Ватан һағында
10 Ғинуар 2025, 04:15

МХО яугирҙары менән осрашҡандар

Тимер ауыл мәҙәниәт йортонда ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар менән осрашыу ойошторолған.

МХО яугирҙары менән осрашҡандарМХО яугирҙары менән осрашҡандар
МХО яугирҙары менән осрашҡандар

Сара йылы, дуҫтарса аралашыу шарттарында үткән. МХО-нан ҡайтҡан ир-егеттәр ауылдаштарының һорауҙарына яуап биргән, үҙҙәренең хеҙмәте хаҡында бәйән иткән.

Бынан тыш, улар команда конкурстарында ҡатнашҡандар. Сарала ҡатнашыусыларға осрашыу бик оҡшаған. Улар күңелдәренә дәрт, әллә күпме ыңғай хистәр алып ҡайтҡан.

Сара аҙағында ауыл кешеләре МХО-ла йөрөгән ауылдаштарына матур осрашыу өсөн рәхмәт әйтеп, изге теләктәр теләгән.

Эйе, барыбыҙҙың да теләге бер бөгөн: илдәр-ара тыныслыҡ урынлашһын, яуҙа  йөрөгән ир-егеттәребеҙ имен-аман ғына тиҙерәк үҙ ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын.

Сығанаҡ: Тимер ауыл мәҙәниәт йорто төркөмө.

#Ватан_һағында_беҙ_бергә

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас