

“Һеҙҙең улығыҙ Рәсәй Федерацияһының милли гвардия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән осоронда үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Үҙенең хәрби бурысын намыҫлы башҡара, хеҙмәттәштәренә өлгө булып тора. Хеҙмәте менән командованиеның авторитетын һәм иптәштәренең ихтирамын яуланы. Ул һәр ваҡыт ярҙамға әҙер. Намыҫлы хеҙмәте менән ул олатайҙарыбыҙҙың мөһим традицияларын дауам итә, үҙ подразделениеһының хәрби әҙерлегенә булышлыҡ итеп, Тыуған илебеҙҙең оборона һәләтен нығытыуға үҙ өлөшөн индерә. Һеҙ улығыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ”, - тип яҙған “Көньяҡ” элемтә узелы ғәскәрҙәр төркөмө начальнигы, капитан В.Р. Бузовский.
Сәғитовтарға киләсәктә лә улдары хаҡында тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетеп тороҙарын теләйбеҙ.