Бөтә яңылыҡтар
10
Ватан һағында
20 Ғинуар , 09:30

Баймаҡтыҡы ғына түгел, Бөрйән ҡыҙы ла ул!

Ни өсөн “Баймаҡтыҡы ғына түгел, Бөрйән ҡыҙы ла ул” тип яҙҙыҡмы? Сөнки һүрәттәге һылыу ҡыҙҙың - Вәзимәнең әсәһе - Бөрйән районының Байғаҙы ауылы ҡыҙы Вәсилә Межәүер ҡыҙы Әфләтунова. Икенсе Эткол ауылы егете Ҡорбанғәлегә тормошҡа сығып, Баймаҡ районына бынамын тигән матур балалар бүләк итте. Әйткәндәй, Вәзимә хас әсәһенә генә оҡшап тора. Вәсилә лә шулай һылыу, уңған була торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүмә булып ҡалды. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы ҡыҙы Вәзимә Йылҡыбаева 2023 йылдың көҙөндә, госпиталдә хеҙмәткәрҙәр етешмәй, тип ишеткәс, бергә эшләгән әхирәте менән кәңәшләшеп, яугирҙарға ярҙамға барырға ниәт итәләр.

Баймаҡтыҡы ғына түгел, Бөрйән ҡыҙы ла ул!
Баймаҡтыҡы ғына түгел, Бөрйән ҡыҙы ла ул!

“– Интернетта яралы һалдаттарҙың фото һәм видеоларын күреп, бик ҡыҙғандыҡ. Провизор булып эшләһәм дә, беренсе белемем буйынса фельдшермын, шуға тәүге ярҙам күрһәтеү, яралыларҙы ҡарау буйынса тәжрибәм бар. Тик яу юлында барыһы ла беҙ уйлағанса ғына булмай шул. Мин госпиталгә түгел, ә блиндажға барып юлыҡтым, – ти Вәзимә Ҡорбанғәле ҡыҙы.

Медицина ротаһында эшләү дәүерендә Вәзимә туҡтауһыҙ осоп килгән дошман коптерҙарына ла, тревога сигналына ла, шартлау тауыштарына ла күнеккән, ҡурҡыуын еңгән. Тик өйҙә көткән ике ҡыҙын, туғандарын һағыныу тойғоһон ғына еңеп булмай.

– Их, ҡомалаҡ әсеткеһендә бешкән өй икмәгенең бер телемен генә ашарға ине, тип хыялланып йөрөгән саҡта бер объект эргәһендә шаулап үҫеп ултырған ҡомалаҡ тубырсыҡтарын күреп ҡалдым. Күп итеп йыйып, киптереп, әсетке яһаным да икмәк бешерҙем. Яуҙаштарыма ныҡ оҡшаны. Әленән-әле, икмәк бешер әле, тип һорайҙар, сөнки хуш еҫле әпәкәй беҙгә өй йылыһын хәтерләтә, – ти ефрейтор Йылҡыбаева”, тип хәбәр итәләр социаль селтәрҙәрҙә.

Ни өсөн “Баймаҡтыҡы ғына түгел, Бөрйән ҡыҙы ла ул” тип яҙҙыҡмы? Сөнки Вәзимәнең әсәһе - Бөрйән районының Байғаҙы ауылы ҡыҙы Вәсилә Межәүер ҡыҙы Әфләтунова. Икенсе Эткол ауылы егете Ҡорбанғәлегә тормошҡа сығып, Баймаҡ районына бынамын тигән матур балалар бүләк итте. Әйткәндәй, Вәзимә хас әсәһенә генә оҡшап тора. Вәсилә лә шулай һылыу, уңған була торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүмә булып ҡалды.

Вәзимәгә киләсәктә лә уңыштар, именлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

(Интернет мәғлүмәттәре файҙаланылды).

 

Автор:
Читайте нас: