмерен ҡыйҙы шул.
- Тәҙрәнән ҡара әле, - тип ағай әмер бирә. - Ҡаршыла береһенән-береһе матур өйҙәр ултыра бит әле, унда 1954 йылға тиклем ҡәбер буралары, таштары һерәйеп күренеп торҙо. Яңғыҙ ҡәберҙәрҙән башҡа унда аслыҡтан үлгән тиҫтәләгән кеше күмелгән ҡәберҙәр ҙә бар ине. Аслыҡ кешенең үҙәгенә шул тиклем үтте шул, унан ҡотолоу өсөн халыҡ нимә генә эшләмәне. Иртән яҙҙан беҙ һарна эҙләп ҡырға сығып китә торғайныҡ. Уны кипкән һабағынан табып, ҡаҙып, йыйып алып ҡайтҡас, әсәй уны һыуҙа йыуып, картуф һымаҡ бешереп, төйөп, араһына әҙ генә он һалып икмәк һымаҡ ризыҡ бешереп ашата торғайны.
...Әле лә иҫтә, шул һарнаға барғанда, соҡорға ҡолап үлгән һыйыр үләкһәһенә тап булдыҡ. Был һыйыр Нәфисә апайҙың 15 көн элек юғалған һыйыры ине. Был ҡайғылы хәбәрҙе уға еткерҙек. Ышанаһыңмы-юҡмы, шул үләкһәне улар, ауыҙҙарын сепрәк менән бәйләп тунап, һуйып, итен ашанылар. Итен, ҡортонан ҡотолоу өсөн, һыуыҡ һыуға һалғайнылар, һыу өҫтө ап-аҡ булды. Бер нисә рәт Нәфисә апайҙарға барырға тура килде, уларҙың өйөнә инерлек түгел һаҫыҡ ине. Үҙҙәренең дә емтек еҫе оҙаҡ ҡына китмәне.
(Дауамы бар).
Флүр Ғазин.