-Материал менән ҙур ярҙам күрһәтеүселәрҙе яҙып үтергә теләйем. Бына улар: Ҡолдәүләтов Рөстәм, Зәйнуллин Айнур, Нәҙершин Иштуған, Ҡарағолов Нияз, Әҙелбаев Илнар, Дәүләтшин Камил, Яманғолов Радик, Әмиров Рәмил. Үҙ эштәрен урын-еренә, аҙағынаса еткереп эшләп ҡуйыусы оҫталар: Йәғәфәров Хәлит, Ҡарағолов Фәиз, Ҡарағолов Динар, Нурғәлин Айҙар, Науразбаев Фәнзил, Алтынбаев Вәдүт, Ҡарағолов Вил, Мансуров Фәнүз, Байназаров Радик. Үҙенең гаражын биреп тороусы Вәлиев Илмирға ла ҘУР РӘХМӘТ! Шулай уҡ рәхмәтемде аҡса күсереүсе туғандарға, ауылдаштарға, класташтарыма, хеҙмәттәштәремә, пограндар төркөмөнә, ситтә йәшәүселәргә белдерәм. Бөтәһе 22 800 һум аҡса йыйылып, ул аҡса тотошлайы менән материалға тотонолдо.
Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ғаиләләрегеҙгә именлек, һаулыҡ теләйем. Тиҙерәк һуғыштар бөтөп, илгә тыныслыҡ килһен Аллаһ бирһә! – тип яҙа оло хөрмәт менән Рәзиф Яманғолов.
Афарин, ир-егеттәр! Ватан һағында беҙ бергә!