-Аллаға шөкөр, һеҙҙең хәйер-фатихала иҫән-һау ҡайтып еттек. Хәрби госпиталдә ирекмән булып эшләгән 16 көн күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Тормош юлымдағы иң файҙалы, иң мәғәнәле осор булды ул. Хәҙер бушҡа йәшәлмәне, тип әйтә алам. Мин Миәкәнән Фәриҙә апай менән хирургия бүлексәһенә эләктем.
Яу яланынан килтерелгән яралыларҙы ҡабул итек, йыуындырҙыҡ, кейендерҙек, ашаттыҡ, инвалид коляскаһында, таяҡҡа таянып йөрөгәндәрҙе төрлө медицина тикшереүҙәренә, процедураларға алып барҙыҡ, операция үткәргәндәрҙе тәрбиәләнек. Һөйләштек, аралаштыҡ, йөрәк йылыбыҙ менән бүлештек. Яҡындарынан алыҫта булған, ауыр тән йәрәхәттәре алған яугирҙарыбыҙ өсөн әсәй ҙә, апай ҙа, һеңле лә булдыҡ. "Бәлки, кәрәге тейер" тип машинка алып барған инем, 16 көн эсендә госпиталдә ятҡан 230 егеттең сәсен алырға, һаҡал-мыйыҡтарын ҡырырға, хатта тырнаҡтарын ҡырҡырға тура килде.
Госпиталь тотош Рәсәйҙең сағылышы: Луганск, Донецк, Дағстан, Чечен республикалары, Ростов, Волгоград өлкәһе, Краснодар, Красноярск крайы егеттәре күп. Башҡортостандан 6 яугир булды. Көтмәгәндә, Әбйәлил районынан яҡташымды осраттым.
Көнө буйы аяғөҫтө йөрөһәк тә, арып-талһаҡ та, ашап өлгөрмәһәк тә, күңелдә иҫ киткес ҡәнәғәтлек тойғоһо булды. Һәм мин бер ваҡытта ла шул тиклем күп рәхмәт һүҙҙәрен ишеткәнем юҡ ине. Хәҙер илдең һәр мөйөшөндә герой дуҫтарым бар.
Ә бөгөн сәфәр аҙағында мин үҙебеҙҙең шәп командаға- республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған оло йөрәкле, изге күңелле, миһырбанлы гүзәл заттарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерер инем. Беҙҙең «Ете ҡыҙ" төркөмө: Өфөнән Зөһрә Исмәғилева, Учалынан Илһөйәр Вәлиева, Миәкәнән Фәриҙә Ғәлимуллина һәм Луиза Әхмәтшина, Ҡырмыҫҡалынан Гөлнәриә Шаһиева, Архангелдән Русалина Жаворонкова- һеҙ СУПЕР!!!
Зөһрә Мәүлетбаевна Гордиенкоға, Гүзәл Флүровна Коваленкоға шул тиклем кәрәкле, әһәмиәтле "Беренсе тирмә" төбәк проекты өсөн рәхмәт! – тип яҙа оло йөрәкле депутатыбыҙ Рәмзиә Кәримова.
Афарин, Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы!